«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Ҡош юлы”нан…



22.06.2012 “Ҡош юлы”нан…

“Ҡош юлы”нан…
20 мартта “Шоңҡар” журналы “Юлдаш” радиоһы менән берлектә республикабыҙ тарихында гитарала уйнап йырлаусыларҙың беренсе асыҡ конкурсын иғлан итте. “ҡош юлы”нда 16 йәше тулған һәр кем ҡатнаша ала ине. 1 июнгә тиклем конкурстың “ВКонтакте” сайтындағы битенә ҡатнашыусылар 174 видеояҙмаһын һалды. Төркөмдә ҡатнашыусылар һаны 3000-дән ашты, һәм әле лә көнөнә 30 – 40 яңы кеше өҫтәлә бара. Улар Рәсәй, Украина, Германия, Беларусь, ҡаҙағстан илдәрен берләштерә. Алтмыш биш бәйгесенең алтмыш өсө республикабыҙ халҡы иғтибарына тәүге тапҡыр тәҡдим ителде. Ойоштороусыларҙың тырышлығы һәм ихласлығы сиктәренән ташып, татлыларҙан-татлы емештәрен бирҙе – баш­ҡорт бард мәҙәниәтенә нигеҙ һалынды. Ә конкурста ҡатнашыу өсөн бары бер шартты үтәргә кәрәк ине: гитарала уйнап, башҡортса йыр йырлау.

“Ҡош юлы”нан…
9 июнь, “ҡош Юлы” тип исемләнгән гитарала уйнап йырлаусылар­ҙың беренсе асыҡ конкурсы, Өфөнән, Телеүҙәк янынан тиҫтәләгән машинанан автоуҙышсылар колоннаһы төҙөп, Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр барлыҡҡа килгән башҡорт бард мәҙәниәтенең үҫешенә ҙууууурҙан нигеҙ һалыу өсөн киң күңелле Ейәнсура районына юл алды. Ысынлап та, йомарт булып сыҡты был йәмле Һүрәм буйҙары, фестивалде ойоштороусыларҙың береһе, “ҡышҡы йәйғор”со Нәжип Юлдашбаев хәстәрлеге менән бәйгеселәр һәм тамашасылар өсөн сәхнә, ике тәүлеккә етерлек утын, картуф һ.б. уңайлыҡтар менән ҡаршы алды.
ҡаҙандарҙа бешкән ризыҡ, утта ҡайнаған сәйҙән тәмлерәк тағы ни бар икән ауыл балалары өсөн? ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, ауылдан сыҡҡан булыуҙарынан ғорурланыу­ҙарын тоймау мөмкин түгел ине.
“...Ниҙер шыбырлаған ел, палатка, әкрен генә янған усаҡ, тиле йәшлек, төрлө яҡтан йыйылған рухташтар, гитара һәм йыр… Күп йыр…” Ирекһеҙҙән, интернет селтәрендәге “ҡош Юлы” проектының төркөмөндә яҙыл­ған ошо һүҙҙәр иҫкә төшә… Ысынлап та, шулай…
Был тамашаға һоҡланып, тыңлап оҙаҡ яттым. Иртәнге тәбиғәттең матурлығын күрмәй йоҡлап ҡалмайым тип, кеҫә телефонының уятҡысын ҡуйғайным, кәрәкмәне, яҡындағы ағас башына килеп ҡунған бер кәкүк ҡолағымды ғына түгел, моңло итеп саҡырыуы менән йөрәгемде яра ғына яҙҙы…
“Ҡош юлы”нан…
Һикереп тороп, йүгереп килмәй сара ҡалманы. Бик иртә булыу сәбәбенән, урман, тау буйҙары, яландары, әрәмәлектәрен арҡырыһы-буйына һөҙөп, тубыҡтан юғары ысыҡлы үлән кисеп Ейәнсура матурлығын да яйлап күреү бәхете тейҙе…
Дөйөм алғанда, бик күңелле башланды был көн, табын ҡороуҙар, финалға әҙерләнеүҙәр, Оло Һүрәм йылғаһының тәрәнлеген самалап ҡарауҙар, уйындар, йәш рәссамдарҙың ижадына һоҡланыу, кем ҡайҙа ғына барып төртөлмәһен, яңы танышлыҡ, күңелле-фәһемле аралашыуҙар, фекерҙәштәр, рухташтар… Һәр кем йәненә ятҡан шөғөл таба алды, буғай. Ана, ҡул көрәштерә беләктәрендә көстәре ташып торған егеттәр, был яҡта футбол тубын тибәләр, дартс, винтовканан сәпкә атыуҙа үҙҙәрен һынайҙар… Боди-арт сәнғәтенә ғашиҡтар тәндәренә һүрәт төшөртәләр.
Сәғәт 5 тә яҡынлашҡан икән… Сәхнә артына үҙ баһаларын белеп, һалмаҡ ҡына атлап йәш шағирҙар йыйылды. Иң беренсе көслө тауышы менән дөрөҫлөктө ярып әйтеп, шиғырын халыҡ йөрәгенә уйып һөйләүсе Мансур ҡаҙаҡаевтың тауышы ҡалғандарға дәрт-дарман өҫтәп ебәрҙе. Бер-бер артлы сәхнәгә сыҡҡан Морат Солтанов, Рита Фәтҡуллина, Мөнир ҡунафин, Заһир ҡотлосурин, Стәрлетамаҡ педагогия академияһының “Ашҡаҙар” ижади берлеге тәрбиәләнеүселәре халыҡсан да, һүҙ тәрәнлегенән алған изге хистәрен бард мәҙәниәтенең үҫеү тарихына ныҡлап яҙып та ҡуйҙы. Шиғриәт сәғәтен бик йылдам ғына алып барыусы Миңзәлә һылыу Асҡарованың үҙемде сәхнәгә саҡырған тауышын ишеткәс, ҡойолдом да төштөм. “Ҡош юлы”нан…
Унда ла ҡыҙығы табыла һалып тора бит әле.
“Ғәзиз генә Башҡорт илкәйҙәрен
Һис бирәһем килмәй ситтәргә”, –
тигән юлдарымды әйткәс, сәхнәнең һулаҡай яғында ултырып тыңлаған бер ағай йоҙроҡ төйөп һикереп тормаһынмы. “Афарин, башҡорт ирҙәренең кәрәген бир, һеңлем!” – тип ҡысҡыра ине ул. Был ҡыҙыл күлдәк кейгән ағай аҙаҡ барыбер мине эҙләп тапты һәм оҙаҡ ҡына әңгәмәләшкәндән һуң, тап шул башҡорт ирҙәренең кәрәген бирергә түгел, ә, киреһенсә, уларҙың бөгөнгө көн эштәренән ҡәнәғәтлек табып, рәхмәт әйтергә генә кәрәк, тигән һығымтаға килдек.
Иң ҡыҙығы, әлбиттә, финал башланғас булды. Күптән көткән мәлдәр бит! “Юлдаш” радиоһының ут кеүек етеҙ, телгә үткер, шаян егеттәре – Марсель Байдәүләтов, Наил Юнысов, Филүс ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов сәхнәне дер һелкетеп, Ейәнсура урман-ҡырҙарын яңғыратып, тамашасыларҙың күңелен асты. “Аулаҡ” тапшырыуын был юлы сәхнә артында ғына алып барыусы Гүзәл апай Ситдиҡова конкурста ҡатнашыусы егет-ҡыҙҙарҙы: “Тиҙерәк килеп етмәһәгеҙ, Роберт Хәмиҙуллин йырлағанса, “теткеләйем”, – тип баҫтырып йөрөп йыйып, сәхнәгә шундай “боевой рухта” сығарып торҙо, улары үҙ сиратында бер-бер артлы гитараға, халҡына, йырға-моңға ғашиҡ тауыштары менән үҙ йөрәктәрен аса торҙо… Иииих, шәп йырлайҙар! Был тауыштар, әлбиттә, көрәш батыры, башҡорт улы Илгизгә лә Мәскәү дауаханаһының стеналарын ҡалтыратып барып ингәндер тип ышанам. Әйткәндәй, Башҡортостан егетенең яҡын дуҫына әйләнгән бардсылар уға фестиваль барышында хәйриә акцияһын ойошторҙо. Уның көрәш барышында умыртҡа һөйәген йәрәхәтләп, әлеге көндә Мәскәү дауаханаһында ятыуын ишеткәс тә, Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында “Беҙ һинең менән, Илгиз!” тигән акцияға йыйылып, 18 мең һумды Мәскәүгә ебәргәйнеләр.
“Ҡош юлы”нан…
Шул рәүешле, бында килгәнгә тиклем ҡатнашыусылар бер-береһе менән танышып, дуҫлашҡайнылар инде. Оялып-тартынып тороу юҡ, һәр кем үҙ тауышының баһаһын, ҡәҙерен белә, йырланылар ҙа йырланылар, финал тамамланып, киске аш, унан һуң башҡорт дискотекаһы ваҡытында ла һәр туҡталҡала гитараларын моңландыралар ине улар. Йырламай ҙа булмай шул Башҡортостандың был сихри төбәгенә килеп эләккәс!
Эйе, гран-при Венер Моратовҡа тәтене. Килешәм! Иң өлкән ҡатнашыусы булып, үҙенең йәш сағында башҡарған йырҙарын халҡына бүләк итеп, йәштәрҙең танауына сиртте ул. Әммә йәштәр ҙә бирешеп ҡалғандарҙан түгел. Робертҡа, Тимурға, Ришатҡа, Револгә һәм тағы ла бик күп талантлы йәштәргә нисегерәк итеп ҡул сапҡандарын күрһәгеҙ икән!
1-се урын Роберт Хәмиҙуллинға (Ейәнсура) эләкте. 2-се урын – Тимур Әхмәтйәновта (Сибай). Ә инде 3-сө урынды Миңзәлә Яхина (Учалы) менән Револь Ғималов (Салауат ҡалаһы) бүлеште. Бүләккә һәр береһенә ҡиммәтле гитара тапшырылды. Ике тиҫтәнән ашыу гитарасы номинацияларҙа бүләкләнде.
Ниндәй шәп таланттарҙы асты “ҡош Юлы”, ҡанаттар ҡуйылды, күтәреләһе үрҙәр билдәләнде. Тамашасыларҙың зауыҡтарына тап килтерә алдылар. Әйткәндәй, улар араһында Тимур Әхмәтйәнов, Роберт Хәмиҙуллин, Лидия Таңатова, Альбина Шәмсетдинова, Револь Ғималовтарҙы тыңлайым тип махсус килгәндәре бар ине. Афарин бәйгеселәргә, афарин, улар­ҙы дәртләндереп, көйләп-сөйләп, ижад матурлығын бергә татыу­сы тамашасыларына.
ҡыҙылташ яланында барған бард-фестиваль бының менән генә тынып ҡалманы әле. Был яландың һәр ағасы, һәр ташы, Оло Һүрәм йылғаһының етеҙ тулҡыны, уның ярҙарындағы киске ҡошсоҡтары, яланында бер туҡтауһыҙ гитараға ҡушылып сырлап-сырлаған сиңерткәләре, еләҫ елгә тирбәлгән һәр ҡыяҡ үләне башҡорт бард мәҙәниәтендә шундай моңло тауыштарҙы асҡаны һәм уны түкмәй-сәсмәй халҡына еткереүсе ойоштороусыларға һәм бардсыларға рәхмәт йөҙөнән дан йырлай ине.

Тансулпан РӘСҮЛ.
Шамил ЯУБАҪАРОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға