22.05.2012 Иң шәп бейеүселәр ҡайҙа? Борайҙа!
Быйыл башҡорт бейеүҙәренә яңы һулыш биргән бейеүсе Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына йөҙ йыл тула. Ял көндәрендә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Ф. Ғәскәровтың призына халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы ансамблдәрҙең VI Төбәк-ара фестивале үтте.
Бында данлыҡлы шәхестең исемен йөрөткән дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленән тыш, Башҡортостан ҡала һәм райондары, Татарстан, Ханты-Манси Автономиялы Округынан килгән 28 бейеү ансамбле башҡорт, татар, хакас, Кавказ, сиған, рус бейеүҙәрен башҡарып, жюри ағзаларына үҙ һәләтен асты. Жюри Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, БР-ҙың халыҡ артисы Айҙар Зөбәйҙуллин рәйеслегендә сығыш яһаусыларҙы башҡарыу оҫталығы, костюмдары, һайлаған музыка яғынан да баһаланы.
18 – 19 майҙа конкурстың һайлап алыу туры уҙғарылһа, 20 майҙа тамашасыларға иң яҡшы тип табылған концерт номерҙарынан торған гала-концерт күрһәтелде. Сағыу милли костюмдарҙа дәртле, матур итеп бейегән бейеү коллективтарының сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Концерттан һуң еңеүселәр билдәләнде. Шулай итеп, конкурс лауреаттары араһында өсөнсө урында – Өфө ҡалаһынан “Алант”, Учалы районынан “ҡойон”, Сибайҙан “Дарман” халыҡ бейеү ансамблдәре, Стәрлетамаҡтан “Дәрүиш” һәм Яңауыл районы бейеү ансамблдәре. Икенсе урын Төмән өлкәһе Лянтор ҡалаһынан “Задоринка”, Учалы районынан “Ләйсән” халыҡ бейеү ансамблдәренә, Татарстандың Әлмәт ҡалаһынан “Әлмәтем” һәм Күмертау ҡалаһынан “Контраст” бейеү ансамблдәренә бирелде. Беренсе урында – Салауат ҡалаһынан “Ағиҙел” бейеү ансамбле. Ә гран-приға Борай районының “Дуҫлыҡ” халыҡ ансамбле лайыҡлы тип табылды.
Флүзә ТҮЛӘКОВА.