22.05.2012 Илап, ғорурланып ҡараныҡ
«Их, һоҡланғыс башҡорт бейеүҙәре! Ай, талантлы яҡташтарым, ерҙәштәрем!» Яңыраҡ, апрель айында, Ульяновск ҡалаһындағы В. Лениндың мемориаль үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бик уңышлы, һоҡланғыс сығыш яһағас, шулай тип ғорурланып әйткем килде. Башҡорт бейеүҙәре һушты алып хайран итте.
Егет һәм ҡыҙҙар бик дәртле, йөрәккә тәьҫир итерлек бейене, баҫҡан ерҙәрендә ут сығарҙы. Ә костюмдары күҙҙең яуын алырлыҡ күркәм дә, гүзәл дә, затлы ла. Украинмы, татармы, ҡалмыҡмы, уйғур, корякмы... ниндәй генә халыҡтарҙың милли бейеүен күрергә яҙманы беҙгә был тамашала. Һәм шуныһы аптырата: һәр милләттең үҙенсәлеген бирә ала бит ансамбль, шә-әп! ҡайһы бер бейеүҙәрҙе икешәр ҡат сығып бейенеләр, сөнки халыҡ һораны, үҙҙәрен сәхнәнән сығарманы. Һәр сығыштан һуң тамашасыларҙың: «Ура! Бис! Молодцы!» − тип һөйөнөп һөрәнләүен йәштәрҙең талантына оло баһа тип ҡабул итергәлер. Беҙ ҙә буш ултырманыҡ, күңел тулып, һөйөнөстән һәм тыуған яҡты һағыныуҙан күҙҙәргә йәш алып, туҡтауһыҙ ҡул саптыҡ. Башҡорт халҡыбыҙ бейеүгә лә, таланттарға ла ҡалай бай, тип ғорурландыҡ. Сит тарафтарҙа бигерәк яҡын улар күңелгә. Башҡортостанда талантлы йәштәрҙең үҫеүенә икеләтә ҡыуанабыҙ.
«Ете ҡыҙ» бейеүе бигерәк ныҡ тәьҫир итте. Ошо ҡыҙҙар, әйтерһең, мине бала, йәш саҡтарыма алып китте. 1-се интернат-мәктәптә класташтарым Роза Зияева, Фәниә Әхмәтшина, Роза Ишемғолова ошо бейеүҙе бейеп таң ҡалдыра ине. Улар күҙ алдыма килде…
Оло шатлыҡ, тетрәнеүҙәр кисереп ултырҙым концертта. Был кисереште һүҙ менән генә яҙып аңлатырлыҡ түгел! Янымда ултырған Балтас районы ҡыҙы Мәрхәбә апай Мусина ла, улы Энорис та, килене Лена ла беҙҙең бейеүселәрҙең сығышына таң ҡалды.
Рәхмәт барығыҙға ла. Үҙем тыумышым менән Архангел районынанмын, 80 йәштәмен.
Галина ХӘЛИУЛЛИНА.
Ульяновск ҡалаһы.