22.05.2012 “Урал моңо – 2012” йәш башҡарыусыларҙы йыя
24 – 26 майҙа Өфөлә көтөп алған күркәм ваҡиға – ун алтынсы тапҡыр “Урал моңо – 2012” Халыҡ-ара конкурс-фестивале үтәсәк. Ул төрки йәштәрҙең хәҙерге музыкаль ижадын данлауҙа, милли йолаларҙы, традицияларҙы, төрки халыҡтарҙың мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуҙа, йәш башҡарыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен асыуҙа бик ҙур әһәмиәткә эйә.
Билдәле булыуынса, конкурс беренсе тапҡыр 1992 йылда республика кимәлендә үткәрелә. Шул ваҡытта уҡ бәйге Башҡортостан һәм күрше өлкәләр халыҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Йылдан-йыл уның ҡатнашыусылары ла арта һәм 1995 йылда конкурс халыҡ-ара кимәлгә сыға.
Фестиваль төрлө йылдарҙа “Дәрүишхан”, “Диуана”, “Аҡйондоҙ”, “Рух” төркөмдәренә, Айрат Халиҡов, Лилиә Ишемйәрова, Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Венер Камалов, Ләйсән Шәрипова, Венера Рәхмәтуллина кеүек халыҡ яратып тыңлаған башҡарыусыларға профессиональ сәхнәгә юл аса.
“Урал моңо – 2012” конкурсында 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге эстрада коллективтары һәм йырсылар ҡатнаша. Быйылғы тамашасыны ҡабарҙы-Балҡар, Дағстан, ҡаҙағстан, Башҡортостан, Хакасия, Тува, Алтай, Татарстан, ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Саха (Якутия), Сыуашстан, Төркиә, Үзбәкстан, ҡарасәй-Черкесия башҡарыусылары үҙҙәренең оҫталығы менән хайран ҡалдырмаҡсы.
Сара 24 майҙа киске сәғәт 7-лә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында тантаналы асылһа, гала-концерт 26 майҙа киске сәғәт 6-ла “Нефтсе” мәҙәниәт һарайындә үтә.
Самат ҡОТЛОЕВ.