08.01.2013 Ижадтары лайыҡлы баһаланды
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәренә республиканың почетлы исемдәрен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә танылыу яулаған йырсы Ғәзим Ильясовҡа (Күгәрсен районында йәшәй) һәм композитор, профессор, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилеваға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеме бирелде.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Биктимерова, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Гөлшат Ғайсина, Нефтекама дәүләт филармонияһының аккомпаниатор-концертмейстеры Марс Ишморатов, Мари Иле Республикаһының М. Шкетан исемендәге мари милли драма театры филиалы – Мари йәш тамашасы театрының «Станислав» студияһы етәксеһе Станислав Шакиров лайыҡ булды.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ҡуйыусы режиссеры Айрат Әбүшаһманов һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра мөдире, профессор Рөстәм Шәйхетдинов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исемен йөрөтәсәк.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты деканы Тәлғәт Мөсәлимовҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелде.
Бынан тыш, тағы ла бер төркөм кеше «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемен алды. Улар: Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Анатолий Богомолов, Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры директоры Виктория Замесина, Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһының «Һандуғас» халыҡ ансамбле етәксеһе Фәнит ҡарасурин, Өфөләге «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының өлкән администраторы Татьяна Сафронова, Әбйәлил район мәҙәниәт йорто режиссеры Радмир Солтанбаев, Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында эшләп килгән «Рябинушка» халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Татьяна Яровая.