«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Ләйсән” бейей-бейей оҫтара



12.02.2013 “Ләйсән” бейей-бейей оҫтара

Учалы районының һәм ҡалаһының “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле – Башҡортостан Республикаһының иң алдынғы ижади коллективтарының бе­ре­һе. Уға 1964 йылда “Байрамғол” совхозында нигеҙ һалына. Уральск ҡасабаһы клубында урынлашҡан бейеү ансамбле көндән-көн юғарыраҡ уңыштарға өлгәшә, республикала танылыу яулай. Тәүге көндән үк башҡорт бейеүен биш бармағы кеүек белгән легендар Фәйзи Ғәскәров репетицияларҙы үҙе алып бара. Балетмейстерҙың “Беҙҙең байрам”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “ҡо­роҡ­солар” кеүек бейеүҙәре бөгөн дә ре­пертуарҙа һаҡлана. Әйткәндәй, учалылар Фәйзи Ғәскә­ровтың талантына баш эйеп, 2012 йылда Уральск ҡасабаһында бөйөк бейеүсе иҫтәлегенә таҡтаташ асты. 1972 йылда “Ләйсән”гә лайыҡлы рәүештә “Халыҡ ансамбле” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Көндәлек ижади тырыш хеҙмәт, ныҡышмалылыҡ коллективҡа бер-бер артлы еңеүҙәр килтерә. 70-се йылдарҙа “Ләйсән” Рәсәйҙең һәр бер ҡалаһында тиерлек башҡорт бейеүҙәре менән сығыш яһай. Тора-бара Польша, Португалия, Германия, Төркмәнстан, Испания, Франция, Италия, Чехия, Сүриә, Мексика, Америка илдәрендә бейеү конкурстарында, фольклор фестивалдәрҙә ҡатнаша һәм еңеүсе булып таныла. 200-ҙән ашыу бейеү башҡарған ансамблдең Бөтә Союз, республика, төбәк-ара, Рәсәй һәм халыҡ-ара лауреат исемдәре, дипломдары, Маҡтау ҡағыҙҙары иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Бөгөн репертуарҙа төрлө характерҙағы 60 бейеү бар, һәр миҙгел һайын ул яңы бейеүҙәр менән байытыла. “Ләйсән”дән 30 атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре сыҡҡан, барлығы 700 бейеүсе сығыш яһаған. Бынан тыш, коллективтың тик профессиональ музыканттарҙан торған үҙ оркестры ла бар. Иң ҡыуаныслыһы, ошо көндәрҙә “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә “Рәсәй Федерация­һының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” тигән исем бирелде.
Бейеүселәрҙе оло уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм һәр ваҡыт арымай-талмай ялҡынлы бейеүҙәр иленә сәйәхәткә саҡырыуҙарын теләйбеҙ.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға