05.06.2012 Ижади миҙгел табыштарға бай булды
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 8 июндә 92-се ижад миҙгелен ябасаҡ. Традиция рәүешендә был көндә өр-яңы премьера – Наил Ғәйетбайҙың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Бер мәл санаторийҙа…” спектакле күрһәтеләсәк.
Миҙгел ябыу – үткән йылға йомғаҡ яһау мәле лә. Йыл әйләнәһенә республиканың һәм илдең төрлө төбәктәренә гастролгә йөрөү, көн һайын тиерлек спектакль күрһәтеү, өр-яңыларын сәхнәгә күтәреү, конкурстар һәм юбилей кисәләре үткәреү менән шаулап-гөрләп был ижад йылы уҙып та китте. Театр ошо осорҙа дүрт спектаклдең премьераһын сәхнәгә сығарҙы: Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” (режиссеры – Айрат Әбүшаһманов), Әнисә Дилмөхәмәтованың “Артур+Нэнси” (режиссеры – Зиннур Сөләймәнов), Хәлисә Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” (режиссеры – Айрат Әбүшаһманов) һәм Наил Ғәйетбайҙың “Бер мәл санаторийҙа…” (режиссеры – Илдар Вәлиев).
Театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшаһманов ҡуйған “Ай тотолған төндә” спектакле улар араһында иң сағыу күренеш булараҡ баһалана ала. Ғәҙәттә, яңы әҫәр хаҡында “оҡшаны” йә “оҡшаманы” тип ике һүҙ менән генә үҙ мөнәсәбәттәрен белдерәләр. Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған төрлө фекерҙәр уятҡан, ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырған әҫәрҙәр һирәк була. Әлеге спектакль хаҡында ла шундайыраҡ фекер әйтергә мөмкин. Ул әлегәсә өйрәнелгән трактовкаларҙан ҡырҡа айырылып тороуы менән иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Үҙ ваҡытында билдәле француз яҙыусыһы Виктор Гюго ла бит өйрәнелгән ҡалыптарҙан ситкә китә һәм тамашасыға өр-яңы йүнәлеш күрһәтә. Заман үҙе үк быны талап итә. Классицизмдың билдәле ҡалыптарына һыйҙырылған тамашаға өйрәнгән театр тамашасыһынан кемдер уны ҡабул итә, кемдер – юҡ. Ләкин ошо мәлдән алып француз театры яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Башҡорт театрына ла өйрәнелгән юлдан ғына талғын атлап барыу мәжбүр түгел бит, ә, киреһенсә, өр-яңы мөмкинлектәр, үҫеш өсөн яңы йүнәлештәр эҙләү − күптән инде заман талабы. Шуның өсөн дә М. Кәримдең билдәле трагедияһын режиссер үҙенсә күргән һәм ҡуйған икән, быға үпкәләргә кәрәкмәй. Тимәк, әҫәрҙең мөмкинлектәре күп һәм үҫеш өсөн унда киңлек бар.
Ә. Дилмөхәмәтованың “Артур+Нэнси” спектакле күберәк йәштәр аудиторияһы өсөн тәғәйенләнгән. Был спектаклдә “Бүреләр” төркөмөнөң тере тауыш менән йырлауы театр тарихында матур күренеш булараҡ иҫәпләнә ала. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры режиссеры Зиннур Сөләймәновтың был академия театры сәхнәһендәге дебюты ла. Йәш режиссер быны уңышлы башҡарып сыға алды.
Айрат Әбүшаһманов режиссерлығында сәхнәгә күтәрелгән “Бәхет хаҡы” спектакле йыр-моңдоң күп булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Х. Мөҙәрисованың повесы буйынса эшләнгән тамаша хатта ниндәйҙер кимәлдә мюзиклға дәғүә итә алыр ине. Жанры буйынса уҡыу өсөн генә тәғәйенләнгән әҫәрҙе бында таныуы мөмкин дә түгел кеүек. Бер нисә ай эсендә автор уның тиҫтәләгән вариантын яҙҙы. Һөҙөмтәлә автор менән режиссерҙың ижади хеҙмәттәшлеге булып ошо сағыу спектакль сәхнәгә күтәрелде. Төп ролдә легендар актер, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаровтың уйнауы тамашаның баһаһын бермә-бер күтәрә. Заманында бит был артистың бәрхәт тауышын ишетеү өсөн генә лә театрға йөрөгән тамашасылар йәнә уның моңло йырҙарын тыңлай ала. Спектаклдең халыҡҡа оҡшаясағына һис шик юҡ.
Н. Ғәйетбайҙың “Бер мәл санаторийҙа…” исемле пьесаһы буйынса спектаклде Өфө “Нур” татар дәүләт театры режиссеры Илдар Вәлиев ҡуйҙы. Ул – тәжрибәле режиссер. Драматург Наил Ғәйетбайҙың авторлығындағы спекталдәр иһә бөтә ил буйынса бара. Улар бергәләп ижад иткән тамаша театр тарихында сағыу күренеш булыр, тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
Театрҙа юбилей кисәләре һәр саҡ ҙур тантана менән үткәрелә. Үткән миҙгелдә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевҡа 90 йәш тулыуға арналған кисә оло әҙәбиәт байрамы булараҡ тамашасылар хәтерендә ҡалды. Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың да унда ҡатнашыуы иһә был байрамдың баһаһын бермә-бер күтәрҙе.
СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәковаға 75 йәш тулыуға арналған кисә театрҙың үҙе өсөн дә оло мәртәбә булды. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы уның сәхнәһендә әллә күпме сағыу роль ижад иткән һәм әле лә дәртләнеп эшләүен дауам итә.
Башҡортостандың халыҡ артисткалары Шәүрә Дилмөхәмәтова һәм Минзәлә Хәйруллиналарҙың 50 йәшлек юбилейҙарына арналған кисәләрҙе лә театр ҙур йылылыҡ менән үткәрҙе.
Ә бына Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған “Февраль. Буран…” спектакле театр йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылырға хаҡлы. Сөнки был спектаклдең сценарийы шағир көндәлектәренә таянып, махсус рәүештә яҙылған. Премьера көнөнә үк билеттарҙың алдан һатылып бөтөүе, спектаклдең аншлаг менән барыуы, күп кешеләрҙең баҫып ҡарарға ла риза булыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Халыҡ үҙенең шағирын ярата, ә театр был ҙур шәхесте хөрмәтләй һәм уның баһаһын белә − бына ошондай һығымта яһарға мөмкин. “Февраль. Буран…” спектакле менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры республиканың ауылдары буйлап гастролдә йөрөнө һәм уны һәр саҡ алҡышлап ҡаршыланылар.
Рафаэль Сафиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған “Ерем моңо” исемле тамаша оҫта ҡуйылышы менән тамашасыны әсир итте.
Ошондай күркәм спектаклдәр күрһәтеү, юбилей тантаналары менән бер рәттән, театр йыл әйләнәһенә төрлө төбәктәрҙә гастролдә булды. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы, республикабыҙҙың Борай, Илеш, Бүздәк, Салауат, ҡыйғы һәм башҡа райондары – бына тулы булмаған исемлек. Был гастролдәр ваҡытында, театрлаштырылған тамашалар менән бер рәттән, Т. Миңнуллиндың “Мулла”, С. Әбүзәрҙең “Хыялый”, Т. Дәүләтбирҙинаның “Минең ғаиләм” һ.б. спектаклдәр, балалар өсөн “Буратино” музыкаль әкиәте тамашасылар тарафынан йылы ҡаршы алынды.
Театр йыл дауамында ике конкурс үткәрҙе. Әйтергә кәрәк, ошо ике конкурс элекке йылдағыларҙан ҡырҡа айырылып тора. Йәш драматургтар, бигерәк тә студент йәштәр араһында ошоғаса республика кимәлендә бындай конкурстың үткәрелгәне юҡ ине. БДУ менән Башҡорт дәүләт академия драма театры үткәргән ошо башланғыс артабан да уңышлы дауам итер тигән ҙур ышаныс бар. Сөнки “Өмөтлө ҡәләм” конкурсында еңеү яулаған пьесалар ғына түгел, ҡатнашҡан һәр әҫәр әле лә иғтибар үҙәгендә. Конкурсҡа килгән 20-ләп әҫәрҙең күбеһе менән был мәлдә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының буласаҡ режиссерҙары шөғөлләнә. Уларҙың нигеҙендә театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә эксперимент формаһында мини-спектаклдәр ҡуйыласаҡ.
Әлеге көндә дауам иткән “Иман нуры” конкурсында ҡатнашҡан әҫәрҙәрҙең һаны иһә икеләтә күберәк. Уға барлығы 40 пьеса килде. “Иман нуры” бәйгеһенә имам Хәмзә хәҙрәттең хәйриә фонды бағыусылыҡ итә. Республиканың байтаҡ төбәгендә мәсеттәр төҙөгән абруйлы дин эшмәкәренең был башланғысы бөтә яҡлап та хуплауға лайыҡлы. Конкурсҡа йомғаҡ яһау миҙгел ябылған көндәрҙә яһаласаҡ.
Ғөмүмән алғанда, театрҙың эшмәкәрлеге йыл дауамында юғары кимәлдә барҙы. Театр сәхнәһендә ҡайһы бер спектаклдәрҙең 20-шәр (Х. Зарипов. “Их, кәләше лә кәләше!”), 15-шәр (Н. Ғәйетбайҙың “Аты барҙың – дәрте бар”), 10-ар (Р. Шарттың “Минең ҡатынымдың исеме Морис”) йыл буйына сәхнәнән төшмәй уйналыуы – был да үҙенә күрә ҙур күрһәткес.
Фәниҙә ИСХАҡОВА.