«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Фестиваль генә түгел



26.06.2012 Фестиваль генә түгел

Фестиваль генә түгел
Билдәле музыканттар халыҡты битараф булмаҫҡа саҡырҙы
Уҙған йомала Торатау итәгендә “Торатау тора“ тип аталған этник музыка фестивале үтте. Роберт Юлдашев етәкселегендәге “ҡурайсы“ төркөмө, Өфөнән “Арғымаҡ” һәм Екатерина Ямщикова изге тауға килеүселәр өсөн сығыш яһаны.
Сараны музыкаль фестиваль тип кенә атау дөрөҫ булмаҫтыр, моғайын. Торатауҙы, уның ҡабатланмаҫ тәбиғәтен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән үҙенсәлекле экологик акция ине ул. Рес­публикабыҙҙың киң йәмәғәтселегенә билдәле булыуынса, Ишембайға яҡын урынлашҡан эре сәнәғәт предприятиеһы был тауҙы сеймал итеп файҙаланырға иҫәп тота. Халыҡ изге тауҙы ҡомартҡы булараҡ һаҡлап ҡалыу хаҡында үҙ талабын еткерҙе. Әммә әлегә был мәсьәлә буйынса һаман да бер ниндәй аныҡ ҡарар юҡ. Халыҡ музыкаһы фестивален уҙғарыу өсөн тап шуға Торатауҙан да ҡулай урын юҡ ине.
Киске сәғәт алтыларға тау итәгенә халыҡ йыйыла ла башланы. Кемдер планлаштырылған экологик өмә уҙғарырға, ә кемдер таныл­ған төркөмдәрҙең сығышын тыңларға тип килде. Йыйылған халыҡ күктең болот менән ҡапланыуынан да, һибәләп торған ямғырҙан да ҡурҡып тормаған. Кешеләрҙең изге эше өсөн тәбиғәт тә яуапһыҙ ҡалманы, концерт башланыр алдынан болоттар араһынан ҡояш балҡыны, көндөң аяҙыуы күңелдәрҙе тағы ла нығыраҡ күтәрҙе. Концерт өс сәғәткә һуңлабыраҡ башланһа ла, сараның мөһимлеген аңлаған тамашасы сабыр ғына көтөүен белде.
Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә уҙған концерт Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды.
Артабан көтөп алынған ҡунаҡтар – “ҡурайсы” төркөмө сәхнәгә сыҡты.
– Бер ағасты ҡырҡһаҡ, уның урынына йөҙҙө ултыртырға, торбалар үткәргәндә шишмәне емерһәк, унан туҡланған күл, йылға тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Тауҙы емерһәк, нимә эшләй алабыҙ һуң? Бер нисек тә төҙәтә алмаясаҡбыҙ. Ошо хаҡта уйланһаҡ ине! – тип өндәне Роберт Юлдашев.
Серле ҡурай Торатау итәген сихри моңға сорнаны, ул йә шатлыҡ осҡондары сәсрәтте, йә йөрәктәргә үтеп инеп әрнетте. Ошо моңға һыуһаған күңелдәргә тәбиғәт иҫ киткес бүләк әҙерләгән: Торатау менән Юрматы ерен тоташтырып, ике ҡатлы йәйғор балҡыны.
Йыйылыусылар тәбиғәттең шундай аһәңле булыуына таң ҡалды. Кешеләрҙең эшмәкәрлеге ни тиклем төҙәтеп булмаҫлыҡ ҙур хаталарға килтереүен барыһы ла йөрәге менән тойҙо. Битараф булмайыҡ, үҙебеҙ йәки башҡалар яһаған хаталарҙы төҙәтәйек!

Михаил БАЛАНДИН.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға