«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Ҡәнзәфәр булған аты, Меңлеләр булған халҡы



13.07.2012 Ҡәнзәфәр булған аты, Меңлеләр булған халҡы

Ҡәнзәфәр булған аты, Меңлеләр булған халҡы
Юҡҡа ғына шағир милләттәр гөлләмәһе булған Башҡортостанды дуҫлыҡ тирмәһе менән сағыштырмағандыр. Беҙҙең республикала ғына 113 милләт һәм 30 конфессия вәкилдәренең үҙ-ара дуҫ һәм татыу, бер-береһенең йолаларын хөрмәт итеп йәшәүенә, ниндәй генә районға барма, үҙең дә шаһит булаһың. Утыҙға яҡын милләт йәшәгән бәрәкәтле Благовар ере йыйҙы был юлы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы. Районда Мең ырыуы башҡорттары йыйыны үтеүе, ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге асылыуы, „Алексе­евский” немец тарихи-мәҙәни үҙәгенең эше менән танышыу сәбәпсе ине сараға.
Башҡортостан немецтары

Ҡәнзәфәр булған аты, Меңлеләр булған халҡы
Благовар районының Пришиб ауылы республикала иң ҙур немец ауылдарынан һанала. 1903 йылда был ерҙәрҙе немец крәҫтиәндәре һатып ала һәм һарыҡ аҫрау менән шөғөлләнә башлай. Өс йылдан тағы 13 немец колонияһы барлыҡҡа килә. Шәхси хужалыҡ тотоу, йорт төҙөү өсөн дәүләттән ссуда алалар, күпләп мал тота башлайҙар. Немецтарҙың тырышлығы, ер эшен яҡшы белеүе үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай − улар был тармаҡты табышлыға әүерелдерә. Улар араһында оҫта итекселәр, тегенселәр, ат кәрәк-яраҡтарын эшләүселәр була. Пришибтағы „Алексеевский” немец милли-мәҙәни үҙәгендә һәм мәктәптәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында ауыл тарихы тулыһынса сағылыш тапҡан. Ата-бабаларынан ҡалған йолаларҙы немец халҡы ҡәҙерләп һаҡлай. Үҙәктә килгән ҡунаҡтарға күрһәтелгән ҡул эштәрен, был милләттең аш-һыуы, күрһәтелгән йолалары урындағы халыҡтың һаман да ата-бабаларынан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итеүҙәренең үрнәге ине. ҡунаҡтар айырыуса сусҡа эсәгенән тултырма яһауҙы (немецтар­ҙа был ризыҡ левовурст тип атала) ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Үҙәк етәксеһе Татьяна Каац һүҙҙәренсә, ауылда Пасха байрамы айырыуса йәнле үтә, балалар үҙәккә килеп, немецтарҙың боронғо йолаларын, кәсептәрен өйрәнеү буйынса мастер-класс үтә. Күркәмлеге, гөл-сәскәләргә күмелеп ултырған бина булыуы менән айырылып торған мәҙәни усаҡ урындағы милләттең күндәмлегенә, булдыҡлылығына ишара ине.
Немецтарҙың башҡортса ла яҡшы һөйләшеүе, балаларҙың мәктәптә «Урал батыр» эпосын немец телендә өйрәнеүе күңелдә тик һоҡланыу тойғолары ғына уятты.

Бер районда – ике тарихи-мәҙәни үҙәк

Ҡәнзәфәр булған аты, Меңлеләр булған халҡы
Благоварҙар тарихи үткәндәренә хөрмәт менән ҡарай. Шәғәли Шаһман, Айсыуаҡ, Тәтегәс бейҙәр менән бергә ҙур башҡорт ырыуҙарының Рәсәй составына инеүендә Мең ырыуы башҡорттары башлығы, ошо төбәктә тыуып үҫкән ҡәнзәфәр бей ҙә ҙур роль уйнай. Фәнни мәғлүмәттәр буйынса, ул тәүгеләрҙән булып бер төркөм Мең башҡорто менән 1554 − 1555 йылдарҙа Урыҫ дәүләтенең урындағы идара башлығына килә һәм жалованная грамота ала. Иван IV ҡәнзәфәр бейгә тархан дәрәжәһен бирә.
Башҡортостандың Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына ҡарата Языков ауылында ҡәнзәфәр бейгә һәйкәл һәм уның исемендәге сквер асырға ҡарар ителә. Район үҙәгендәге матур урындарҙың береһендә урынлашасаҡ скверҙың, монументаль скульптураның проекты раҫланһа ла, әлегә сығымдар өсөн аҡса табылмаған. Ниәттәр тормошҡа аша ҡалһа, район үҙәгендәге иң матур урындарҙың береһе буласаҡ ул.
Шәжәрә мәғлүмәттәренән, боронғо зыяраттағы ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙан күренеүенсә, Мең ырыуы етәксеһенең дүрт улы булған. Дистан исемлеһе Һарайлы ауылына нигеҙ һалған. Ишмөхәмәтовтар, ҡорбанғәлиевтар, Таһировтар, Наси­ровтар, Яҡшығоловтар, Байназаровтар Дистандың вариҫтары иҫәпләнә. ҡәнзәфәр бейҙең дүртенсе улы ҡоҙаштың нәҫеле – Садиҡовтар, Мәмәлиевтар, Минһажевтар, Хәсәновтар, Булатовтар, Нурисламовтар Яңы Уҫман ауылында таралған.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, Һарайлы ауылы ҡарттарында боронғо шәжәрәләр, ни мөғжизә менән тиһең, быуындан-быуынға тапшырылып, һаҡланып ҡалған. Айырыуса Ғәндәлиф ҡорбанғәлиевтың шәжәрәһе ҡыҙыҡлы. 600 биттән торған ғәрәп яҙыуы менән тултырыл­ған дәфтәрҙә башҡорт бейҙәре һәм ырыу­ҙары башлыҡтарының Аҡ батшаға мөрәжәғәте, ырыу, ара тамғалары, ерҙәр­ҙең сиктәре тураһында барлыҡ мәғлүмәт яҙыл­ған. Һарайлы халҡы үҙ тамырҙарын барлау өсөн уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп күсереп алған. Ғ. ҡорбанғәлиев, яҙмаларҙы бергә туплап, документаль сығанаҡтарҙы анализлап, „Быуындарға йәдкәр” тигән китап та сығарған.
Ҡәнзәфәр булған аты, Меңлеләр булған халҡы
Урында тарихҡа һаҡсыл, хөрмәт менән ҡараған кешеләр барҙа БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы буласаҡ ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген асыу ҙа юҡҡа түгел ине. Үҙәкте асыу тантанаһында БР Президенты Хакимиәте, район хакимиәте вәкилдәре, республикалағы тарихи-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре, ауыл халҡы килгәйне. Үҙенең тәбрикләү һүҙендә район хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов: «Тарихыбыҙҙы белеү һәм уға ҡарата һаҡсыл ҡараш үҙенең тыуған ере өсөн янып көйгән һәр кешенең күңелендә булырға тейеш», − тип билдәләне. БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вилмир Аҙнаев та, бер районда ла булмағанса, Благоварҙа берәү генә түгел, БР Президенты Указы менән икенсегә тарихи-мәҙәни үҙәк асыуға өлгәшеүҙәрен маҡтап телгә алып, ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең башҡорт телен, тарихын һаҡлауҙа ҙур роль уйнарына ышаныс белдерҙе.
Ауыл мәҙәниәт йортонда улар­ға бер бүлмә бирелгән. Мәҙәниәт усағына килгән һәр кем зауыҡ менән эшләп ҡуйыл­ған стендтар­ҙа ҡәнзәфәр бейҙең, Һарайлы ауылының шәжәрәһе, ауылдың төрлө осор­ҙағы тарихы, боронғо кәсепселек, башҡорт халҡының йолалары менән таныша ала. ҡәнзәфәр бейҙең вариҫтары үҙҙәренең ниндәй нәҫелдән сығыуын яҡшы белә, тарихи үткәне менән ғорурланып йәшәй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Менәүәрә Абдулхай ҡыҙы Насирова етәкләйәсәк тарихи-мәҙәни үҙәк Баш­ҡортостан, тыуған яҡ тарихын, уларҙың билдәле тарихи шәхестәрен өйрәнеүҙәге эште тағы ла йәнләндерер, уны районда башҡорт мәҙәниәте тарихын сағылдырған бер урынға әүерелдерер тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Һарайлы мәктәбендә булғанда ла тыуған яҡ музейының экспонаттарға бай булыуы, тарихи материалдарҙың күп тупланыуы, уҡытыусылар менән бергә уҡыусыларҙың да эҙәрмәнлек эше алып барыуының шаһиты булдыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, һарайлыларға битарафлыҡ хас түгел, үткәндәрҙе тергеҙеүҙе, килер быуындарға тапшырыуҙы ата-бабалары алдында изге бурыс итеп ҡарай улар.

Меңдәрҙе ҡыҙҙар тауы йыйҙы

Артабанғы тантаналар ырыуҙаштар йыйыны булып ауыл эргәһендәге ҡыҙҙар тауында дауам итте. Тау битләүендә ҡорол­ған Благовар, Благовещен, Әлшәй, Ауырғазы, Иглин, Бишбүләк, Дәүләкән райондары тирмәләре тотош бер ҙур йәйләүҙе хәтерләтте. Этнографик ҡомартҡылар менән йыһазландырылған башҡорт тирмәләре янында һәр кем район оҫталарының ҡул эштәре, бай шәжәрәләре менән таныша алды. Ҙур йыйынға йыйылған ырыу­ҙаштар тарих яңыртты, шәжәрәләрен барланы. Мең ырыуының йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Әхнәф Тимербулатовтың һүҙҙәренсә, элек-электән Благовар ере меңдәрҙең төп йыйылыр урыны булған − улар Баштирмә ауылында ҡорға йыйылып, мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән. Үҙ заманы өсөн аҡыллы дипломат, сәйәсмән булған ҡәнзәфәр бейгә һәм Мең ырыуы тарихына ҡағылышлы материалдарҙы өйрәнәһе бар әле. Сөнки тарихи мәғлүмәттәр наҡыҫ, тигән фекерҙә ул.
Йыйын кискә тиклем йыр-моң менән үрелеп барҙы − Дим буйынан килгән Һәр район үҙ сығышын тәҡдим итте, ырыу­ҙаштар иһә нәҫелдәрен барланы. Тарихи шәхес ҡәнзәфәр бей тыуған еренә шулай үткәндәрҙе яңыртып, ырыуҙаштарын бер-береһе менән танытып, рухи йыйын булып ҡайтты.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Х. СӨНӘҒӘТУЛЛИН фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға