«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Әлмөхәмәттәр, осрашып, үҙ нәҫелен барланы



10.07.2012 Әлмөхәмәттәр, осрашып, үҙ нәҫелен барланы

Әлмөхәмәттәр, осрашып, үҙ нәҫелен барланы
Йәмле йәй айында республикабыҙҙа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәреү матур йолаға әүерелде. Республика йылъяҙмаһында ауылдаштар осрашыуы нәҡ теүәл илле йыл элек беренсе тапҡыр Әбйәлил районының ҡаҙмаш ауылында башлана. Байрамды Рәсәй Федерация­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәрхүм Шаһиғәле Ирғәле улы Ишбулатов әҙерләй, ул бөтә ауыл ҡатнашлығында бик матур итеп ойошторола. 1980 йылдарҙа Әбйәлил районының башҡа ауылдарында ла үткәрелә.
Ысынлап та, килен булып төшкән төйәк тыуған ерҙәй ҡәҙерле һәм яҡын шул. Әлмөхәмәт еренә килгәнемә ни бары дүрт йыл булыуға ҡарамаҫтан, ауылдың ихлас күңелле халҡын да, серле тәбиғәтен дә үҙ итеп өлгөрҙөм. Ауылдың күптән тирә-яҡҡа даны таралған Әмин ҡыуаҡ шишмәһе үҙе генә ни тора! Уны халыҡ телендә шифалы «бәхет шишмәһе» тип тә йөрөтәләр. Әлмөхәмәт (ҡолбаҡты) – районда иң боронғо данлы ауылдарҙың береһе. Был ауылды данлы тип әйтеүем бер ҙә хата түгел, сөнки был ер – таланттар төйәге. Әлмөхәмәт ерҙәре граждандар һуғышы ветераны Фәттәх Ибраһи­мов­тың, Соци­алистик Хеҙмәт Геройы Вафир Тайсиндың, башҡорт әҙәбиәт ғилемендәге күренекле ғалим, тәнҡитсе Ким Әхмәтйәновтың, дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, публицист Рамаҙан Өмөтбаевтың, шағир Рәмил ҡол-Дәүләттең эҙҙәрен һаҡлай. Шундай шәхестәре менән дан алған Әлмө­хәмәт ауылында «Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте.
1983 йылдың йәйендә әлмөхәмәттәр тәүге тапҡыр ошо күркәм сараға йыйылһа, икенсе тапҡыр улар 2006 йылда осраша.
Әлмөхәмәт ерендә Башҡор­тостандың халыҡ артисы, Бәҙәр Йосопова исемендәге премия лауреаты Сара Буранбаева, Баш­ҡортостан Республикаһы Вете­ринария идаралығы начальнигы, биология фәндәре кандидаты Вәкил Буранбаев та тыуып үҫкән. Улар ҙа был байрамға ашҡынып ҡайтты.
Әлмөхәмәттәр, осрашып, үҙ нәҫелен барланы
Ошо ауылда тыуып үҫкән һәм ситтә йәшәгән ауылдаштарҙы, район етәкселәрен, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғандан һуң әлмөхәмәттәр ауыл, уның тарихы, үткәне, бөгөнгөһө менән таныштырҙы. Артабан йылға буйындағы яланда байрамдың тантаналы өлөшө дауам итте, унда ауыл халҡы һәм уларҙың ҡунаҡтары, туғандары, дуҫтары, таныштары, элекке күршеләре йыйылды.
– Быйылғы осрашыу айырыуса иҫтәлекле, күңелле үтте. Әлмөхәмәт халҡы байрамды оло түҙем­һеҙлек менән көтөп алды. Бөтә халыҡ осрашыуға ихлас әҙерләнде, һәр береһе үҙ ихатаһын йүнәтеп, баҡса ҡоймаларын яңыртып, төрлө сағыу төҫтәргә буяны. Һәр тәртипкә килтерелгән өй ауылға йәм, ҡот биреп ултыра. Халыҡтың тырышлығын, хеҙмәтен баһалап үтеп, иң матур өй, семәрле ҡапҡа һәм өлгөлө йорттарҙы билдәләнек, – ти Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Рәйлә Fүмәрова.
Бынан тыш, бер төркөм халыҡҡа «Татыу ғаилә», «Тырыш, эшһөйәр хужалар һәм хужабикәләр», «Йомарт фермер», «Татыу ҡәйнә менән килен», «Уңған баҡсасы», «Бәхетле ҡартлыҡ» – тигән исемдәр тапшырылды. Шулай уҡ 80 йәштән үткән оло кешеләр ҙә осрашыуҙың иҫтәлекле бүләктәре менән тәбрикләнде. Байрамға килеүселәр күңеленә концерт программаһы ла, спорт уйындары ла хуш килде. Барса халыҡ оло кинәнес менән киләһе осрашҡанға тиклем юғары кәйефтә хушлашты.

С. РАМАЗАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға