«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Стәрлеләрҙең һәр тамашаһы сағыу



16.11.2012 Стәрлеләрҙең һәр тамашаһы сағыу

Стәрлеләрҙең һәр тамашаһы сағыу
Күптән түгел Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры Өфө тамашасыһын һөйөндөрөп, өс көн буйына «ҡоҙаса» (Б. Бикбай), «Аҫылйәр» һәм «Ғәлиә­баныу» (М. Фәйзи) кеүек үлемһеҙ әҫәрҙәр­ҙе тәҡдим итте. Нисәмә быуын вәкилдәрен һоҡландырған һәм артабан да һоҡландырасаҡ ысын мәғәнәһендә бөйөк тамашаларға халыҡ күпләп килде.
«Ғәлиәбаныу» әҫәрен башлар алдынан, театрҙың директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Таһир Искәндәров театр­ҙың ҡаҙаныштары тураһында телмәр тотто. «Беҙҙең театр һуңғы йылдарҙа Рәсәй кимәленән Европа кимәленә күтәрелде. Юҡҡа ғынамы ни уны Башҡортостан драма сәнғәтенең бренды тимәйҙәр. Тимәк, тырышлығыбыҙ бушҡа китмәгән. Донъя кимәленә сығарған спектаклдәребеҙ, бихисап конкурс-фести­валдә еңеүҙәребеҙ – быға үҙе асыҡ дәлил. 2008 йылда «ҡолонсаҡ» республика балалар спектаклдәре фестивалендә И. Йо­мағоловтың «Тылсымлы моң» пьесаһы, «Иң яҡшы спектакль» тип табылып, гран-при яуланы. 2009 − 2010 йылдарҙа театр республика, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, төрлө дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды. Ф. Бү­ләковтың «Мәскәү − Васютки» спектакле беҙгә ҙур уңыш килтерҙе. Республика башҡорт драматургияһы фестивалендә ул гран-при алһа, V Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивалендә иң яҡшы спектакль тип танылды. Төп ролде баш­ҡарыусы – Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы Филарит Бакиров «Иң яҡшы ир-егет роле өсөн» призына лайыҡ булды. Тағы ла театрыбыҙ Төркиәнең Аҡшәһәр һәм Төрөкмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә дипломдар яулауға өлгәште», – тип ғорурлыҡ менән бәйән итте коллектив етәксеһе.
Стәрлеләрҙең һәр тамашаһы сағыу
Быйылғы миҙгелен театр ҡаҙағстанда асып ебәрҙе. ҡаҙаҡ әҙәбиәте классигы, билдәле яҙыусы һәм драматург Дулат Исабәковтың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы Алматы ҡалаһында «Исабәков донъяһы» тип исемләнгән халыҡ-ара театр фестивале уҙғарылды. Ижад байрамында Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры «Апай» әҫәре менән сығыш яһаны. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн» төп приз һәм Алматыла үткән халыҡ-ара театр фестиваленең махсус дипломы Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының мәртәбәһен арттырҙы.
«Автономиялы театр ижадта ғына түгел, матди яҡтан да киңәйҙе. Әйтәйек, Рәсәйҙә, беҙҙән башҡа, артистарына торлаҡ шарттары, эш ваҡытында бушлай ашатыу мәсьәләһен күтәргән театр бөтөнләй юҡ. Унан тыш, йыл да актерҙарыбыҙ ҡара диңгеҙ буйында ял итеп ҡайта. Был йәһәттән мөмкинлектәрҙе үҫтереүҙә матди ярҙам иткән дуҫтарыбыҙға рәхмәт. Хәҙер һеҙ ҡараясаҡ спектаклде ҡуйыуҙа ла меценаттар оло ярҙам күрһәтте. Ә шулай ҙа иң ҙур ҡыуанысыбыҙ – һеҙ, тамашасылар», – тип тамамланы һүҙен Таһир Искәндәров. Ул «Ғәлиәбаныу»ҙы сәхнәләштергән режиссер, Башҡор­тостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаеваға ла хөрмәтләп һүҙ бирҙе.
Ике сәғәткә яҡын барған әҫәрҙә тамашасылар актерҙар менән бергә рәхәтләнеп йырланы, мәле менән рәхәтләнеп көлдө, күңеле булғансы ҡушылып иланы.
Бик юғары кимәлдә ҡуйылған, тип баһаланы тамашасы антракт ваҡытында уҡ әҫәрҙе. Спектаклде ҡуйыусылар ҙа, төп ролдәр­ҙе башҡарыусылар ҙа, күмәк ролдә уйнаусы бер төркөм йәш актер ҙа бар күңелен биреп тир түккән, тигән һығымтаға килде улар.
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының тағы бер гастролдәре тарихта ҡалды. 5 декабрҙә улар­ҙы тағы, вәғәҙә итеүҙәренсә, «Мәскәү − Васютки» спектакле менән Өфөлә көтөп ҡалабыҙ!
Афарин, стәрлеләр! Алда яңы ижади үрҙәр көтһөн! Артабан да коллектив тамашасыһының баһаһына һәм өмөтөнә тоғро ҡалһын, тип теләйек.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға