«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ҡотло булһын шөһрәтле юбилейың!



23.10.2012 Ҡотло булһын шөһрәтле юбилейың!

Ҡотло булһын шөһрәтле юбилейың!
Ижадта ирекле һәм ҡыйыу, тос фекерле баҫма – «Башҡортостан» гәзите үҙенең 95 йәшлек оло юбилейы айҡанлы ҡунаҡ йыйҙы
Килем алырға теләүселәр бихисап, әммә үҙ иле, милләте өсөн яуаплылыҡ тойоусылар, йорт-ере өсөн янып-көйөүсе рухлы гәзиттәр һирәк. «Башҡортостан» гәзитенең тап ошо маҡтаулы сифатын иң мөһиме тип билдәләү мотлаҡ.
Республикабыҙҙың иң олпат һәм абруйлы баҫмаларының береһе булған «Башҡортостан»ды ҡотларға килеүселәр менән «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы шығырым тулы ине. Республика баҫмалары вәкилдәре «ҡәләмдәш»ен, тантана башланмаҫ борон, фойела ҡотлап сығыш яһаны. Ошонда уҡ гәзит-журналдарға яҙылыу ҙа ойошторолғайны. Юбиляр баҫманың тарихы буйынса йәнле викторинала йәше-ҡарты теләп ҡатнашты.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаэль Зиннуров иң беренсе­ләр­ҙән булып ҡотлау өсөн сәхнә түренә күтәрелде.
– Уҡыусы менән бер быуатҡа яҡын туранан-тура һөйләшеү алып барыу – гәзит өсөн бәхетле яҙмыш ул. Ошо дәүер эсендә бай тарихлы баҫма Башҡортостан халҡының тормошона ныҡлы үтеп инде, республикала барған ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа намыҫлылыҡ һәм дөрөҫлөк эталонына әйләнде. Ватаныбыҙ үҙ тарихында төрлө осор кисерҙе – шатлығын да, фажиғәһен дә. Ләкин гәзиттең сираттағы һаны бер нигә ҡарамай үҙ ваҡытында сыға килде, республиканың уҙған һәр көнөнә баһа бирә барҙы. Халҡыбыҙҙың бер нисә быуынының яҙмышы ярат­ҡан гәзите менән бәйләнгән, уны кешеләр ысынбарлыҡты дөрөҫ яҡтыртҡаны һәм файҙалы булғаны өсөн ғүмер буйы ихтирам итте. «Башҡортостан»ға һәм уны донъя­ға сығарыуға ҡатнашлығы булған һәр кемгә бәхет, һаулыҡ һәм уҡымлы мәҡәләләр ижад итеүен теләйем! – тип, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе ул.
Артабан бер-бер артлы ҡотлаусылар – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Венера Хәкимова, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Жур­налистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев һәм башҡалар «Башҡортостан»ға иң изге теләктәрен еткерҙе.
Бүләкһеҙ ниндәй байрам булһын, һәр сығыш яһаусы гәзиткә бүләктәрен һәм коллектив ағзаларына Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Һәр дәүерҙә баҫманың үҙенең йөҙө булды. Халыҡтың кәңәшсеһе, милләтте алға әйҙәүсе органды етәкләүе, ай-һай, еңел түгелдер. Төрлө йылдарҙа гәзитте етәкләүсе мөхәррирҙәр Мансур Әйүпов, Тәлғәт Сәғитов һәм Рәлиф Кинйәбаев сәхнәгә сығып баҫҡас, тамашасылар, хөрмәт йөҙөнән, уларҙы бергилке алҡыштарға күмде. Ни тиһәң дә, дөйөм эште ойоштора һәм етәкләй белеү ҙә ҙур һәләт бит.
Төрлө район-ҡалаларҙан алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән баҫманың тоғро дуҫтары йыйылышып сыҡҡас, оло сәхнә тулды ла ҡуйҙы. Улар, береһенән-береһе уҙҙырып, йөрәк түренән сыҡҡан ихлас, йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Артистар сығышы менән үрелеп барған тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
А. НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға