«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәҙәниәт яңылыҡтары



12.02.2013 Мәҙәниәт яңылыҡтары

Бер-бер артлы исемдәр алды
Мәҙәниәт яңылыҡтары
Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡовҡа Татарстандың халыҡ артисы тигән тағы ла бер маҡтаулы исем бирелде.
«Грэмми» премия­һы лауреаты әйтеүе буйынса, был уның өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булып тора. «Күрше Татарстан Республикаһында сығыштарым бик үк йыш та булманы, әммә Татарстан Республикаһы хөкүмәтенә рәхмәтлемен һәм эшемә ошондай ҙур баһа биреү өсөн бик тә ҡәнәғәтмен», − ти ул.
Шулай ҙа Илдар Татарстан­да үткән Ф. Шаляпин исемен йөрөткән фестивалдә ҡатнашҡаны бар. Танылған яҡташыбыҙ йырсы О. Бо­родина менән «Рахлин миҙгелдәре» тип аталған халыҡ-ара фестивалдә лә сығыш яһағайны. Ә 2012 йыл аҙағында, Башҡортостан Респуб­ликаһы Президенты Р. Хәмитов указына ярашлы, Илдар Абдразаҡовҡа «Башҡортостан­дың халыҡ артисы» тигән исем бирелгәйне. Шулай итеп, хәҙер «Донъяның иң һәйбәт бас йырсыһы» тигән лайыҡлы исем йөрөткән яҡташыбыҙ күршеләрҙең дә халыҡ артисы булды.

Талантыңды «Дуҫлыҡ моңо»нда һына!

«Дуҫлыҡ моңо» конкурсы быйыл Нефтекама ҡала мәҙәниәт үҙәге һарайында үтәсәк.
Әлеге көндә конкурста ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә. Конкурсҡа Башҡортостандың район-ҡалаларынан, Та­тарстан, Удмурт Республикаларынан, Һамар, Тө­мән, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан үҙешмәкәр йырсыларҙың килеүе көтөлә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста 16 йәштән 35 йәшкә тиклемге үҙешмәкәр башҡарыусылар һәм музыка училищеларының беренсе, икенсе курс студенттары ҡатнаша ала. Ғаризалар һәм фонограммалар 20 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурста еңеп сығыусыға (гран-при яулаусы) еңел автомобиль тапшырыласаҡ.

Л. ТАШБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға