25.12.2012 Балаларҙы “Урал батыр һәм өс баһадир” саҡыра
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сағыу концерттары, ҡабатланмаҫ кисәләре менән тамашасыларҙы шатландырып тора. Һәр кемдең яратҡан байрамдарының береһе булған Яңы йылда ла күркәм бүләк менән ҡыуандырмаҡсы ул. Быйыл ғына эстраданың художество етәксеһе вазифаһын башҡара башлаған йәш режиссер Илшат Фәхертдинов сәнғәт һөйөүселәргә “Урал батыр һәм өс баһадир” исемле мюзикл тәҡдим итә. Ике халыҡтың фольклор геройҙарын берләштереп эшләнгән мюзикл нимәһе менән ҡыҙыҡлы буласаҡ? Был һорау менән ҡуйыусының үҙенә мөрәжәғәт иттек.
– Бындай үҙенсәлекле Яңы йыл мюзиклы ҡуйыу идеяһы нисек тыуҙы?
– Балаларҙың башҡорт һәм урыҫ әкиәттәрендәге яратҡан персонаждары ҡатнашлығында музыкаль спектакль ҡуйыу теләге менән мин күптән яна инем. Башҡорт һәм урыҫ телендә аралаш һөйләшеүгә, ике халыҡтың берҙәмлегенә ишара яһау бөгөнгө көндә кәрәктер, тип уйлайым. Шуға күрә иң күркәм байрамдарҙың береһе Яңы йылға арналған тамашала балаларҙың күңелен күтәреү генә түгел, ә уларҙа ерле халыҡҡа ихтирам тәрбиәләү ҙә мөһим. Урыҫ батырҙары тураһында күп йәнһүрәт төшөрөлгән, ә Урал батыр менән тик мәктәптә генә танышыу мөмкинлеге бар. Бығаса таныш булған өс герой менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың батырын да күрһәтеү кескәйҙәрҙә фольклор менән ҡыҙыҡһыныу, милли рух тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итер, тигән ниәт менән ошондай эшкә тотондом.
– Мюзиклды, тимәк, бөтә ғаилә менән ҡарарға мөмкин.
– Ғөмүмән, бөтә ғаилә өсөн эшләнгән тамашалар бик аҙ. Беҙҙең заманда балалар, үкенескә күрә, ата-әсәләрен күберәге тик кис эштән һуң ғына күрә ала. Шулай уҡ Яңы йылдың ғаилә байрамы икәнен күҙ уңында тотоп, мюзиклды олоһо ла, кесеһе лә ял итерлек итеп сәхнәләштерергә булдыҡ. Тамаша ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа аңларлыҡ хәл-ваҡиғаларға, юморға ҡоролған.
– “Урал батыр һәм өс батыр” мюзиклында башҡорт эпосыңдағы һәм урыҫ фольклорындағы геройҙар нисек күрһәтеләсәк?
– Өс батыр – Алеша Попович, Илья Муромец, Добрыня Никитичтан башҡа, батырҙарҙың ҡатындары, Змей Горыныч, Урал батыр, Һомай “Урал батыр” эпосындағы яуыз Әзрәҡәгә ҡаршы көрәшәсәк. Мажараға бай тамашала халыҡтарҙың дуҫлығы, берҙәмлеге сағыласаҡ. Шулай итеп, 24 – 30 декабрҙан 2 – 8 ғинуарға тиклем ике халыҡтың ауыҙ-тел ижадын үҙ эсенә алған мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле Яңы йыл тамашаһына рәхим итегеҙ, хөрмәтле дуҫтар.
Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА.