20.11.2012 Башҡорттоң аҫыл улы
Уның булмышы халҡы булмышы менән тулыһынса уҡмашҡан. Башҡорт моңон үҙенә бала саҡтан һеңдереп үҫә был егет. Һуңынан үҙе лә йырҙар ижад итә, уларҙы сәхнәлә дәртле, рухлы итеп тамашасыларға еткерә. Кем тураһында һүҙ бара, тиһегеҙме? Әлбиттә, ул Башҡортостандың халыҡ артисы, популяр “Далан” төркөмө етәксеһе, башҡорттоң аҫыл улы Артур Туҡтағолов тураһында булыр. Артист Ырымбур тарафтарынан. Ул бәләкәйҙән йырсы булырға хыяллана. Был яҡты хыялы уны Өфө сәнғәт институтына килтерә лә инде. Бында уҡыу осоронда ул талантлы, булдыҡлы егеттәр – Рәсүл ҡарабулатов, Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин менән берләшеп, республиканың йөҙөк ҡашы булып киткән легендар “Каруанһарай” төркөмөн ойоштора. Был төркөм составында йәш йырсы Башҡортостанды ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе иңләп сыға. Шул уҡ ваҡытта көс-дәрте ташып торған Артур Туҡтағолов үҙенең төркөмөн төҙөү теләге менән дә янып йәшәй һәм тиҙҙән моратына ирешә. 2000 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһы базаһында “Далан” төркөмөн ойоштора. Уны тамашасы дәррәү ҡаршы ала. Сөнки был төркөм үҙенең шаян, дәртле көйҙәре, рухлы йырҙары менән бик тиҙ арала халыҡ күңелен әсир итә. Шулай уҡ Артур ағай йырҙар ҙа яҙа. Уның һәр йыры оптимистик рух һәм ыңғай энергия менән һуғарылған. Артур Туҡтағоловтың сәхнәләрҙе дер һелкетеп сығыш яһауы һәр кемдә һоҡланыу ҡатыш ғорурлыҡ хисе уята.
Әйткәндәй, ул “Бәхеткә лайыҡ һин” тип аталған өр-яңы концерт программаһына тамашасыларҙы саҡыра. Концерт 22 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә филармонияның ҙур залында үтә. Даланлы “Далан” төркөмө йырҙарын тыңлап, рухығыҙҙы байытып ҡайтығыҙ, дуҫтар!
Н. АҘНАБАЕВА.