30.10.2012 Стәрлеләр моңайырға ирек ҡуймай
Күп милләтле Башҡортостан халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙҙәттәрен, күркәм йолаларын, халҡыбыҙҙың тарихын пропагандалау маҡсатында Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы йыл да яңынан-яңы программалар әҙерләй. Филармония артистары Башҡортостанда йәшәүселәргә генә түгел, Свердловск, Силәбе, Төмән, Ырымбур, Нижегородка, Ульяновск өлкәләре, Татарстан, Сыуашстан республикалары, Төркиә, Нидерланды, Бельгия тамашасыларына ла яҡшы таныш.
Күптән түгел Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының бер төркөм артисы Түбәнге Новгородта Минин һәм Пожарский етәкселегендә сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштың 400 йыллығына арналған театрлаштырылған сарала ҡатнашып, башҡорт мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтте. ҡала көнө менән бер рәттән уҙғарылған байрам тантанаһында Татарстан, Сыуашстан, Мордовия республикалары һәм башҡа өлкәләрҙән дә артистар сығыш яһаны.
Яңыраҡ бейеүселәребеҙ һәм «Башҡорт йыры – 2011» республика телевизион конкурсы лауреаты Айгөл Әсәҙуллина Үзбәкстан һәм ҡырғыҙ республикаларынан ҙур һәм бай йөкмәткеле концерт менән тамашасыларҙың күңелен яулап ҡайтты. Ә «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада фольклор ансамбле Мәскәүҙә уҙғарылған «Алтын көҙ» Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә уңышлы сығыш яһаны.
XXII концерт миҙгелен тантаналы асыу Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ. Был көндө филармония артистары өр-яңы, бер ҙә көтөлмәгән концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.
Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының йөҙөк ҡашы – Бейеү театры яңы хореографик композициялар, бөтә донъя халыҡ бейеүҙәрен гөрләтеп башҡарһа, «Ашҡаҙар» солистары тамашасы күңелен башҡорт халыҡ һәм популяр эстрада йырҙары менән яулаясаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы ҡадир Әүбәкиров тамашасыларҙы дәртле, моңло лирик ҡурай моңдары менән хайран итер. Шулай уҡ «Con anima» инструменталь трио классик йырҙар, яратҡан кинофильмдарҙан көйҙәр менән таң ҡалдырмаҡсы. Башҡортостанда берҙән-бер «Сарби» профессиональ сыуаш ансамбле яңы вокаль композициялар тәҡдим итә. «Алтын көҙ нағыштары» программаһында филармонияның барлыҡ йырсылары ла сығыш яһаясаҡ: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Елена Калинина, Ғафуан Фазуллин, республика һәм төбәк конкурстары лауреаты Зөлфиә Әүбәкирова, «Башҡорт йыры – 2011» республика телевизион конкурсы лауреаты Айгөл Әсәҙуллина, халыҡ-ара джаз фестивале лауреаты Ольга Янгалова, «Европа – Азия» халыҡ-ара фестивале дипломанты Рима Хазиева, талантлы йәш йырсылар Юнир Һағынбаев, Рим Рәхимов һәм башҡалар.
Ошо моңһоу, һағышлы көндәрҙә үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға күтәренке кәйеф, күңелдәргә ял, алға ынтылырға дәрт өҫтәп һеҙҙең өсөн әҙерләнгән байрамға 31 октябрҙә киске сәғәт 7-лә рәхим итегеҙ, хөрмәтле моң һәм илһам һөйөүселәр!