«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Социаль рекламаның әһәмиәте нимәлә?



19.10.2010 Социаль рекламаның әһәмиәте нимәлә?

17 ноябрҙә Өфөнөң Йәштәр һарайында «Городская СРеДа» тигән VI социаль реклама фестивале үтә.
Былтыр үҙенең биш йыллығын билдәләгән сара Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, БДБ илдәрендә лә йәмғиәттәге хәстәр-хәсрәттәргә вайымһыҙ булмаған үҙ фекерҙәштәрен, ижади шәхестәрҙе, йәш таланттарҙы тапты. ҡатнашыусылар һаны буйынса ул иң бәрәкәтлеһе булғандыр – 174 ҡатнашыусы 500-ҙән ашыу эшен тәҡдим итте. Ябай Үтәш ауылынан алып Белоруссия һәм ҡаҙағстанға тиклем барып етте сараның ораны.
Быйылғы девиз «Фекереңде ауыҙ тултырып (ҡысҡырып) әйт!» («Мысли вслух!») тип атала. Ябай һәм ғәҙәти һүҙбәйләнештәргә, һөйләмдәргә тәрән мәғәнә бирергә ынтылыу – сараның төп асылы ла. «Фекер...» – ул йәштәргә саҡырыу, тирә-йүнебеҙгә ҡарап фекер төйнәү, ҡыйыу, яңыса фекерләргә өйрәнеү, яңы ижади фекерҙәрҙе барлыҡҡа килтереп, тормошҡа ашырыу һәләтен үҫтереү. «... ауыҙ тултырып әйт!» – асыҡ, ғәҙел булырға ынтылыу.
VI фестиваль девизының график эшләнеше лә – а-ля граффити йәштәрсә-демократик стилдә.
Бөгөн беҙҙең йәмғиәттә дөрөҫ һәм аныҡ мәғлүмәтлелеккә, социаль хәстәрҙәрҙе уртаға һалып һөйләшеүгә, бер-береңә асыҡ булыуға саҡырыу бар икән, әлеге форум күптәргә емешле эшмәкәрлек тәҡдим итергә лә мөмкин, ти сараны ойоштороусылар.

М. ҡУНАФИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға