«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Йырҙарым – минең уйҙарым...”



19.10.2012 “Йырҙарым – минең уйҙарым...”

“Йырҙарым – минең уйҙарым...”
Республика конкурстары лауреаты, ололарҙы ла, йәштәрҙе лә моңло тауышы менән таң ҡал­дыр­ған популяр йырсы Искән­дәр Ғәзизов Өфө халҡына ҙур бүләк әҙерләй. Тап ошо уңайҙан фай­ҙаланып, күптәрҙең кумирына әйләнгән йырсы менән әңгәмә ҡорорға булдыҡ.
− Искәндәр, ижад кешеһе һәр ваҡыт юлда була. Бигерәк тә ҡыҙыу йәй мәлендә һәр сәнғәт кешеһе түҙемһеҙләнеп көткән тамашасыһын ҡыуандырырға ашыға. Ә һеҙҙең өсөн был миҙгел нисек үтте?
− Эйе, йырсы һәр ваҡыт эҙләнергә, үҙе өҫтөндә эшләргә, яңынан-яңы ижады менән тамашасыны ҡыуандырып торорға бурыслы. Шулай ҙа артист кешегә лә ял кәрәк. Быйылғы йәй көндәрендә мин ял иттем, шулай ҙа ижадтан бөтөнләй ситләштем тип әйтеп булмай. Әле яңыраҡ ҡына, яңы көс туплағандан һуң, ижадташ дуҫым, билдәле йырсы Айгөл Һағын­баева менән республикабыҙҙың төрлө тарафтарында гастролдә бу­лып ҡайттыҡ. Әйтергә кәрәк, беҙҙе тамашасы йылы ҡабул итте, халыҡтың йыр-моңға битараф булмауы ҡыуандыра, артабан ижад итер өсөн дәрт өҫтәй.
− Сер түгел, күптәр кумирының шәхси тормошо менән дә ҡыҙыҡһына.
− Уныһы шулай. Ә минең шәхси тормошом әлегә сер булып ҡалһын. Барыһы ла Аллаға шөкөр.
− Әйткәндәй, Өфө тамашасылары өсөн өр-яңы концерт программаһы әҙерләйһегеҙ. Бәл­ки, “Йәш­лек” гәзите уҡыусыларына сер итеп кенә ошо тамаша тураһында һөйләрһегеҙ.
− Әлбиттә. Был тәүге ҙур концертым. Шуға ла бер аҙ тулҡынландыра. Әле ошо тамашаға әҙер­ләнеп йөрөгән ҡыҙыу мәл. 2 ноябрҙә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үтәсәк концертта сәхнәләш дуҫтарым да ҡатнашасаҡ. Өфө тамашасыһына йырҙарым хуш килер тигән өмөттәмен.
− Искәндәр, киләсәккә маҡсаттарығыҙ тураһында ла һөйләп китегеҙ әле.
− Мин һәр ваҡыт “тәгәрмәс өҫтөндә”. Әлбиттә, төп маҡсатым – яңы йырҙар ижад итеп, үҙ иткән тамашасыларымды ҡыуандырыу. Оҙаҡламай тағы ла гастроль ойошторор­ға тигән пландар ҙа бар.
− Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр яуларға насип итһен!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға