06.07.2012 Ейәнсура ере талантлы йырсы, ҡурайсыларҙы көтә
13 июлдә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында башҡорт йырҙарын башҡарыусы йырсылар һәм ҡурайсылар араһында конкурс үткәрелә.
Жюри 16 йәшкә тиклем һәм 17-нән өлкән конкурсанттарҙы ике йәш төркөмөндә баһалаясаҡ.
ҡатнашыусыларға ике төрлө әҫәр тәҡдим итергә кәрәк.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Мәғфирә Ғәлиева призына ҡатын-ҡыҙ башҡарыусылар музыкаль яҡтан оҙатыуһыҙ йыр башҡарырға тейеш. Артистың репертуарынан әҫәрҙәр башҡарыу ҙа хуплана. Ир-егеттәр оҙон көй, ҡыҫҡа көй йәки башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарасаҡ. Улар Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Абдулла Солтанов призына көс һынашасаҡ. ҡурайсыларға ла ҡыҫҡа һәм оҙон көй башҡарыу ҡаралған.
Бынан алдағы конкурстарҙа гран-при алыусылар ижади ярышта башҡаса ҡатнаша алмай.
Урындағы башҡарыусыларҙың ижадын популярлаштырыуҙан тыш, конкурстың тағы бер маҡсаты − Үҫәргән ырыуы вәкилдәре (Башҡортостандың Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһенең ҡыуандыҡ, Төйлөгән, Һарыҡташ райондары халҡы) араһындағы ижади бәйләнештәрҙе нығытыу.