«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Барыһы ла ысын ине бында



26.06.2012 Барыһы ла ысын ине бында

Барыһы ла ысын ине бында
24 июндә Ленинград өлкәһенең Энкол ауылы эргәһендәге майҙанда һабантуй үтте. Байрамда Санкт-Петербург губернаторы Георгий Полтавченко, Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко, Башҡортостандан һәм Татарстандан рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Беҙҙең делегацияны БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкләне.
Һабантуйҙа Башҡортостандан 150-гә яҡын кеше ҡатнашты. Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү һүҙен уҡып ишеттерҙе. «Был байрамды илебеҙҙең күп төбәктәрендә үткәрәләр. Һабантуй – халыҡтарҙы берләштереүсе сара. Рәсәй мәҙәниәте бик күп халыҡтарҙың мәҙәниәтенән туҡылған, һәм беҙ бының менән ғорурланырға тейешбеҙ. Икенсе йыл Петербург һабантуйын бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрәсәкбеҙ, сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар саҡырасаҡбыҙ», – тине Георгий Полтавченко, «Петербург һабантуйы» фондының тәҡдимен хуплап.
«Башҡорт йырсыларын тыңлайым әле, бигерәк матур йырлайҙар», – тип һөйләшеп барған ике апай ирекһеҙҙән иғтибарҙы йәлеп итте. Ысынлап та, Барыһы ла ысын ине бында
Башҡортостан менән Татарстан йыл һайын, береһен-береһе уҙҙырырға тырышып, үҙҙәренең ҡаҙанышын күрһәтергә тырыша. Бер майҙанда күршеләр сығыш яһаһа, башҡорт ауылында − беҙҙекеләр. Ә беҙҙең делегация иң аҫыл йырсы-бейеүселәребеҙҙе туплағайны. Башҡорт дәүләт филармонияһы, Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры, Стәрлетамаҡ филармонияһының бейеү театры артистарының сығышын Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе халҡы рәхәтләнеп ҡараны. Ошоғаса йәшәп, шул хәтле «йон­доҙ»ҙарҙы туплаған концертты беҙҙең дә тәүгә күреүебеҙ ине. Исемдәрен дә атап тормайым, сөнки береһен атап, икенсеһен төшөрөп ҡалдырыуҙан ҡурҡам.
Һабантуй спорт ярыштарыһыҙ ҙа үтмәне. Бынан тыш, ҡунаҡтар Әбйәлил һәм Туймазы райондары ҡорған ысын башҡорт тирмәләре менән таныша алды.

А. ХӘСӘНОВ.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға