«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Хеҙмәт кешеһенә лайыҡлы баһа ла, ял да кәрәк



22.05.2012 Хеҙмәт кешеһенә лайыҡлы баһа ла, ял да кәрәк

Хеҙмәт кешеһенә лайыҡлы баһа ла, ял да кәрәк
Күгәрсен районында республикала иң тәүгеләрҙән булып һабантуй үтте
Төбәк тәбиғәтенең иң матур бер мөйөшө был байрам өсөн махсус һайлана. Алдан уҡ тирмәләр, ат сабыштары, сәхнә, милли көрәш урыны билдәләнә, майҙан батырына биреләсәк тәкә лә айырыбыраҡ ҡуйыла, концерт әҙерләнә һәм, әлбиттә, хеҙмәттәре өсөн лайыҡлы баһаланасаҡ уңғандар исемлеге төҙөлә. Эйе, был – һабантуй байрамы. Халҡыбыҙҙың борондан килгән йола байрамы хәҙер инде бөтә ил буйынса таралды. Үҙебеҙҙә булһынмы ул, башҡорттар һибелеп йәшәгән башҡа төбәктәрҙәме, Мәскәүҙә йә Төркиәләме – һәр ваҡыт меңәрләгән халыҡты йыя, туғандар, таныштар, яҡташтарҙы осраштыра.
Республикала быйыл һабантуйҙар иртәрәк башланды. Тәүгеләрҙән булып шәмбелә байрамды Күгәрсен районы уҙғарҙы. «Айыҡ тормош өсөн» тигән девиз аҫтында ойошторолған был сара, һәр йылдағыса, шаулап-гөрләп үтте.
– Бөгөн беҙгә ғорурланырлыҡ нәмәләр етерлек – райондың ауыл хеҙмәтсәндәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ойошҡан рәүештә баҫыу эштәрен тамамланы. Яҙғы культуралар 40 мең гектар майҙанда сәселде.
«Тәүәкән» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «Ергән МТС-ы»ның «Исем» бүлексәһе, «Октябрь», «Иртөбәк» йәмғиәттәре, Чапаев исемендәге һәм «Октябрь» колхоздары айырыуса әүҙемлек күрһәтте, – тип башланы сығышын район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин. – Йыл һайын хужалыҡтарҙа машина-трактор паркын яңыртыу бара. Былтыр ғына 100-ләгән берәмек техника алынды. Ярайһы ҙур инвестиция проекттары ла бойомға ашырыла. Мәҡсүттәге йәнлек үрсетеү фермаһының эше әүҙемләшә, «500 ферма» программаһы буйынса Исемдә ферма төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Бынан тыш, «Октябрь» йәмғиәтенең Сирбайҙағы фермаһы реконструкциялана. Яҙғы эштәрҙә хеҙмәтсәндәрҙең үҙ бурысын намыҫлы башҡарыуҙарын билдәләмәү мөмкин түгел. Һанай китһәк, исемлек шаҡтай оҙон буласаҡ. Малсылыҡ тармағы ла өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән иҫәпләнә. Әле барлыҡ хужалыҡтар ҙа йәйге лагерҙарға күсеүҙе яҡшы атҡарҙы. Район буйынса һөт етештереү күләме 35 тоннаға етә. Был былтырғы күрһәткестән биш тоннаға артыҡ.
Район башлығы һүҙҙәренсә, төбәктә бар нәмә ыңғай яҡҡа үҙгәрә, тиһәк тә, хата булмаҫ. Әле күптән түгел ике фельдшер-акушерлыҡ пунктының сафҡа индерелеүен хәбәр иткәйнек, районда балалар баҡсалары ла төҙөлә, клубтарҙа ремонт яһала.
Һабантуйҙа хеҙмәт алдынғылары бүләкләнмәһә, байрам тулы булмаҫ кеүек. Быйылғы һөҙөмтәләр буйынса муниципаль район хакимиәте түбәндәге хужалыҡтарҙы юғары баһаланы.
Хеҙмәт кешеһенә лайыҡлы баһа ла, ял да кәрәк
Беренсе урында – «Тәүәкән» ДУАП-ы (директоры – Ғайса Янбаев). Ул райондың «Өмөт» премияһы менән дә бүләкләнде.
Был хужалыҡ үҙенең заманса малсылыҡ биналары, һөт эшкәртеү цехтары, йылҡысылыҡ, ҡошсолоҡ предприятиелары, инкубаторы, ҡатнаш аҙыҡ әҙерләүе менән районда иң алдынғылар рәтендә ышаныслы атлап килә. «Тәүәкән»дә етештерелгән һөт продукцияһын республиканың һәр төбәгендә тиерлек яратып һатып алалар.
Икенсе урынға лайыҡ булыусы «Ергән МТС-ы»ның «Исем» бүлексәһе лә (етәксеһе – Артур Ишҡыуатов) һуңғы арала ыңғай яҡтан йыш телгә алына. Бында туғыҙ ит-һөт етештереү фермаһы бар. Хужалыҡ механизаторҙарҙың да, малсыларҙың да юғары һөнәрилеге менән айырылып тора.
Район хакимиәтенән билдәләнеүенсә, «Октябрь» йәмғиәте (Александр Авдеев) шулай уҡ яҡшы күрһәткестәргә ирешә. Хеҙмәт бәйгеһендә ул – өсөнсө урында. Районда иң ҙур хужалыҡтарҙан һанала. Ауыл ерендәге яңы тармаҡ – йәнлек үрсетеү фермаһы ла тап уға ҡарай. Шәшке, аҡ төлкө, кеш аҫрала бында.
Бер төркөм механизатор райондың Маҡтау грамотаһы һәм аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Улар араһында «Агропродукт» йәмғиәтенән Фирғәт Вәлитов, «Тәүәкән»дән Филүс Аҫылбаев менән Ревал Әбдрәхимов, «Иртөбәк» агрофирмаһынан Илһам Аткин бар. Һауынсылар ҙа байрам сәхнәһенә күтәрелде. «Тәүәкән» һауынсыһы Галина Искәндәрова, быҙау ҡараусыһы Нажиә Йосопова, «Иртөбәк»тән артым алыусы оператор Рифат Бикбаев хаҡында ғорурланып һөйләргә мөмкин.
Әйткәндәй, Күгәрсен төбәгендә фермер хужалыҡтары ла етерлек. Ошо йүнәлештәге ассоциацияға 100-ҙән ашыу фермер ингән. Эре хужалыҡтарҙан шәхси эшҡыуарҙар Рәшит Хәлитов, Юнир Искәндәров, Илдус Сәлихов, Рәзилә Һөйөндө­кованың эшмәкәрлеген атарға була.
Бөгөн ауылдарҙы төҙөкләндереүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Һабантуйҙа ошо эшкә тос өлөш индереүсе «Электро-Плюс» йәм­ғиәте директоры Әсхәт Ишмөхә­мәтовтың эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Ә физкультура һәм спортты үҫтереүҙә күрһәткән намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең ошо тармағы етәксеһе Рәил Әҡсәнов бүләкләнде.
Хеҙмәт кешеһенә лайыҡлы баһа ла, ял да кәрәк
Һабантуйҙың бер биҙәге – спорт ярыштары, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Бер тирәлә көрәшселәр майҙанға сығырға сират көтөп олпат ҡына йөрөп торһа, икенсе башта юртаҡтары менән йәш егеттәр өймәкләшкән, ә инде осо елгә бәүелеңкерәп торған һырғауыл төбөндә ҡыйыуҙар усын-усҡа һуға… Һәм тәғәйен ым, йәғни ярыш башланғанын белдереүсе билдә менән һабантуйҙарға ғына хас гөжләү, хуплау, һыҙғырыу тауыштары майҙанға тарала.
Күгәрсендәр үҙен эштә лә күрһәтә, уйын-көлкөлә, спортта ла һынатмай (хәйер, республикабыҙҙың һәр төбәге халҡы үҙенсә уңған, үҙенсә шуҡ һәм шәп инде ул). Был юлы ла сәхнәгә сығып, намыҫлы хеҙмәте өсөн юғары баһа алыусыларҙы дәррәү килеп алҡышланылар, майҙанға һибелеп, әле теге, әле был ярышта көс һынап ҡаранылар, баҙнат итмәгәндәр тамаша ҡылып йөрөнө, тирмәләргә ҡарап һоҡланды.
Әйткәндәй, йылдың-йылы һабантуй майҙанына тирмәләр ҙә теҙелә һәм уны ҡороу буйынса конкурс ойошторола. Еңеүселәргә килгәндә, шундай фекер тыуа – уңған хужалыҡтар бында ла үҙ асылында ҡалған. «Тәүәкән» ДУАП-ы менән «Ергән МТС-ы»ның райондағы бүлексәләре (Исем һәм Мораҡ бүлексәләре) хаҡында байрам көндө күп һүҙ әйтелде. Тирмәләрен дә улар дан итеп ҡорғайны. Беренсе урын тап уларға бирелде. Артабанғы урын­дар­ҙа – «Толпар» йәмғиәте менән «Иртөбәк» агрофирмаһы тирмәләре. «Октябрь» АХК-һы менән «Октябрь» йәмғиәте, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хужалыҡ ҡорған башҡорттоң боронғо йәйге йортон баһалама ағзалары өсөнсө урынға лайыҡ тип тапты. Барлығы тиҫтәләгән тирмә ҡуйылғайны. Һоҡландырғыс булды улар урынлаш­ҡан «урам».
Күңел ял итте, елкенде, дәртләнде һабантуй майҙанында. Бер һүҙ менән әйткәндә, донъя мәшәҡәтенә башкөлләй сумған халыҡ бер нисә сәғәт рәхәтләнеп ял итте.

P.S. Материал әҙерләгәндә күрһәткән ярҙамы өсөн Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенә, «Мораҙым» гәзитенә рәхмәт белдерәбеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға