«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Йонсоу көҙҙөң сағыу биҙәге



16.10.2012 Йонсоу көҙҙөң сағыу биҙәге

Районыбыҙҙа, бигерәк тә ауылдарҙа яңы объекттарҙың асылыуы тормоштоң дауам итеүен дәлилләй, хатта, заман ауырлығына һылтанып, ситкә еңел аҡса эҙләп китеүселәрҙе уйланырға ла саҡыралыр. Ниғәмәт ауылында яңы мәҙәниәт йортоноң эш башлауы йонсоу көҙҙөң сағыу биҙәге булып, ауыл халҡының оло шатлығына әүерелде.
7 октябрҙә үткән тантанаға ниғәмәттәрҙе ҡотларға район хакимиәте башлығы И. Ситдиҡов, уның урынбаҫарҙары, предприятие-ойошма, ауыл хужалығы кооперативтары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары килде. Илшат Хәмит улы ҡотлау һүҙендә: “Бөгөнгө тантананы Ниғәмәт халҡы ғына түгел, ә барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көттөк. Ауылда мәҙәни усаҡ эшләй, дөрләп яна икән, тимәк, халыҡтың йәшәү дәрте лә һүнмәгән. Һуңғы осорҙа районыбыҙҙа яңы объекттарҙың асылыуы, төҙөлөш эштәре барыуы киләсәккә өмөт-ышаныс уята, тормошобоҙҙо йәмләй. Был йәһәттән районыбыҙға булған иғтибары өсөн Башҡортостан Президен­тына, Хөкүмәткә рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ үҙ эшенең оҫталары булған “Баймаҡ ПМК-һы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәренә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ”, – тине.
“Баймаҡ ПМК-һы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте начальнигы Р. Сырлыбаев: “Райондың үҫеүе, унда яңы мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары асылыуы ҡыуаныслы. Был тормош дауам итеүен, кешеләрҙең тырышлығын күрһәтә. Беҙгә халыҡты ҡыуандырған, уларға шатлыҡ өләшкән объекттарҙы ышанып тапшырыуҙары бик тә әһәмиәтле. Шуға күрә киләсәктә лә яңынан-яңы төҙөлөш эштәре башҡарылыр, йорттар, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары һ.б. ҡалҡып сығыр тип ышанабыҙ”, − тине.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл етте. Ал таҫма ҡырҡылып, тантанаға саҡырылыусылар, ауыл халҡы мәҙәниәт йортона үтте. Ике ҡатлы итеп һалынған бина заман шарттарына яуап биреүе, зауыҡлығы, матурлығы менән һоҡландырҙы.
Бындай ҙур тантана-байрамға бер кем дә буш ҡул менән килмәне. Сығыш яһаусылар, мәҙәниәт йортоноң уңышлы эшләүен, кешеләрҙең ялы файҙалы ойошторолоуын, бында рәхәтләнеп күңел асып булыуын теләп, бүләктәрен тапшырҙы. Ниғәмәттәргә бай йөкмәткеле концертын тәҡдим иткән эстрадабыҙ “йондоҙо” Вилдан Яруллин һәм уның менән бергә килгән йәш йырсылар ҙа был бинала концерт, спектаклдәрҙең өҙөлмәүен, һәр көн һөйөнөслө ваҡиғалар менән үтеүен теләне.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға