«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Сәхнәлә – “Эдип батша”



14.09.2012 Сәхнәлә – “Эдип батша”

Сәхнәлә –  “Эдип батша”
20 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 93-сө ижад миҙгелен асасаҡ. Йыл һайын сезон башланған көндә премьера спектакле тәҡдим итеү бында матур традицияға әйләнгән. Тамашасыларға был юлы Софоклдың “Эдип батша” трагедияһы тәҡдим ителә. Спектаклде Санкт-Петербургтан режиссер Илдар Сакаев сәхнәгә сығара.
Яҙмыштан ҡотолоп буламы? Һәм, ғөмүмән, мөмкин эшме был? Әллә ул кеше тормошо менән үҙе теләгәнсә шаярамы?
Быуаттар буйына әҙәм балаһы ошо мәңгелек һорауҙар алдында баш вата. Тәҡдир көсө алдында бирешеп ҡалғандар бар. Уны еңер өсөн юҡ көсөн бар итеп ҡабаттан аяҡҡа баҫҡандар бар. Билдәле бит – Ер йөҙөндә күпме әҙәм булһа – шунса уҡ яҙмыш.
Софокл трагедияһының төп геройы Эдип та уҙырға тырыша үҙ яҙмышын. Үҙе донъяға килгәнсе үк яҙмышына яҙылған ҡара мөһөр­ҙән арынырға тырышып, ниҙәр генә ҡылмай ул!
Бер ҡарағанда, уның барыһы ла бар кеүек. ҡөҙрәтле батша ғаиләһенең берҙән-бер вариҫы. Муллыҡ, байлыҡ, дан, хатта батшалыҡтың үҙе үк тыумыштан уҡ уның аяҡ аҫтарына түшәлгән. Тик Олимп аллалары уның менән шаярырға ҡарар ҡыла. Бер мәл килеп был батша вариҫы үҙ атаһын үлтерәсәк һәм әсәһенә өйләнәсәк, тигән хөкөм ҡарары сығара улар. Саҡ донъя­ға килгән сабый өсөн ҡәтғиме был ҡарар? Әлбиттә. Ә үҙ вариҫына ҙур өмөттәр бағлаған атай кеше ни эшләргә тейеш? Эдиптың атаһы – Лай батша үҙ ҡарарын ҡыла – улын үлтертергә хәл итә.
Тик бына уның хеҙмәтсеһенең генә был эшкә ҡулы күтәрелмәй. Ул сабый­ҙы, йәлләп, Коринф көтөүсеһенә ҡалдырып китә. Эдип Коринф батшаһы Полиб ғаиләһендә үҫеп буй еткерә. Үҙен үҫтергән ата-әсәһенең үҙ ҡаны түгеллеген генә белмәй ул.
Егет ҡорона ингән Эдип алдында йәнә бер һынау: яҙмыш юраусы уға үҙ атаһын үлтерәсәген әйтә. Был бәләнән ҡотолорға ынтылған егет сәфәргә сыға һәм… тар юлда Лай батша менән ҡара-ҡаршы осраша. Артабан инде ваҡиғалар тап Олимп аллалары юрағанса…
Донъя мәҙәниәтендә был тарих киң билдәле. “Эдип батша” – Софоклдың әлегә саҡлы билдәле булған ете трагедияһының береһе. Һәм, моғайын, иң аяныслыһылыр ҙа.
Был тетрәткес тарихты һәр режиссер өр-яңынан үҙенсә аса. Тик шуныһы ғәжәп – ошо трагедия сәхнәләрҙә уйналған һайын әлегәсә күрелмәгән яҡтары менән ҡабаттан балҡып китә.
Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыласаҡ был спектакль уның тарихында сағыу бит буласағына тулы ышаныс бар.

Фәниҙә ИСХАҡОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға