«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Яугир тигән данлы ата-бабам бар



02.10.2012 Яугир тигән данлы ата-бабам бар

Яугир тигән данлы ата-бабам бар
Стәрлетамаҡта республика шәжәрә байрамы уҙҙы
Көҙгө илаҡ көн булһа ла, Стәрлетамаҡтың ҡала мәҙәниәт һарайы алдында йыйылышҡан халыҡтың унда эше юҡ. Бында тирмәләр ҡоролған, милли кейемдәрҙә башҡорттар ғына түгел, сыуаштар, белорустар ҙа күренә, үткән быуаттарҙағы әрме һалдаттары ҡиәфәтенә ингән кешеләр ҙә йөрөштөрә. Эйе, бында байрам. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәжәрәһенә арналған республика кимәлендәге сара ул.
Шәжәрә тигәс тә, шуны билдәләмәү мөмкин түгел: 2006 йылда халыҡ байрамы булараҡ БР Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған сара республика төбәктәрендә үтә башлағас, нисәмә кеше ата-бабаларын, тамырҙарын етешәр, унар, хатта егермешәр быуынға тиклем асыҡланы икән? Бик күптәр архивтарға юл тотто, ауылдың өлкән кешеләренән, олатай-өләсәйҙәренән һорашты. Әле лә кешеләрҙә үҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта. Аҡыллы аҙым яһалды ул йылдарҙа шәжәрә байрамдары ойошторорға ҡарар итеп, тимәксемен.
Был юлы ла ғорурланырлыҡ шәжәрә ағастары төҙөгәйне Стәрлетамаҡҡа төрлө төбәктәрҙән килеүселәр.
ҡупшы ғына ҡоролған тәүге тирмә алдына киләбеҙ. Беҙ тигәнем, ябай юлдаштар ғына түгел, ә ғалим, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов, йәш фән кандидаттары Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Ирек Амантаев, БР Үҙәк тарих архивы белгесе Зөфәр Ғәтиәтуллин, Яугир тигән данлы ата-бабам бар
Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Фәнисә Аҡсурина.
Беренсе тирмәгә килдек, тигәйнем. Бында Ишембай райо­нының Маҡар ауылынан сыҡҡан ҡарамышевтар ҡаршыланы. Ошо нәҫелдән Салауат ағай шәжәрәһе менән таныштыр­ҙы. Шуныһы айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы: Мәскәүҙә ҡарамышевтар исемен йөрөткән Набережная урамы бар икән. Ул тап әлеге ҡарамышевтарҙың арҙаҡлы шәхесе хөрмәтенә ҡушылған булыуы ихтимал. Салауат ағай был фаразды өләсәһе Мәрхәбә хәтирәләренә нигеҙләй. “Ентекләп тикшерергә, асыҡлар­ға ине”, – ти ул.
“Беҙҙең, Байыҡ сәсән нәҫеленең, шәжәрәһе менән танышығыҙ”, – тип сәләмләнеләр артабан. Билдәле педагог, сәсән телле, шиғри күңелле Фларис Ғайсин туғандары менән Салауат районынан килгән. “Әхтәм бабабыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, нәҫел ағасыбыҙҙа ғорурланырлыҡ олатайҙарыбыҙ байтаҡ”, – тип үҙе лә сикһеҙ ғорурлыҡ менән бәйән итте Фларис Хәтмулла улы.
Алғараҡ китеп шуны әйтәйем: стәрлетамаҡтар байрамға интернациональ йәһәттән әҙерләнгән. Сыуаш Аулиш Почетти нәҫелдәре, белорус Бурдыко вариҫтары ла үҙ сығыштарын яҡшы белеүен күрһәтте. Башҡортостанды төйәк иткән һәр милләттең дә тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнергә, һаҡларға тырышыуына “афарин” тиергә генә ҡала.
Яугир тигән данлы ата-бабам бар
ҡыуатов фамилияһы ла тарихтары беҙгә яҡшы таныш. Үҫәргән ырыуынан сыҡҡан башҡорт дворяндары булараҡ өйрәнелә был нәҫел. Буранғол ҡыуатов Ырымбур губернаһының 9-сы башҡорт кантоны начальнигы була. Әлбиттә, ул саҡтарҙағы хәрби поход­тар­ҙан, 1812 йылғы һуғыштан ситтә ҡалмай. Миҙалдарға лайыҡ була, дворянлыҡ ала. Улы ҡаһарман да кантон башлығы вазифаһын башҡара, башҡорт балаларын Рәсәйҙең ҙур ҡалаларына уҡытырға ебәреүҙе ойоштора. Халыҡ йыры “ҡаһарман кантон” да таныш беҙгә. Ейәнсура районынан ҡыуатовтарҙың бөгөнгө вариҫтары шәжәрә менән бергә бай экспозициялы күргәҙмә лә тәҡдим итте. Әйткәндәй, ҡыуатовтар тоҡомонда әле лә арҙаҡлы шәхестәр, етәкселәр, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре бар.
Саҡмағоштан Бакировтар, Иглиндан Тикеевтар, Стәрлетамаҡтан Исхаҡовтар – һәммәһенең дә данлыҡлы улдары бар, һәр яуҙа ла батырлыҡтар күрһәткән улар. Мәҫәлән, Саҡмағош районында Аҫылғужа Бакиров исемен ихтирам менән телгә алалар. 1813 йылда Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Өсөнсө дәрәжә Изге Анна орденына лайыҡ була ул. Ғаиләһе менән Ырымбур губернаһы дворяндарының шәжәрә китабына индерелгән.
Һәр тәҡдим ителгән шәжәрә яугир ҙа, уҡымышлы ла милләттәштәребеҙ менән ғорурланырлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Беренсе башҡорт дворяндары Аҡсулпановтар, ҡаһым түрә үҙҙәре генә лә ни тора!
Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында йәшәй Аҡсулпановтар. Улар атай-олатайҙары тураһында тарихи мәғлүмәттәрҙе, хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай.
“ҡартатайыбыҙ Күсәрбайға дворянлыҡ титулы бирелеүе тураһында грамота яҡшы эшкәртелгән тирегә яҙылған ине. Мин бала саҡта уны ҡулыма күп тапҡыр алып ҡарағаным булды, тик һуңынан бер ғалим килеп алып киткән, үкенескә күрә, кем икәнен белмәйбеҙ, быны асыҡлайһы бар”, – тип һөйләй Кинйәбай Шәйбәк улы Аҡсулпанов. Ул ауылда фермер хужалығын етәкләй.
1793 йылда батшабикә Екатерина Икенсе тарафынан бирелә дворянлыҡ титулы. Үҙәк дәүләт архивында грамотаның күсермәһе һаҡлана. Әйткәндәй, Күсәрбай Аҡсулпанов етенсе башҡорт кантонын етәкләгән.
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, Аралбай Аҡсулпанов Парижғаса етә, өсөнсө дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә, миҙалдарға лайыҡ була.
Юлай Аҡсулпанов атай-олатайҙары тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне. Дворяндарҙың йәш вариҫы тарих менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, аспирантурала уҡый.
ҡаһым түрә, 22 йәшендә генә полковник званиеһы алған ҡаһым Мырҙашевтың тоҡомо ла дауам итә бөгөн. Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында был билдәле шәхесебеҙгә арнап стела ла ҡуйылған. ҡаһымдың бер генә улынан – Хәбибул­ланан таралған ҡа­симовтар. Хәби­бул­ланың бүләһе Ғәй­нулланың ҡыҙы Гөлнур ханым һөйләне 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры ҡа­һымдың шәжәрәһе хаҡында.
Байрам мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙандан залға күсте. Бында 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған театрлаштырылған тамашаны күреп, битараф ҡалыусы булмағандыр. Амбициоз ниәттәре менән маһайған Наполеон да, ил һаҡларға йәнен аямай сыҡҡан һалдаттар ҙа, Ватанына тоғро ҡалып, иң тәүгеләрҙән булып 28 полк ойошторған башҡорттар ҙа – француздарҙы ҡурҡытҡан “төньяҡ амурҙары”, Кутузовтың “любез­ный”ҙары, Гете һоҡланған олатайҙарыбыҙ – булды. Был республика шәжәрә байрамында сығыш яһаусылар нәҫелендә генә түгел, ә һәр беребеҙҙең тамырҙарында бар бит ғорурланырлыҡ яугирҙар. Шундай фекерҙәрен еткер­ҙе йыйылыусыларҙы тәбрикләргә килгән рәсми вәкилдәр ҙә.
Быйылғы конкурсҡа әҙерләнгән ғаиләләр сәхнәнән ижади оҫталыҡтарын да күрһәтте.
Әйткәндәй, конкурстан тыш шәжәрәләрен Асҡындан 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан Зәғәфуран Ибраһимов нәҫеле, Ауырғазы районынан ҡоҙашевтар, Күгәрсен районының Бикес ауылынан Ишемғоловтар күрһәтте.
Байрам конкурс тип үткәрелһә лә, шәжәрәһен өйрәнгән, архив мәғлүмәттәре, тарих­ҡа нигеҙләнеп яҙылған китаптар менән таныш­ҡан, асыҡлайһы нәмәләрҙе асыҡларға ынтылған, үҙ үткәненә битараф булмаған замандаштарыбыҙҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Кем әйтмешләй, ҡатнашыу мөһим.
Шәжәрә – халыҡ хәтере, тиҙәр. Ошо хәтеребеҙҙән яҙмайыҡ, милләттәштәр.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға