18.09.2012 Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты: проблемалары һәм үҫеш юлдары
Һәр бер үҫешкән телдең һөйләштәре, диалекттары, әҙәби формаһы булыуы тәбиғи хәл. Телдең әҙәби формаһы һөйләш һәм диалекттарға нигеҙләнеп яһала. Ул ни тиклем стандартлаштырылған, нормаға һалынған булмаһын, төрлө диалект вәкилдәре өсөн ят булмаҫҡа тейеш, йәғни һәр кеше унда үҙ һөйләшенә, диалектына хас элементтарҙы күрә алырға тейеш. Юғиһә телдең әҙәби формаһын үҙ итмәү, уны өйрәнергә теләмәү күҙәтеләсәк. Былар, үҙ сиратында, бигерәк тә тарихты, үткәндәрҙе белмәгән осраҡта, кешенең үҙ милләтен билдәләгәндә шик тыуҙырыуы мөмкин.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле, заманында аҙ өйрәнелеү һәм, беҙҙең уйыбыҙса, бары тик күҙгә бәрелеп торған (бигерәк тә фонетик) үҙенсәлектәрен генә иҫәпкә алыу сәбәпле, башҡорт әҙәби теленең нигеҙҙәрен формалаштырыуҙа ҡатнашмаған. Бының, әлбиттә, объектив сәбәптәре лә булған. Башҡорт телен үҙ аллы тел итеп һаҡлап ҡалырға тырышыу шарттарында бары тик был телгә хас үҙенсәлектәрҙе норма итеп алыуҙы нигеҙле тип һанарға мөмкин.
Юғарыла әйтеп үтеүебеҙсә, әҙәби телдең бөтә халыҡ тарафынан, ниндәй диалектта һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, танылыуы мөһим. Был уның артабанғы үҫешен тәьмин итә. Сөнки, беренсенән, «телдең йәшәй алыуы өсөн был телде туған теле тип һанаған, был телдә һөйләшкән кешеләр төркөмөнөң булыуы мөһим» (автор тәржемәһендә – Ф. Ғ.) (Швейцер А. 1976, 134 б.), икенсенән, халыҡтың һаны туранан-тура телдең функциональ үҫешенә бәйле, йәғни халыҡтың һаны күп булған һайын һәм ул бер урынға тупланып йәшәгән осраҡта телде ҡулланыу өлкәләре арта, һәм, киреһенсә, халыҡ һаны аҙ булғанда һәм ул төрлө ергә һибелеп йәшәгәндә телдең үҫеү мөмкинлектәре сикләнә» (автор тәржемәһендә – Ф. Ғ.) (Аврорин, 1975. 110 б.).
Башҡорт әҙәби теле формалашҡан дәүерҙә ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттары өсөн ят булған, аңлашылмаған тип уйламайбыҙ. Киреһенсә, ул ваҡытта был төбәк башҡорттарының теле әҙәби телгә әлегә ҡарағанда күпкә яҡын булған, тигән фекерҙәбеҙ. Быны башҡорт диалектологтары тарафынан уҙғарылған тикшеренеү һөҙөмтәләре дәлилләй (Байышев, 1955; Миржанова, 1991; Мәҡсүтова, 1996). Автор шәхси күҙәтеүҙәре нигеҙендә лә шундай һығымтаға килә. Башҡорт әҙәби теленә хас ҡайһы бер элементтарҙың (мәҫәлән, «ҙ» өнө, хәҙерге замандың – майым/-мәйем юҡлыҡ формаһы, башҡорт теленә хас ирен гармонияһы, ай/-әй дифтонгы һ. б. (Миржанова, 1991, С. 150 – 152, 146, 139) бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалыуы был төбәк башҡорттары теленең башҡа башҡорттарҙың теле менән уртаҡ тамырлы булыуы тураһында һөйләй. Әгәр ҙә инде, әйтәйек, «ҙ» өнө үҙләштерелгән генә бер элемент булһа, күптән телдән төшөп ҡалған булыр ине. Сөнки «з» йәки «д» өндәрен әйтеүе күпкә еңелерәк.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле билдәле кимәлдә татар теленең йоғонтоһон кисергән. Беҙҙеңсә, бының төп сәбәптәренең береһе булып бына инде нисә тиҫтә йыл был төбәк мәктәптәрендә татар телендә йәки татар телен уҡытыу тора. Быға өҫтәп, район гәзитенең тәү башлап сыға башлағандан алып татар телендә нәшер ителеүен дә әйтеп үтергә мөмкин (һуңғы бер нисә йылда ғына гәзиттең башҡортса һәм русса дубляждары донъя күрә башланы). Башҡорт театр труппаларының, музыкаль коллективтарҙың был яҡтарҙа һирәк булыуы һәм, киреһенсә, көнбайыш күршеләрҙең был өлкәлә әүҙемлек күрһәтеүе, әлбиттә, тәьҫир итмәй ҡалмай.
Уҡытыу теленә килгәндә, был төбәк башҡорттары өсөн башҡорт әҙәби теле грамматикаһын өйрәнеү күпкә еңелерәк. Башҡорт теленә хас булған «ҙ», «ҫ» өндәрен үҙләштереү генә бер ни тиклем ҡыйынлыҡ тыуҙырырға мөмкин. Әгәр ҙә инде мәктәптәрҙә уҡытылған инглиз телендә ошоларға оҡшаш өндәрҙең булыуын иҫәпкә алһаҡ һәм ике дәрестә лә (башҡорт һәм инглиз телдәре дәрестәре) ошо өндәрҙең әйтелешен нығытыу өҫтөндә эш башҡарылһа, был мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителә. Ваҡыты-ваҡыты менән, бәлки, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, китаптар сығарырға, был диалектта уҡытырға кәрәктер, тигән һорауҙы ишетергә тура килә. Беҙҙең фекеребеҙсә, бының кәрәге юҡ һәм был һорау хатта урынһыҙ ҙа. Заманында был мәсьәлә буйынса билдәле башҡорт ғалимдары ла үҙ фекерҙәрен белдергәйне. Мәҫәлән, филология фәндәре докторы Ф. Хисамитдинованың уйынса, «был башҡорт әҙәби теленең социаль базаһын, ғилми һәм ғилми-методик көстәрҙе бүлгеләүгә, икенсе әҙәби телдең барлыҡҡа килеүенә, көнбайыш башҡорттары араһында ғына түгел, башҡа башҡорттар араһында ла ассимиляция процестарының әүҙемләшеүенә «килтерәсәк» (автор тәржемәһендә – Ф. Ғ.) (Хисамитдинова, 2001, 17 б.).
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында уҡытыу һ. б., беренсенән, башҡорт халҡының төрлө төркөмдәрен бер-береһенән ситләштерәсәк. Икенсенән, маҡсаттар сығымдарҙы аҡламаясаҡ, йәғни аҡса бушҡа сарыф ителәсәк. Өсөнсөнән, юғарыла әйтеп үтеүебеҙсә, һәр телдең диалекттары, әҙәби формаһы бар. Тимәк, башҡорттар ғына түгел, башҡа халыҡтар ҙа тейешле урындарҙа нормалаштырылған телде ҡуллана алыр өсөн уны өйрәнергә бурыслы. Юғиһә тәртип, камиллыҡ боҙоласаҡ. Бер халыҡ эсендәге төрлө этник төркөмдәрҙең һәр береһе үҙ теленә үҙаллылыҡ даулай башлаһа, был, айырым алғанда – телдең, ғөмүмән алғанда, халыҡтың үҫешен тотҡарлаясаҡ, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади проблемалар тыуҙырасаҡ.
Беҙ ниндәй генә телдә (шул иҫәптән туған телдә лә) йәки нисә телдә һөйләшһәк тә, уларҙа иркен аралашыу, йәки үҙебеҙҙең ул телдәрҙә мәғлүмәт алыу ихтыяжыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн был телдәрҙе белеүҙе билдәле бер кимәлдә тоторға, даими рәүештә телде камиллаштырырға тейешбеҙ. Сөнки тел, билдәле нормаларға, стандарттарға таянһа ла, үҙгәрә торған тормош шарттарына яраҡлашыу өсөн үҫеп, байығып тора. Ваҡыт менән бергә атларға теләгән кешегә был яңылыҡтарҙы үҙләштерергә генә ҡала.
Телде уҡытыу процесында, дәреслек һәм башҡанан тыш, педагогик кадрҙарҙың да тейешле квалификацияға эйә булыуы мөһим. Төньяҡ-көнбайыш райондарында башҡорт теленең ситтән тороп уҡыу һөҙөмтәһендә «башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» тигән яңы квалификацияға эйә булған татар теле йәки башҡа фән уҡытыусылары тарафынан уҡытылыуы уҡыусыларға башҡорт теленән тейешле кимәлдә белем биреүгә булышлыҡ итмәй. Бындай уҡытыусылар, грамматиканы яҡшы белгән хәлдә лә, башҡорт телендә һөйләшеү тәжрибәһе булмау сәбәпле, уҡыусыларға был телдең һөйләү телмәре аша бирелә торған нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен биреп еткерә алмай, хатта, күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, еткерергә лә тырышмай. Райондарҙа штаттар ошондай уҡытыусылар менән тултырылыу сәбәпле, башҡорт теле буйынса кадрҙар мәсьәләһе хәл ителгән булып һанала.
Бөтә халыҡтың тел байлығын туплаған әҙәби тел төрлө ырыуҙарҙан булған, төрлө диалекттарҙа һөйләшкән, төрлө антропологик типтарға ҡараған милләттәштәрҙе берләштерергә бурыслы. Ә инде бер-береһенән теге йәки был үҙенсәлек менән айырылған милләттәштәр был үҙенсәлектәрҙе тәбиғи тип ҡабул итеп, бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейеш. Көстө милләт эсендәге бәхәсһеҙ ҡабул ителә торған ысынбарлыҡты үҙгәртергә сарыф итмәҫкә, дөйөм милләтте борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә йүнәлтергә кәрәк.
Ф. ҒАРИПОВА,
БР Фәндәр академияһы Гуманитар
тикшеренеүҙәр институтының бүлек
мөдире, филология фәндәре кандидаты.