«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йырсылар тормошонан



01.02.2013 Йырсылар тормошонан

Земфира Байбулдина өсөнсөгә әсәй булған
Йырсылар тормошонан
Һөйөнсө, республикабыҙҙа тағы бер талантлы ғаилә ишәй­ҙе. Икенсе са­быйын табырға тип кенә декрет ялына китеүсе сос Зем­фира Байбулдина өсөнсө бәпесен дә тыуҙы­рып өлгөргән.
Иң өлкәндәре Камилаға 5 йәш тулһа, Нурсолтан һәм Сафия исемле сабыйҙарҙың йәш айырмаһы ни бары бер йыл.
Земфираның ире − йырсы, композитор Рәдиф Зариповҡа икеләтә тырышып эшләргә, аҡса табырға тура киләсәк, ни тиһәң дә, хәҙер ул күп балалы атай! Демографияны әүҙем арттырыусы ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, муллыҡ һәм татыулыҡ ҡына теләргә ҡала.

Ришат ҡазанды һайланымы?
Йырсылар тормошонан
Ришат Төхвәтуллин көҙгөһөн Башҡор­тостандың һәм Та­тарстандың баш ҡа­ла­ларында ҙур концерттар ҡуйғайны.
Йәш йырсының тамашаһы проектының етәксеһе булып Рифат Фәттәхов исемле продюсер сығыш яһаны. Шулай уҡ йырсының “Яҙмыш − минең ҡулдарымда” тип аталған беренсе CD-дискыһы ла донъя күрҙе. Таныштары һөйләүенсә, Рифат менән Ришат бик яҡын дуҫтарға әүерелгән, хатта диңгеҙ буйына ял итергә барғанда ла бер-береһенән айырылмайҙар.
Төҫкә-башҡа бына тигән талантлы Туймазы егетенә күптәр тәү күреүҙән үк ғашиҡ була. Ришаттың таныштары әйтеүенсә, был продюсер йырсыны үҙе менән ҡазанға күсереп алып китмәксе. Әлегә йырсы был хаҡта бер ниндәй ҙә аңлатма бирергә ашыҡмай, журналистарҙың һорауына өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Күрәһең, бер юлы ике ҙур ҡаланы яулау егеттең бер аҙ башын әйләндергән. “Йондоҙ ауырыуы” күп таланттарыбыҙға хас, беҙ инде уға өйрәнеп бөткән. Яратҡан артистарыбыҙға барыһын да ғәфү итергә әҙербеҙ, тик улар йырлаһын ғына, бүтән төбәктәрҙе үҙ итһә лә. Әйткәндәй, февралдә ҡазанда Р. Төхвәтуллиндың тағы бер концерты иғлан ителгән.

Фәриҙә ҡайҙа юғалып торған?
Йырсылар тормошонан
Һандуғас тауышлы Фәриҙә Ғаззалованы оло сәхнәләрҙән дә, “зәңгәр экран”дарҙан юғалттыҡ.
Быға тиклем яратҡан йырсыбыҙҙың тауышы менән бер нисә йыл элек төшөрөлгән клиптар аша ғына хушлан­һаҡ, Фәриҙә, ниһайәт, йыл аҙағында күҙгә салынды. Ул “Башҡорт йыры” телевизион йыр конкурсында “Һөйөүеңде йәшермә” йыры менән ҡатнашты.
Баҡтиһәң, Фәриҙә Ғаззалова, ире буйынса хәҙер Аҡбулатова, улы Асҡар менән декрет ялында ултырған икән. Малайға ошо көндәрҙә ике йәш тулған. Һәләтле йәш йырсының киләсәккә пландары тауҙай, иң мөһиме, әлбиттә, яратҡан эшенә баштан-аяҡ сумыу. Тимәк, ул беҙҙе артабан да үҙенең моңло ижады менән һөйөндөрәсәк әле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға