08.02.2013 “Февраль. Буран… Шағир иленә сәйәхәт”
12 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа 81 йәш тулыр ине. Тәбиғи, бөйөк шәхестәрҙең тыуған миҙгелдәре, хатта көндәре лә халыҡ хәтерендә.
Шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы былтыр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасыға “Февраль. Буран… Шағир иленә сәйәхәт” исемле спектакль тәҡдим иткәйне (сценарий авторы − З. Бураҡаева, режиссеры − Х. Үтәшев). Был тамаша шағирҙың иҫтәлектәренә һәм шиғырҙарына нигеҙләнде һәм ысын мәғәнәһендә 2012 йылдағы мәҙәни тормошобоҙҙоң мөһим бер ваҡиғаһы итеп ҡабул ителде. Рәми ролен бер үк ваҡытта театрҙың ике йәш актеры – Фирғәт Ғарипов менән Артур Кәбиров башҡарҙы. Надя ролен Ирада Фазлаева уйнаны. Рәми Ғариповтың шиғырҙарын сәхнә оҫталары − Гөлли Мөбәрәкова, Хөрмәтулла Үтәшев, Илһөйәр Ғәзетдинова, Рәмзиә Хисамова һәм башҡа күренекле артистар башҡарҙы. Ғөмүмән, спектаклдә театрҙың бөтә ижади көстәре ҡатнашты. Был үҙенсәлекле ижади проект менән коллектив шағирҙың тыуған яғында ла сығыш яһаны.
Рәми Ғарипов ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә туған халҡының рухи тормошонда, башҡорт шиғриәтендә мәңгелек эҙ ҡалдырҙы. Февраль айы күптәр өсөн Рәми айы, ошо буранлы ай әҙиптең ҡатмарлы яҙмышы кәүҙәләнеше булып күҙ алдына баҫа.
Шағирҙың яҡты рухына бағышлап, 22 февралдә “Февраль. Буран…” театр сәхнәһендә йәнә уйнала. Тамашасылар тағы бер тапҡыр Шағирҙың даръялай киң һәм тәрән рух, фекер, зиһен һәм мөхәббәт иленә сәйәхәт ҡыла ала.