«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Береһе тәпәш, береһе йәп-йәш»



12.02.2013 «Береһе тәпәш, береһе йәп-йәш»

Мөхәббәт − кешелә йәшәү дәрте уятҡан, күңелдәрҙе илаһи хистәргә сорнаған Аллаһы Тәғәлә бүләге. Һөйөү хистәре йөрәктәр­ҙе ялмап ала ла, күңелдәрҙе тирбәлтеп, бөйөклөккә һәм бейеклеккә әйҙәй. Һәр кем һөйгәндә һәм һөйөлгәндә генә үҙен тулыһынса бәхетле тоя.
14 февраль – Ғашиҡтар көнө. Был көндө ғишыҡ утында янғандар бер-береһенә бүләк бирешә, матур, ҡайнар һөйөү һүҙҙәрен йәлләмәй өләшә. Тап ошо көндө Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары “Береһе тә­пәш, береһе йәп-йәш” исемле концертта мө­хә­ббәткә дан йырлаясаҡ. Ғашиҡтар көнөнә арналған тамашала саф хистәр, тәүге мөхәббәт, бер-береһен ҡайнар һөйгән ике йөрәктең ҡауышыуы, мәңгелек мөхәббәт тураһындағы йырҙар яңғыраясаҡ. Филармо­ния­ның йәш, дәртле, шәп егет­тәре­нән генә торған шоу-программала Эльмир Әбү­бә­ки­ров, Заһир Иҫәнсурин, Рөстәм Шәрипов, Артем Маш­ков, Ильяс ҡарабу­ла­тов, Марсель Сәйетов, Марсель ҡотоев, Рөстәм Шаһыба­лов, Вадим Зә­киев, Руслан Сәйфетди­нов, Азат Биксурин, Айгиз Ғиззә­тул­лин ҡатнаша. Улар ба­ры­һы ла Ғәлиә Вахи­тов­а­­ға ғашиҡ. Һылыу ҡыҙҙың йө­рәгенә кем юл таба алыр һәм уны үҙенә ҡаратыр? Быны 14 февралдә Хөсә­йен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтә­сәк тамашала күрерһегеҙ.
Сихри кистә моңло көйҙәр, матур йырҙар, йылы хистәргә сорналып ял итергә рәхим итегеҙ, дуҫтар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға