30.10.2012 «Юлдаш» яңы исемдәр асты
− ҡайһылай шәп, иҫ киткес күңелле тамаша үтте. Йыр-моң, уйын-көлкө, мауыҡтырғыс бүләктәр... Ысын мәғәнәһендә күңелгә ял, дәрт алып сыҡтым.
− Афарин «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәренә! Яңы йырсылар, яңы тауыштар. Бигерәк тә «Сәйер зат» образы ҡыҙыҡ, килештереп уйнай бит әле.
− Ә мин уйында ҡатнашып, торт оттом. Үтә шәп байрам! − тип ҡәнәғәтлек менән таралышты халыҡ. Концерт тамам. Әммә күңелдә унан алған тәьҫораттар ҡайнай әле...
Шулай булмай ни, «Юлдаш» йыры − 2012» республика асыҡ конкурсы йылдан-йыл популяр була бара. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны ла арта. Был иһә конкурстың даирәһе киңәйеүен, абруйын күрһәтә. Эйе, тормошон ҙур сәхнә менән бәйләмәһә лә, йырҙан айырылмаған, күңелдәгеһен йыр аша еткергән замандаштарыбыҙ бихисап. «Юлдаш» йыры» проекты өсөнсө йыл рәттән һәүәҫкәр башҡарыусыларҙы ҙур сәхнәгә алып сыға, яңы исемдәр аса. Әйткәндәй, быйылғы тамаша Рәсәй тарихы, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналыуы менән айырыуса үҙенсәлекле булды.
Финалға йыл дауамында «Юлдаш» тулҡындарында йырҙары яңғырап, жюри һәм тыңлаусыларыбыҙҙан иң юғары баһа алған 18 башҡарыусы һәм ике вокаль ансамбль үтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: тәҡдим ителгән йырҙар барыһы ла тәрән мәғәнәле, һәүәҫкәрҙәрҙең башҡарыу оҫталығы бер ҙә профессионалдарҙыҡынан ҡалышмай. Финалға сығыусылар республикабыҙҙың барлыҡ район-төбәктәренән йыйылды. Жюри ағзаларына (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәүилә Мәсәлимова, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Фирҙүс Шәрәфуллин, шағирә Гөлназ ҡотоева, билдәле композитор Роберт Тимербаев, «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы директоры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров) еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы.
Тамашаның тәүге өлөшө тамамланыу менән, тулҡынландырғыс минуттар башланды. Кемгә беренсе урын, кемгә гран-при? Һорау артынан һорау китте... Ниһайәт, урындар билдәләнде. Беренсе урындың − өс, икенсе урындың − өс, өсөнсө урындың дүрт кешегә бирелеүе үҙе үк еңеүсене һайлап алыу ауыр икәнен һөйләй түгелме? Бынан тыш, номинациялар ҙа булдырылды. «Халыҡ ынйылары» исеменә Салауат районының «Илһам» вокаль ансамбле һәм Борай районынан «Элегия» квартеты лайыҡ булды. «Юлдаш» йыры» конкурсына патриотик рухтағы йырҙар ҙа тәҡдим ителде. Лилиә Нәзированың «Һалдат» йыры конкурс талабына тура килеп кенә ҡалманы, тамашасы күңелен тетрәндерҙе, уйландырҙы. Лилиәнең сығышы «Илһөйәрлек рухы» номинацияһы менән баһаланды. Шулай уҡ был номинация Ырымбур өлкәһенән килгән Флүзә Хәлитоваға ла тапшырылды. Ул үҙ төбәгендә башҡорт рухын һаҡлап, халыҡты берләштереп йөрөүсе әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тыуған төйәген данлаған йырҙар ижад итә. ҡатнашыусылар араһында, хаҡлы ялда булып та, әүҙем ижад иткән Мәрйәм Абдулова (Стәрлетамаҡ) һәм Бәләбәйҙән Гөлсөм Ихсанова «Йырға тоғролоҡ» номинацияһында бүләкләнде. Бәләбәй ҡалаһынан икенсе конкурсант Рәзидә Ибәтуллина һәм Баймаҡ районынан Илдар Абдуллиндың сығыштары «Асыш» номинацияһы дипломы менән баһаланды.
Билдәле булыуынса, «Юлдаш» йыры» ижад кешеләренә өмөт офоҡтарын булдыра, бейеклектәргә әйҙәй, ҡанаттарын нығыта. Ошо йәһәттән Миәкәнән килгән Антонина Клименко исемле һылыуға башҡорт моңо күңелендә өмөт сатҡылары уятыр тигән изге теләктә «Өмөт» номинацияһы бирелде. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһын Салауат районынан Альбина Ғәйфуллина һәм Белорет егете Салауат Әйүпов алды. III урынға Дәүләкәндән Эльвира ҡолоева, Бүздәктән Ирина Халиҡова, Кушнаренконан Резида Сабитова һәм Айгиз-Илгиз дуэты сыҡты. Уларға махсус дипломдар, «Автосезон» сауҙа йорто һәм «Коммунальник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әҙерләгән приздар бирелде. Ә II урынға Йылайырҙан Сәкинә Юлгилдина, Нуримандан Артур Шөғәйепов һәм Борай егете Эрнст Арыҫланов лайыҡ булды. Уларға ла махсус дипломдар һәм «Серафимовская пушинка» йәмғиәтенең бүләктәре тапшырылды.
Быйылғы «Юлдаш» йыры» бәйгеһе юҡһыныу, тетрәнеү кисерештәре менән дә үтте. Сөнки үҙенең моңло тауышы менән радио тыңлаусыларҙы әсир итеп өлгөргән, жюриҙа «ул беренсе урынға лайыҡ» фекерен уятҡан Әлшәй егете Фәнзил Шәрипов байрам алдынан фажиғәле һәләк булды... Ул йырҙарының күбеһен Себер тарафтарында бергә эшләп йөрөгән яҡташтарының үтенесе буйынса ижад иткән. Махсус дипломын һәм бүләген яҡындары алып ҡайтты. Шулай уҡ I урынға Баҡалынан Рифат Шәрәфетдинов һәм Дәүләкәндән Илнар Миранов сыҡты. Егеттәр «Асы», «Йоматау» шифаханаларында ял итәсәк. Конкурста ҡатнашыусыларҙың талантын бөтә республика кимәленә танытыу мөмкинлегенә эйә булыуы үҙе үк мәртәбә!
Гөлфиә ЯНБАЕВА, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире:
− Был бәйге “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналын күтәрһә, “Юлдаш” радиоһы һәүәҫкәр таланттарҙы күтәрә. Беҙ үҙебеҙҙе “Юлдаш”һыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Улар ошондай конкурстар ойоштора икән, тимәк, беҙҙең республикабыҙ, беҙҙең милләтебеҙ йәшәй, тигән һүҙ.
Флүзә Хәлитова, “Илһөйәрлек рухы” номинацияһында еңеүсе:
− Ошондай конкурстар үткәрелеп торһон, халыҡ моңона йәштәрҙе ылыҡтырайыҡ. Моң шишмәһенең бер ҡасан да һайыҡмауын теләйем.
Эрнст Арыҫланов, II урын яулаусы:
− “Юлдаш” йыры” конкурсында ҡатнашыуыма шатмын. Башҡорт халыҡ йыры “Абдрахман”ды беренсе тапҡыр Абдулла Солтановтан ишеткәйнем. Ул шул тиклем күңелемә ятты һәм бәйгелә ошо йыр менән сығыш яһаным. Тамашасылар ихлас ҡабул итте, уларға ҙур рәхмәт!
Гөлсирә Бикчәнтәева, тамашасы:
− “Юлдаш” радиоһы үткәргән саранан ҡалғаным юҡ. Миңә ул бик ныҡ оҡшай. Яңы йырсылар, ят тауыштар... Минеңсә, улар барыһы ла еңеүсе.
С. РАМАЗАНОВА.