«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Лайыҡлылар бүләкләнде



25.09.2012 Лайыҡлылар бүләкләнде

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында XXII Ха­лыҡ-ара Аксаков байрамы сиктә­рен­дә Сергей Ак­саков исемендәге премия лауреаттарын тәбрикләү тан­танаһы үтте.
Тантана алдынан урамда костюмлаштырылған бал үтте. Сөнки был юлы балда ҡатнашыусылар ғәҙәттәгенән күберәк булып сыҡ­ты, Аксаков халыҡ йорто (хәҙерге Баш­ҡорт дәүләт опера һәм балет театры) барыһын да һыйҙыра алманы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, артистар һаны ғына быйыл 250 кешегә еткән. Кадеттар, студенттар һәм төрлө бейеү коллективтарының боронғо марш, көйҙәргә өйрөлөп бейеүен халыҡ кинәнеп күҙәтте.
Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов асты.
– Был байрам Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, күрше-тирә төбәктәр өсөн дә мөһим роль уйнай. Байрамға ҙур әҙерлек эштәре алып барылды. Мәҫәлән, Туҡай урамында урынлашҡан ‒ 800 метрлыҡ Софья аллеяһы реконструкцияланды. Софья аллеяһы – ҡалалағы берҙән-бер классик типтағы аллея, уға 1860 йылда Софья Аксакова – яҙыусының улы, тәүге Өфө губернаторы Григорий Аксаковтың ҡатыны тарафынан нигеҙ һалынған. Әйткәндәй, аллея йәйәүлеләр өсөн бик йәмле урын, тиҙҙән уның ғаилә менән ял итеү үҙәгенә әйләнәсәгенә шик юҡ, – тине ул.
Аксаков фонды рәйесе, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Аксаков музейы директоры һәм Аксаков байрамын ойоштороусы, яҙыусы Михаил Чванов попечителлек советы ағзаларын бүләкләне.
Аксаков премияһы йәш таланттарҙы күтәреү маҡсатында 1992 йылдан тапшырыла. Ә ошо уҡ исемдәге әҙәби премия һуңғараҡ, 1996 йылда ойошторола. Йыл һайын ул өс номинация буйынса тапшырыла: иң яҡшы ғилми-тикшеренеү, ҡул һәм Сергей Аксаков ижадына һәм уның ғаиләһенә бәйле мәғрифәтселек эштәре.
– Премияның үҙенсәлегенә ҡарап, уны тик гуманитар уҡыу йорттарының студенттары аласаҡ тип уйлай инек. Ләкин яңылышҡанбыҙ, спорт һәм техник уҡыу йорттары студенттары араһында ла премияға дәғүә итеүселәр бар, – тине Өфө ҡала советы рәйесе Евгений Семивеличенко. – Тимәк, йәштәр классик әҙәбиәткә, тыуған ергә, яҙыусы пропагандалаған ғаилә ҡиммәттәренә битараф түгел.
Конкурсҡа ҡуйылған эштәр үҙҙәренең төрлөлөгө менән айырылып тора. Бында ғилми тикшеренеү ҙә, интернет-ресурстарҙы ҡулланыу һәм видеороликтар ҙа бар. Һөҙөмтәлә талапсан жюри түбәндәге юғары һәм урта уҡыу учреждениеларының студенттарын «иң-иң»дәре тип баһаланы. «Иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше» – Венера Нәҙершина, Гөлшат Өмөтбаева (БДУ), Финат һәм Фидан Сибәғәтуллиндар (Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты); «ҡул эше характерындағы иң яҡшы хеҙмәт» – Хеҙмәт һәм социаль бәйләнештәр академияһының студенттар коллективы; «Сергей Аксаков ижадына һәм уның ғаиләһенә бәйле мәғрифәтселек эше» – Юлиә Абдуллина (БДПУ).
Шулай уҡ дүрт конкурсант дәртләндереү призы сифатында Өфө ҡала советының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Улар – Елена Артюкова (БДПУ), Виктор Киликаев (БДАУ), Софья Комарова (1-се Өфө педагогия колледжы) һәм Любовь Максимова (БДПУ). Сергей Аксаковтың ижадын өйрәнеүҙә оло тырышлыҡ һалыусы, бик күп лауреаттарҙың ғилми етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының заманса рус теле кафедраһы доценты Елена Евдокимоваға ла премия тапшырылды.
Кисәне бейеү коллективтары, үҙешмәкәр артистар сығыштары дауам итте.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға