«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Сағыуыраҡ яңғырай



18.01.2013 Сағыуыраҡ яңғырай

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында һөйөнөслө яңылыҡ
Мәҙәниәт усағының Бәләкәй залында урынлашҡан ҙур музыка инструменты − органдың төҙөлөүенә 30 йыл самаһы ваҡыт үткән. Был ҡатмарлы, һауа температураһына, акустик үҙгәрештәргә, тирә-яҡ мөхиттең башҡа шарттарына уғата һиҙгер инструментҡа һәр ун йыл һайын махсус ревизия, көйләү талап ителә. Тик был ҡағиҙә оҙаҡ йылдар күҙәтелмәгән була.
Орган яҡшыраҡ яңғыраһын өсөн, Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы төбәк башлығына ярҙам һорап, мөрәжәғәт итә. 2012 йылдың декабрь айында Башҡортостан Респуб­ликаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса орган реставрациялана. Хәҙер органдың концерт эшмәкәрлеге тағы ла киңәй­ҙе, тауышы сағыуыраҡ, көслөрәк һәм матурыраҡ яңғырай башланы.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға