«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Бына ҡайҙа ул иң шәп төн!



31.08.2012 Бына ҡайҙа ул иң шәп төн!

Бына ҡайҙа ул иң шәп төн! Өфөлә тәү тапҡыр «Башҡорт киноһы төнө» үтте
Бынан 5 – 6 йыл элек илдә «Кино төнӨ» уҙғарыла башланы. Сара кино сәнғәтен популярлаштырыу, халыҡты күпләп кинотеатр­ҙарға йәлеп итеү маҡсатында ойошторола. Бер төн эсендә бер сеанс хаҡын түләп, әллә нисә фильм ҡарап сығыу бер ҙә насар түгел, эйеме?
Ниһайәт, был файҙалы акцияға «Башҡортостан» дәүләт киностудияһы ла ҡушылды һәм башҡорт киноһын һөйөүселәрҙе таңға тиклем фильмдар ҡарарға саҡырҙы.
Рәсәй киноһы көнөнә арналған сара республиканың кино оҫталары менән осрашыуҙан башланды. Рәсми өлөштә студия етәкселәре башҡорт киноһы үҫешенә арымай-талмай хеҙмәт итеүселәрҙе билдәләп үтте.
– Элек-электән кинематографтар­ҙың бер йолаһы йәшәп килә: фильм төшөрөү тамамланғас, штативҡа тәрилкәне һуғып ватыу. Селпәрәмә килгән тәрилкә киҫәктәрен төшөрөү төркөмөнән һәр кем үҙенә иҫтәлеккә ала. Ә бына беҙ бүләк итәсәк «тәрилкә»не ғәҙәт буйынса ватып ҡуймағыҙ, – тип шаяртты БР Кинема­тографистар союзы рәйесе Айсыуаҡ Йомағолов, еңеүселәрҙе тәбрикләп.
«Исемле тәрилкә»ләргә документаль кино белгесе Вилүрә Иҫәндәүләтова, уйын киноһы режиссеры Айнур Асҡаров, башҡорт анимацияһы флагманы Рим Шәрәфетдинов һәм Кино ветерандары советы рәйесе Фәрит Ғәбитов лайыҡ булды.
Ә киске сәғәт ундан «Родина» кинотеатры алдындағы майҙанда билдәле эстрада артисы Сәғиҙулла Байегет һәм «Бүреләр» рок-төркөмө сығыш яһаны. Халыҡ, бигерәк тә йәштәр, майҙанда күбәйгәндән-күбәйә барҙы. Яңы уҡыу йылын башларға баш ҡалаға килгән студенттар бер-береһен һағынышып күреште. Рәхәтләнеп үҙ-ара ара­лаш­ҡан йәштәргә ҡарап, бындай сараларға мохтажлыҡ кисергәнбеҙ икән тигән уй килде. Күп тамашасылар кинозалда баҫып торорға ла риза булды. Сөнки билеттар бик тиҙ һатылып бөткәйне.
Экранда тәүҙә түҙемһеҙлек менән көткән премьера тәҡдим ителде. Йәш режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның «Кәләш алам!» тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильмын йылы ҡабул иттеләр тип ышаныслы әйтергә була. Бөгөн федераль каналдар, мәҫәлән, шул уҡ НТВ, йәш енәйәтселәр өсөн ҡулланма кеүек. Үлтереш, талау, көсләү, эсеү, наркотик ҡулланыу һәм башҡалар… Йөрәкте йылытыусы, йәшәргә ынтылыш уятыусы бер мәғлүмәт тапмаҫһың. Ошо фонда ауылса ябай, ихлас, күңелдәрҙе дәртләндереп ебәреүсе үҙебеҙсә фильм бик-бик кәрәк! Афарин, Таңсулпан! Һин беҙҙең өмөттәрҙе аҡланың! Яңы киноның йөкмәткеһе былайыраҡ: һайлансыҡ егет кәләш алырға теләй. Тик яусының әллә нисә кандидатураһын, етеш­һеҙлектәр табып, кире ҡаға, йәнәһе, быныһы былай, тегенеһе тегеләй. Кейәү егетенең ниндәй көлкөлө хәлдәргә ҡалғанын, фильмды ҡарағас, үҙегеҙ белерһегеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Юғиһә, барыһын да һөйләһәм, ҡыҙығы ҡалмаҫ.
Йәш талант Айнур Асҡаровтың ҡыҫҡа метражлы башҡорт киноларының хитына әйләнгән «Еңмеш»ен программаға индермәү сараның бәҫен төшөрөр ине, билләһи. Бик күп Рәсәй кинофестивалендә ҡатнашып, диплом һәм номинациялар яулап ҡына ҡалманы башҡорт «Еңмеш»е, тора-бара бөтә донъяны яулай башланы. Ҙур экрандан тәүгә ҡарағанға күрәме, төп герой Илнур – һинд фильмы фанатының мажаралары тағы ла сағыуыраҡ, көслөрәк тойолдо. Кино барышында рәхәтләнеп көлдөк тә, киноға инә алмаған малайҙы йәлләп күҙҙәребеҙҙе лә сылаттыҡ. Йәш актер Ғәлимйән Мәмбәтовтың оҫталығы был фильмдың, режиссер­ҙың төп уңышы, тип әйтһәм, ҡаршы килеүселәр булмаҫ. Юҡҡа ғына быйыл йәй Өфөлә үткән «Ер һәм кешеләр» кинофестивалендә Ғәлимйән иң яҡшы актер тип табылманы! Шәхсән үҙем, балалар ҡатнашлығындағы фильмдарҙы айырым билдәләйем. Кескәйҙәр менән бик ҡыҙыҡлы ла, уларҙы төшөрөүе ауыр ҙа. Балаларҙың психологияһын яҡшы белергә кәрәк. Айнурҙы был фильмы өсөн «Ералаш» киножурналын төшөрөүселәргә тиңләргә була, минеңсә.
Кино төнөндә башҡорт фильмдары, йәнһүрәттәр, музыкаль клиптар күрһәтелде. Тамашасылар ялҡып китмәһен өсөн тәнәфестәр араһында фойела Айҙар Хәмзин, Гөлнур ҡарабулатова, Алтынай Юнысова, Шәһиҙулла Хамматов һәм башҡалар күңелдәрҙе асты. Артабан тамашасылар Айсыуаҡ Йомағоловтың «Елғыуар», Булат Йосоповтың «Ун өсөнсө раунд», Таңсулпан Бураҡаеваның «Минең йондоҙом» тулы метражлы, «Рәхмәт» ҡыҫҡа метражлы фильмдарын таңға тиклем ҡараны.
Беренсе башҡорт киноһы төнөнән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, башҡорт киноһын һөйөүселәр өсөн бындай төндәрҙе өс айға бер тапҡыр уҙғарырға иҫәп тоталар.


Милли кино буласаҡмы?

Бала сағымда беҙҙең ауылға киноның райүҙәктән автобуста йәки икмәк машинаһында килеүе хәтер­ҙә ҡалған. Киномеханик апай ленталар һалынған түңәрәк һауыттарҙы ҡаршы сығып алыр ине. Унан ниндәй фильм күрһәтәсәген күк йәки ҡыҙғылт-һары буяуы менән яҙып элеп ҡуя, ә беҙ балалар сеансы башланыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Хатта ҡат-ҡат ҡаралған кино булһа ла, унда бармау мөмкин түгел. Сөнки сихри кино донъяһы үҙенә тарта, ымһындыра, аҡ экранда яратҡан геройҙарыңдың йәнләнеүе мөғжизәгә тиң булып күренә. Һинд киноларын ҡарағандан һуң: «Үҫкәс, әртис булам!» – тип хыялланмаған балалар һәм үҫмер­ҙәр бик һирәк ине (кино сәнғәтенең йоғонтоһо көслө шул, мин дә актриса булыу хаҡында ныҡ уйлана инем. Икенсе класта район гәзитенә «Актриса буласаҡмын» тигән тәүге мәҡәләмде лә ебәрҙем. Уның баҫылып сығыуы, күрәһең, журналистика өлкәһенә этәргес көс булған, һәм, тора-бара хәбәрсе булырға тигән маҡсат ҡуйҙым). Бер мәл нилектәндер Һиндостан фильмдарын башҡортса тәржемә итә башланылар. Ул саҡта ауылдарҙағы бәләкәй тамашасыларҙың шатланыуы! Үҙебеҙҙең башҡорт фильм­дарын күрһәтәләрме ни!
Башҡорт киноһы тураһында һүҙ сыҡһа, күптәр киноиндустриябыҙҙы әрләй башлай, беҙҙең йүнле кино бармы һуң, тип ебәрәләр. Әйҙәгеҙ, башҡорт кинематографияһы үҫешеүенә аяҡ салған сәбәптәрҙе эҙләп ҡарайыҡ.
Иң тәүҙә кадрҙарҙың етешмәүе бәкәлгә һуға. Ә бит Хөкүмәт кино буйынса йәштәрҙе күпләп уҡырға ебәрә. Тик Башҡортостанда киноның оло килем килтермәйәсәген аңлаған белгестәр, уҡып сыҡҡас, тыуған яҡҡа кире әйләнеп ҡайтмай, ҙур ҡалаларҙа ҡалырға тырышып ята. Бик һирәктәр генә, илһөйәрлек рухына эйә булғандар, башҡорт киноһын үҫтереү хаҡында уйлай. Был «һатлыҡ йәндәр»гә ҡарата килешеү төҙөгән ваҡытта ҡатыраҡ саралар ҡулланырға кәрәктер, бәлки?
Барыһы ла аҡсаһыҙлыҡҡа барып төртөлә – эйе, бының менән тулыһынса килешергә мөмкин. Дәүләт милли кинематографияға етерлек аҡса бүлмәй, шуға күрә фильмдарҙың сифаты шәптән түгел. Ә ошо уҡ ваҡытта Мәскәү йәки Питер кеүек төбәктәрҙә төшөрөлгән мәғәнәһеҙ фильмдарға миллиондарса һум тотонола. Беҙҙең ҡыҙыҡлы темалар тубыҡтан, ә халҡым азатлығы тип янған тарихи шәхестәр йәки башҡорт ихтилалдары хаҡында бына тигән блокбастер­ҙар төшөргәндә? Голливуды ары торһон! Голливуд миллиард һумға торошло эффекттар, юғары техник мөмкинлектәр менән алдырһа, беҙҙең фильмдар тәрән мәғәнә, башҡортҡа ғына хас төплө фәлсәфә, мәҙәни һәм тарихи үҙенсәлегебеҙ менән алға сығырға тейештер.
Тик милли үҙаңды, рухты уятыусы фильм өсөн, шартлап китһәң дә, бер тин аҡса бүлмәйәсәктәр. Сөнки батша карателдәренең тереләй яндырыуын, язалауын тәфсирләп күрһәтеүсе кинонан һуң, һәр башҡорттоң йөрәгенән нәфрәт уты урғыласаҡ. Бәғзеләргә был бер ҙә файҙаға түгел. Башҡорт режиссер­ҙарының егерме миллион һумлыҡ проекттары ирек даулаған шәхес хаҡында булыуы сәбәпле, ҡыҙға­ныс­ҡа ҡаршы, тормошҡа ашмай ҡала.
Әйткәндәй, Рәсәй – Франция һуғышының 200 йыллығына «Төньяҡ амурҙары» фильмын вәғәҙәләнеләр. Тик әлеге аҡсаһыҙлыҡ, әллә йүнле сценарий булмауы арҡаһында, тарихи фильм төшөрөлмәй ҡалды.
Йыл һайын беҙҙең ижадсылар төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша. Халыҡ-ара, Рәсәй кинофестивалдәрендә беҙҙең таҫмалар төрлө урындар яулап ҡайта. Айнур Асҡаров иһә, Канн фестивалендә ҡатнашып, Һиндостанда гран-при һәм күп башҡа илдәрҙең кинофестивалендә оло еңеүҙәр яулап, башҡорт киноһының киләсәге бар икәнен иҫбатланы. Ул ғына ла түгел, донъяуи кимәлгә сығыу мөмкинлеге бар, тип күҙҙәрҙе асты егетебеҙ. Халҡымдың кино сәнғәте, милли фильмдар буласаҡ, тип ышанып тибә һәр тамашасының йөрәге. Республика Хөкүмәте лә бар яҡлап, төбәктәге кино үҫешен яҡлаһын ине. Сөнки ул әлегә киностудияның берҙән-бер инвесторы. Бөгөн башҡорт киноһы феноменын булдырыуға көнө-төнө көс түккән, бәләкәй эш хаҡына йөрөгән, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаған көслө рухлы Зөһрә Бураҡаева, Айсыуаҡ Йомғолов һәм башҡа йәш, өмөтлө режиссерҙарға уңыштар теләргә генә ҡала. Үҙе бағыусылар табып, ауыл ерендә фильм төшөрә башлаған Айгиз Ғабдуллин, күптәрҙе һоҡландырып беҙгә «Алмабикә» фильмын бүләк итте. Унан инде тарихи киноларға ең һыҙғанып тотондо. Айгизгә лә, башҡаларға ла киләсәктә аҡсаһы күп, актерҙары шәп, камераһы – иң яңыһы, кинолары ла бына тигән булһын, тип теләйек.


Айнур Асҡаров:
– Мин бөгөн Өфө тамашасыһына тәүгә ҙур экрандан «Еңмеш»емде тәҡдим иттем. Быға тиклем бөгөнгө кеүек хисле тамашасыларҙы күргәнем булманы. Фильмдағы һәр эпизодҡа улар үҙ ҡарашын белдереп ултыр­ҙы. Ҙур рәхмәт барыһына ла!
Беләһегеҙме, башҡорт киноһы сит илдәгеләргә бик оҡшай. Дөрөҫөн әйткәндә, Рәсәй фильм­дарынан ялҡтыҡ, ти улар, милли үҙенсәлек, милли фәлсәфәле картиналарға ҙур әһәмиәт бирелә. Шуға күрә беҙгә тырышып эшләргә генә ҡала. Киләсәктә башҡорт киноһын ҡарап ултырған залдар күп булһын, тигән маҡсат ҡуйҙым үҙемә.
Әлеге ваҡытта Бөрйән районында диплом эшемде – «Татһыҙ бал» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөү менән мәшғүлмен.

Әмир Мәжитов, БР- ҙың атҡаҙанған рәссамы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты:
— Кино сәнғәтен хөрмәт иткән кеше булараҡ, бөгөнгө саранан ситтә ҡала алманым. Сара барышы бик оҡшай, килгәнемә һөйөнөп бөтә алмайым. Режиссер дуҫтарым да күп. Улар менән яҡын аралашҡанға күрә, башҡорт киноһының ныҡлап күтәрелеп китә алмауының аҡсаһыҙлыҡтан икәнен аңлайым.
Кино тип йәнен биргән йәш таланттарҙың күп булыуы йәнгә йылы өҫтәй. Мәҫәлән, бөгөн премьераһын тәҡдим итеүсе Таңсулпан Бураҡаева − минең элекке уҡыусым. Шуға ла уның өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға