01.06.2012 «Ҡош юлы» саҡыра
10 июндә Ейәнсура районында гитарала уйнап йырлаусылар конкурсы еңеүселәре билдәләнәсәк
Март айында “Шоңҡар” журналы һәм “Юлдаш” йыр-моң каналы ойошторған “ҡош юлы” гитарала уйнап йырлаусыларҙың I асыҡ конкурсы старт алғайны. Әле интернетты шаулатҡан проект тамамланыу өҫтөндә. Ошо уңайҙан “Юлдаш” каналының баш мөхәррире Тәнзилә Үлмәҫбаеваға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
− Гитарала уйнап йырлаусыларҙың I асыҡ конкурсы эксклюзив мәҙәни күренеш шикелле?
− Эйе, “ҡош юлы” бик тә үҙенсәлекле оло бер медиа-проект булып сыҡты. Бер үк ваҡытта уны радио, интернет һәм баҫма матбуғат сараһы ойоштора, алып бара, яҡтырта. Ул ғына ла түгел, өс меңгә яҡын кеше был ижади бәйгене күҙәтеп, үҙ баһаларын биреп, ойоштороусыларға ла, конкурсанттарға ла фекерҙәрен еткереп тора. Башлап ебәргәндә сама менән 25 − 30 конкурсантҡа иҫәп тотҡайныҡ… Хаталанғанбыҙ, әле ул һан 60-ҡа барып етте. Һәр бер ҡатнашыусы – уникаль күренеш. Һәр береһенең сәме, ҡомары урғылып тора. Жанр йәһәтенән бик тә төрлө уларҙың йырҙары: ретро һәм хәҙерге башҡорт эстрадаһындағы популяр йырҙар, рок, рэп һәм хатта панк йүнәлешлеләре лә бар… Цойҙың, Высоцкийҙың репертуарынан тәржемәләр ҙә… Йөкмәтке яғынан да диапазон бик киң: әлбиттә, мөхәббәт йырҙары, социаль-ижтимағи йүнәлешлеләре, милли рух менән һуғарылғандары. Был бәйгелә һәр кем үҙ зауығына ярашлы авторҙы ла, йырҙарҙы ла таба ала. Ә беҙ һоҡланабыҙ ғына… Шул тиклем һәләтле замандаштарыбыҙҙың күп булыуына. Һәм ғорурланабыҙ. Уларҙың йылдар буйы донъяға таныта алмаған ижадын асырға мөмкинлек бирә алғаныбыҙға…
− Шулай итеп, 1 июндә конкурс тамамланды?
− “ҡош юлы” конкурсы ябылды. Йәғни ижади бәйгегә эштәр ҡабул итеү туҡтатылды. Ә процесс дауам итә әле. Уның кульминацияһы 10 июндә Ейәнсура районында шул уҡ “ҡош юлы” исемле оло мәҙәни фестиваль рәүешендә буласаҡ. 9 июндә үк килеп урынлашырға ла мөмкин. Конкурсҡа йомғаҡлау, еңеүселәрҙе бүләкләү ҙә шунда буласаҡ. Башҡорт мәҙәниәте тарихында бер ҡасан да бер квадрат километрға шул тиклем гитараның йыйылғаны булманы.
− Ә ни өсөн Ейәнсура районында? Әйтәйек, баш ҡалаға яҡыныраҡ урында түгел?
− Бының өс сәбәбе бар. Беренсенән, тәбиғәт шарттары: иҫ киткес матур урындар, экологик йәһәттән таҙалыҡ һәм сафлыҡ, шул уҡ ваҡытта бер ерҙә һыуы ла, урманы ла, тауы ла… Сер генә итеп әйтәм, беҙ барып етеүгә еләк тә бешеп өлгөрөргә тейеш. Икенсенән, шул тиклем кеше йыйылған урында тейешле шарттары ла булырға тейеш бит әле: сәхнә, электр уты, башҡа уңайлыҡтары… Бына уларын ошо конкурсты ойоштороусыларҙың береһе – Нәжип Юлдашбаев тәьмин итә лә инде. Шул уҡ ваҡытта район хакимиәте лә беҙҙең был идеяны хуплап, күтәреп алды һәм ярҙамын вәғәҙә итте. Хатта бәйгегә үҙҙәренең махсус бүләген дә инселәнеләр. Өсөнсөнән, фестиваль – бик үҙенсәлекле сара һәм унда осраҡлы кешеләрҙең бары буш ваҡыттарын нисек тә үткәреү өсөн генә барыуын теләмәйбеҙ. Өфөгә яҡын булһа, ундайҙар табылыр ине. Ә алыҫ Ейәнсураға романтик күңелле, үҙ шөғөлөнә мөкиббән бирелгән фанатиктар ғына барып етә ала. Һәм Оло Һүрәм буйындағы ҡыҙылташ яланында үҙенең теләктәштәре, фекерҙәштәре, рухташтары менән танышып, тыныс ҡына шарттарҙа аралаша аласаҡ.
− Танышып аралашыу тигәндән, фестивалгә тик ҡатнашыусылар ғына барамы?
− Юҡ, әлбиттә! “ҡош юлы” – асыҡ сара. Һәр теләгән кеше юллана ала унда. Ә шарттар? “ҡош юлы”на башҡорт рухиәтенә, гитара сыңына, йыр-моңға, аяҙ күктәге йондоҙҙарға, әкрен генә шартлап янған киске усаҡҡа, тын ғына ағып ятҡан йылғаға, иркәләп кенә сәсте һыйпаған елгә, ипләп кенә серҙәрен һөйләгән япраҡтарға битараф булмаған һәр кем рәхим итһен. Тик үҙҙәре менән палатка, бер тәүлеккә етерлек ризыҡ, яҡшы кәйеф һәм күтәренке күңел алырға онотмаһын. Шарттар шул ғына…
Фестивалдең программаһы бик бай, унда бер кем дә бер минут та буш тора алмаясаҡ. “Башҡорт бард мәҙәниәте” тураһында “түңәрәк өҫтәл”, гитараға башлап тотоноусылар өсөн оҫталыҡ һабаҡтары буласаҡ. Сәмлеләрҙе спорт ярыштары ла көтә. Йәш шағирҙарҙың бер сәғәтлек сығышы планлаштырылған. Йәш рәссамдарҙың бик тә үҙенсәлекле эштәре тәҡдим ителәсәк. Һәм, әлбиттә, йырҙар… Күп йырҙар… Йәғни “ҡош юлы” фестивалендә егерме беренсе быуаттың уртаһында башҡорт милли мәҙәниәтен тәшкил итәсәк ижади көстәр буласаҡ.
Тағы ла бер нәмәне генә әйтеп үтергә кәрәк: был проект ысын мәғәнәһендә халыҡ проекты булып сыҡты. Беренсенән, сарала рәсмилек юҡ. Икенсенән, әлеге мәлдә “ҡош юлы”н юғары кимәлдә үткәреү өсөн йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Барыһы ла ысын мәғәнәһендә идея өсөн янып йөрөгән энтузиастар. Уларҙың һәр береһенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәм…
Ә. ХЫЗЫРОВА.