19.10.2012 Шоу-бизнес тирәләй
Кәрәкле кешеләрҙе генә саҡырған
Николай Басков ошо көндәрҙә 36 йәшен билдәләне.
“Йондоҙ”ҙоң тыуған көнө тураһында бер ай элек һөйләшеүҙәр башлана. Ошо ваҡыттан алып уның ижадын яратыусылар йырсыға бүләктәр яуҙыра. Тап ошондай кешеләрҙең генә артистың иғтибарын йәлеп итә алыуы “Битва хоров” тапшырыуының һуңғы сығарылышында асыҡлана.
Был тапшырыу Николай Басковтың тыуған көнө алдынан була. Һәм, әлбиттә, алып барыусылар уға: “Тыуған көнөгөҙ айҡанлы ойошторолған байрамға уҡыусыларығыҙҙы саҡырып өлгөрҙөгөҙмө?” – тигән һорау бирә. Был һорауға “йондоҙ”: “Мин тик шылтыратып тыуған көнөм менән ҡотлаған кешеләрҙе генә саҡырасаҡмын”, − тип яуап бирә.
Ә бит Николай Басковтың телефон һандарын бик һирәктәр генә белә.
Рекламала байырмы?
Билдәле йырсы Филипп Киркоров беренсе тапҡыр реклама ролигына төшкән.
Был реклама өсөн, рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, “N” компанияһы (реклама булмаһын тип яҙмайбыҙ) йондоҙға биш миллион евро түләй.
− Рекламала төшөргә тәҡдимдәр күп булды. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында уларҙан баш тартырға тура килә ине. Ә был юлы барыһы ла тиҙ һәм яҡшы килеп сыҡты, − ти йырсы.
Реклама сюжеты буйынса Филипп Киркоров “N” салонына кеҫә телефоны һайларға килә. Уға телефон һайлауҙа ике сибәр һатыусы ҡыҙ ярҙам итә. Аҙаҡтан йырсы үҙенең яратҡан һүҙен “Ярай, һау бул”, − тип әйтә.
Дима еңерме?
11 ноябрҙә Франкфуртта 19-сы тапҡыр үткәреләсәк «MTV EMA − 2012» халыҡ-ара фестиваленең бүләкләү тантанаһы алдынан «MTV- Рәсәй» каналы “Иң яҡшы башҡарыусы” номинацияһында еңеүсене билдәләйәсәк. Дима Билан “Так не бывает” йыры менән әлегә иң күп тауыш йыйған.
Көсөргәнешле һынауҙа ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының халыҡ артисы “Серебро”, “Нервы” төркөмдәрен һәм бер төркөм йырсыны үтеп китә. Дима Билан Франкфуртҡа барып, иң яҡшы халыҡ-ара артист исеменә дәғүә итәсәк. Тик бының өсөн уға башҡа илдәрҙән килгән еңеүселәр менән көс һынашырға тура киләсәк.