19.10.2012 "Ике килгән ғүмер"
Ошо көндәрҙә "Башҡортостан" киностудияһы Өфөләге "Родина" кинотеатрында "Ике килгән ғүмер" исемле тағы бер документаль фильмының исем туйын үткәрҙе. Ул Ванкуверҙағы Паралимпия уйындары чемпионы, билдәле яҡташыбыҙ Ирек Зарипов хаҡында. Фильм яңыраҡ ҡазанда үткән Халыҡ-ара мосолман киноһы фестиваленең конкурс программаһында ла күрһәтелгән.
Ирек Зариповтың ата-әсәһе, ҡатыны, үҙенең хәтирәләренән торған һәм бала сағынан алып бөгөнгө ҙур ҡаҙаныштары тураһында һөйләгән фильмдың авторы − Мәғәфүр Тимербулатов.
Паралимпия уйындары чемпионы тураһында фильм төшөрөү идеяһы барлыҡҡа килеүе тураһында режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова: "Беҙҙең өсөн мәктәптә уҡығанда роман, повесть геройҙары, шунан һуғышта ҡатнашҡан ветерандар өлгө булып торҙо, ә хәҙерге йәштәр экран “йондоҙҙар”ын герой тип һанай. Ләкин тормошта ла ысын кеше, ысын геройҙар осрай. Улар − беҙҙең менән бер үк һауаны һулап, эргәбеҙҙә йөрөгән ябай кешеләр. Ундайҙар үҙҙәренең эштәре, йәшәү рәүеше менән дә беҙгә өлгө булып тора. Ирек Зарипов кеүек көслө шәхестәр беҙҙең йәш быуын өсөн герой булырға тейеш тип һанайым", − тине.
БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ла чемпионыбыҙ тураһында йылы һүҙҙәр әйтеп үтте.
− Ауыр тормош һынауҙарынан һынмай, үҙеңдә йәшәргә көс табыу − был героизм. Ундайҙарҙы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тиһәк тә, улар күбебеҙҙән өҫтөн тора. Ирек Зариповтың еңеүҙәре − һис шикһеҙ, уның ғаиләһе, яҡындары, тренеры эшенең һөҙөмтәһе. Был фильм күптәргә йәшәү көсө бирер, үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырыр тип уйлайым, − тине ул.
− Тормош еңел түгел, ләкин барыһы ла үҙеңдән тора, һәр кем тормошон үҙе ҡора. Яҡындар, атай-әсәй ярҙамы ла булырға тейеш, ләкин, башлыса, үҙең тырышырға тейешһең. Теләгеңә ирешергә теләһәң, бар ҡыйынлыҡтарҙы үтергә тура киләсәк, ләкин аҙаҡтан һине уңыш көтәсәк. Мин ауыр саҡта һынып төшмәнем, алға ынтылдым һәм уңышҡа өлгәштем. Был еңел түгел, әммә мөмкин, − тип фильмды ҡарағандан һуң үҙ уй-фекерҙәре менән бүлеште Ирек Зарипов.
Фильмға килеүселәрҙең күбеһе йәштәр булып сыҡты. Ысынлап та, Ирек Зарипов үҙенең тормошо менән беҙгә яҡшы өлгө, ысын героизм сифаттарын күрһәтә. Йәш быуын тап шундай кешеләрҙән өлгө алһын ине.
Флүзә ТҮЛӘКОВА.