«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Салауат йыйыны» йәнә Салауат районында үтте



19.06.2012 «Салауат йыйыны» йәнә Салауат районында үтте

«Салауат йыйыны» йәнә Салауат районында үтте
«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы бик күп халыҡты үҙенә йыя. Быйыл ул Салауат районында үтте. Әйткәндәй, иң тәүге «Салауат йыйыны» ла 2004 йылда тап ошо районда уҙғарылғайны. Һуңынан иһә республика фольклор байрамын ойоштороу матур традицияға әүерелеп, төрлө йылдарҙа Балтас, Саҡмағош, Ишембай райондары һәм Салауат ҡалаһы был матур сараны ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алды. «Салауат йыйыны» иҫ киткес һоҡланғыс театрлаштырылған тамашаһы, «Аҡ тирмәләр» , «Сая ҡыҙҙар» һәм «Салауат батыры» конкурстары менән күңелдәргә уйылып ҡалған. Быйылғы байрам да төрлө конкурстарға һәм ярыштар­ға бай булды. 200-ҙән ашыу кеше ҡатнаш­ҡан «Салауаттың васыяты» тигән театрлаштырыл­ған тамашаны халыҡ айырыу­са яратып ҡараны.
16 июндә Салауат райо­нында бер юлы ике ҙур тантана билдәләнде. ҡара­таулы ауылы янында үткәрелгән «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамында һәм яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуы уңайы менән ойошторолған һабан байрамында Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
«Салауат йыйыны» йәнә Салауат районында үтте
Байрамға бөтә республиканан халыҡ йыйылды. Һәр ауыл советы үҙенең тирмәһен ҡорҙо. Башҡорт шәжәрәләре лә бик сағыу итеп күрһәтелгәйне. Әлкә ауыл советы тирмәһе республика етәксеһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Президентҡа башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың шәжәрәһен ентекләп һөйләп бирҙеләр. Артабан Рөстәм Зәки улы Арҡауыл ауылының тирмәһе менән танышты. Бында Рөстәм Хәмитов үҙҙәренең алтын туйын билдәләүсе Нәфрүзә һәм Ғәтиәт Казневтарҙы оло байрамдары менән ҡотланы. «Айыҡ ауыл – 2011» республика конкурсында еңеү яулаусы Көҫәпәй ауылы тирмәһе лә Президенттың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап, Рөстәм Хәмитов Салауат райо­нының республикабыҙҙа иң әһәмиәтле райондарҙың береһе булыуын билдәләне.
– Салауат районы – Салауат Юлаевтың тыуған ере, күренекле шағирҙар, музыканттар, яҙыусылар төйәге. Талант­тарға бай яҡтың ауыл эшсәндәре ауыр шарттарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Быйыл да улар яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сыҡты.
Рөстәм Хәмитов Рәшит Аҡбашев менән Риф Вәхитовҡа «Салауат районының почетлы гражданы» исемдәренең таныҡлыҡтарын тапшырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға