«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Әйтер һүҙем ҡалды…”



12.02.2013 “Әйтер һүҙем ҡалды…”

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 16 феврал­дә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнал­ған “Әйтер һүҙем ҡал­ды…” тигән әҙәби-драматик кисә уҙа. Әҙиптең арабыҙҙан китеүенә байтаҡ ваҡыт уҙһа ла, исеме тел­дән төшмәй, ысын мәғәнәһендә халыҡсан ижады йылдар үтеү менән тик баҙыҡлана ғына бара: талантлы шиғырҙарын халыҡ сәхнәләрҙән һөйләй, пьесалары театр репертуарында ҡала, ә сатирик әҫәрҙәре әле лә актуаль һәм заманса яңғырай.
Шағир – драматургия өл­кә­һендә лә бер үк кимәлдә та­лантлы һәм әүҙем эшләгән яҙыусы. Төрлө йылдарҙа Мә­жит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның 11 пье­саһы ҡуйылды. “Игеҙәк­тәр”, “Ул ҡайтты”, “Ут”, “За­кон­лы никах менән”, “Юлдар өҙөлгән ваҡыт”, “Әсә хөкөмө”, “Хушығыҙ, хыялдарым!”, “Шоңҡар” һәм башҡа пьесалары театрҙар репертуарын биҙәй. Халыҡ тормошо һәм йәмғиәттә барған төрлө мөһим ваҡиғаларға нигеҙләнгән, кешелекте йәшәткән мәңгелек ҡиммәттәр, мөхәббәт хаҡында ҡыҙыҡлы фәлсәфәгә ҡоролған, юғары художестволы әҫәрҙәр авторы Әнғәм Атнабаевҡа 1997 йылда Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры исеме бирелде.
Кисәлә Ә. Атнабаевтың пьесалары буйынса республиканың төрлө театрҙарында төрлө йылдарҙа барған спектаклдәрҙән өҙөктәр, шиғыр­ҙарына яҙылған йырҙар, сәхнә оҫталары уҡыуында популяр шиғырҙары яңғыраясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға