25.05.2012 Уң биткә сапһалар, һулын ҡуяйыҡмы?
(Тел өйрәнелә, йолалар һаҡлана, халыҡ йәшәй һәм эшләй, «Йәшлек», N32, 24 апрель, 2012 йыл)
Хәтеремдә, беҙ Башҡортостанға үҙаллылыҡ даулап йөрөгән шаулы 90-сы йылдарҙа уҡ хәрәкәткә беренселәрҙән булып Рәмил Бигнов, Кәрим Яушев, Айҙар Хәлимовтар аяҡ терәп ҡаршы сыҡҡайны. Ул ғына ла түгел, хатта Башҡортостандың көнбайыш райондарын Татарстанға ҡушыу идеяһын да күтәргәйнеләр.
Йылдар үтте. Инде тынысланып ҡына йәшәй башлағайныҡ, Башҡортостан татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһының Өфөлә уҙған III конференцияһында йомшаҡ ҡына итеп татар теленә дәүләт статусын биреү мәсьәләһе күтәрелде.
− Беҙ − башҡорт һәм урыҫ менән тиң хоҡуҡлы халыҡ, − тине Бигнов әфәнде. − Беҙҙеңсә, татар теленә, башҡорт теле һәм рус телдәре менән бер рәттән, дәүләт теле статусы бирелһә, берәү ҙә зыян күрмәйәсәк.
Башҡортостан Республикаһының үҙаллылығы өсөн көрәш көндәрен йәнә иҫкә төшөрәйек: Юғары Советтың 1990 йылдың 10 октябрендә асылған III сессияһына Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе Ринат Мөхәмәҙиев та килгәйне. Үҙенең сығышында ул былай тине:
− Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация проектынан бер генә өҙөк килтерәйем: «… башҡорт милләтенең үҙбилдәләнешкә айырып алғыһыҙ хоҡуғын тормошҡа ашыра барып һәм Башҡортостан территорияһындағы бөтә милләттәрҙең дә хоҡуҡтары тиңлеген гарантиялап…» Әгәр мин урыҫ булһам, «урыҫ милләтенең» тип әйтер инем. Миңә, татар милләте вәкиленә, үҙ халҡымдың исемен ишетке килә. Сыуаш, мариҙар ҙа үҙ милләтен Декларацияға индерергә тырышыр. Ләкин, иптәштәр, мине дөрөҫ аңлағыҙ: Ер шарында башҡорт халҡы үҙенең дәүләтселек хоҡуҡтарын тормошҡа ашырырлыҡ бүтән бер генә милли-территориаль ойошма ла юҡ. Башҡортостан − уның берҙән-бер биләмәһе.
Бөгөн килеп Рәмил Бигнов һәм уның ишеләр, йәнәһе, Башҡортостан татарҙары ҡыйырһытылып йәшәй, тигән туҙға яҙмаған уйҙырма менән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын аяҡ аҫтына һалып тапап, татар теленә дәүләт статусын талап итә. Улайға китһә, ҡайһы милләттең үҙ илендә ҡыйырһытылып йәшәүенә тағы ла бер миҫал килтерәм. Ул кадрҙар мәсьәләһенә ҡағыла. Бөгөн Башҡортостан халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарында етәкселәрҙең ни бары 25 проценты ғына республикаға исем биргән милләт халҡын тәшкил итә. Эйе, нәҡ 25 проценты ғына. Был, Карел һәм Коми Республикаларынан ҡала, арттан өсөнсө урын, тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта төп милләт халҡынан сыҡҡан төрлө кимәлдәге етәкселәр Дағстанда – 83,8, Татарстанда – 64,1, Сыуаш республикаһында – 59,2 процент.
Сыуашстанда – сыуаш һәм рус, Мари илендә – мари һәм рус, Мордовияла – мордва һәм рус, Удмуртияла – удмурт һәм рус, күп милләтле Дағстанда ла дағ һәм рус телдәре дәүләт теле итеп законлаштырылған икән, нишләп Башҡортостанда татар дәүләт теле булырға тейеш һуң әле?
Шовинистик идеяларын алға һөрөүселәргә ваҡытында яуап биреп бармаһаҡ, һул биткә сапҡанда, «иншалла» тип, уңын ҡуйһаҡ, киләсәктә елкәгә атланғандарын көт тә тор.
Ризван ХАЖИЕВ,
1990 – 1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
премия лауреаты.