«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Башҡортостанда – Сыуашстан мәҙәниәте көндәре



01.06.2012 Башҡортостанда – Сыуашстан мәҙәниәте көндәре

Мәҙәниәт көндәренә Сыуаш­стандың 300-гә яҡын сәнғәт эшмәкәре килде. Өс көн буйы Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларының, Биш­бүләк, Ауырғазы райондарының театр һәм мәҙәниәт һарайҙары сәхнәләрендә спектаклдәр, концерт программалары күрһәтелде, музей һәм китапханаларҙа күргәҙмәләр һәм презентациялар ойошторолдо.
Сыуашстан мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашырға Сыуаш­стан Республикаһы башлығы Михаил Игнатьев та килде. Ул Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Осра­шыуҙа ике республика араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тура­һындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Стәрлетамаҡҡа Сыуашстандың К. Иванов исемендәге «Ялта» дәүләт академия драма театры гастроль менән килде. Ә Саҡмағош районында Сыуашстан дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбленең концерты үтте.
«Нарспи» беренсе сыуаш мюзиклының Өфөлә уҙған премьераһы иһә республикала Сы­уашстан мәҙәниәте көндәренең төп ваҡиғаһы булды тип ҙур ышаныс менән әйтергә мөмкин. Мюзикл Башҡор­тостандың Бә­ләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылында тыуған сыуаш әҙәбиәте классигы Константин Иванов әҫәре буйынса ҡуйылған. Сыуашстанда был спектакль һуңғы йылдарҙың иң сағыу ваҡиғаларының береһенә әүерелгән.
Мәҙәниәт көндәрен үткәреү беҙҙең төбәктә милли мәҙәниәт­тәр­ҙең үҫешенә, Сыуашстан менән Башҡортостан араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға, һис шикһеҙ, булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Һуңғы тапҡыр беҙҙә Сыуашстан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте көндәре 1982 йылда үткәрелгән булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға