22.05.2012 “Ваҡыт арбаһы”на ултырып сәйәхәт ҡылдыҡ
йәки “Төнгө музей” акцияһы юғары кимәлдә үтте
Кешелекте үткәндәргә һәм киләсәккә күсеп йөрөү уйы һәр саҡ ҡыҙыҡтырған. Фантастик әҫәрҙәрҙә һәм кинола шундай күренештәргә тап булғас: “Их, “Ваҡыт арбаһы”на ултырып, ата-бабаларҙың көнитмешен бер күрергә ине”, − тип хыялланаһың. Баҡтиһәң, был уйҙы тормошҡа еңел генә ашырырға була икән. Нисек, тиһегеҙме? Музейға барырға кәрәк! Шөкөр, был өлкәлә ҡытлыҡ кисермәйбеҙ. Музейҙар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында беренсе урында тора. Республикала бөтәһе 96 музей бар, шуларҙың 25-е – дәүләттеке, 71-е – муниципаль.
Уҙған ялда бөтә донъя кимәлендә “Төнгө музей” акцияһы үтте. 42 илдә ошо дәүләт учреждениелары таңға тиклем халыҡты ҡабул итте. Был акцияла республиканың ун музейы ҡатнашты.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов та музейҙар эше менән танышты. Ул 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, Республиканың Хәрби Дан музейы, Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында, “Мираҫ” художество галереяһында, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында булды. Республика башлығы тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты: “Беҙҙә бик бай коллекция тупланған, ресурстарыбыҙ күп. Бер кискә матурлыҡ мөхитенә сумып, бер нисә айға етерлек көс-ҡеүәт алырға мөмкин”.
Республиканың Милли музейы бай һәм колоритлы булыуы менән танылыу яулаған. Был кистә унда төрлө йәштәге халыҡ бер туҡтауһыҙ ағылды. Учреждение хеҙмәткәрҙәре ихлас йылмайып, һәр кемде әйҙүкләне. Әкиәт геройҙары балалар менән шаярышып, уларҙы серле донъяға саҡырҙы. “Ваҡыт арбаһы”на ултырып, үткән быуаттарҙы айҡаныҡ, бөгөнгөнө анализланыҡ, хатта киләсәккә лә сәйәхәт ҡылдыҡ.
Музей балалар тауышынан гөрләп торҙо. Малай-ҡыҙҙар, әле бер, әле икенсе экспонатты ҡарап, “ни өсөн”дәрен яуҙырҙы. Ике малайын алып килгән ата балаларының һорауҙарына яуап биреп өлгөрә алмай ине.
− Был бит Салауат Юлаев! – тине малайҙың өлкәнерәге, һыбайлы яугирға күрһәтеп. – Ә-ә, бынау атлылар − уның рыцарҙары! Анау яҡта дошмандары яман ҡарап тора. Бынау ярлы аҡса һорай. Байҙар уға аҡса тоттормаһа, Юлаев уның кәрәген бирәсәк...
Донъяны үҙҙәренсә күргән балалар экспозицияға һүрәтләмә биреп бөткәс, артабанғы залға йүгерҙе. Ә унда Салауат Юлаевтың эйәре һәм ҡылысын оҙаҡ итеп тикшерҙеләр.
1812 йылғы Ватан һуғышына арналған залда был яуҙың илебеҙ тарихында ниндәй эҙ ҡалдырыуына шаһит булдыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы темаһын сағылдырған залда мылтыҡты ҡороп ҡарарға мөмкин ине. Шулай уҡ тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү дәресен алдыҡ, һуғыш йылдарындағы йырҙар менән таныштыҡ. Ир-егеттәрҙең иғтибарын һалҡын ҡорал нығыраҡ йәлеп итте. Төрлө быуаттарҙағы һуғыш ҡоралдары менән танышҡас, кешелек тормошонда бер ҡасан да тыныслыҡ булмаған бит, тигән фекер барлыҡҡа килде.
Һәр быуаттың йорт-йыһазы, кәрәк-ярағы үҙенсәлекле күрһәтелгән. Мәҫәлән, совет осоронда йәшәүсенең йортонда булған әйберҙәр күңелдә һағыш уятты.
Ошо сара уңайынан музейҙа бары бер көнгә генә “Ирәндек айыуы” алтын самородогы, шулай уҡ алтын һәм баҡырҙан эшләнгән биҙәүес әйберҙәр күргәҙмәһе тәҡдим ителгәйне. Билдәле булыуынса, “Ирәндек айыуы” самородогын 1992 йылда “Баймаҡ” совхозы механизаторы Күсей ауылы эргәһендә Ирәндек тауының көнсығыш армытында табып алған. 4 килограмм 788 грамм ауырлығындағы самородок формаһы буйынса айыуҙы хәтерләтә, хаҡы алты миллион һум тип баһалана. Легенда буйынса, башҡорттар ылау менән уны урыҫ батшаһы Иван Грозныйға бүләк итеү өсөн алып китеп барған. Ләкин ылауға юлбаҫарҙар һөжүм итә һәм уҡсыларҙың береһе алтынды ергә күмеп өлгөрә, шунда ул 436 йыл буйына ятҡан. Был залда халыҡ айырыуса күп булды, һәр береһе ошо уникаль экспонат янында фотоға төшөргә ашыҡты.
Музей хеҙмәткәрҙәре бихисап сағыу программа әҙерләгән, һәр залда ҡунаҡтар өсөн төрлө саралар ойошторолдо. Викторина, кроссворд, йомаҡтарға яуап табыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында ла халыҡ күп булды. Яҙыусылар менән “түңәрәк өҫтәл” артында аралашыу, милли уйындар, концерт номерҙары һәр кемдең күңеленә ятты. БДУ-ның “Шоңҡар” һәм БДПУ-ның “Аҡсарлаҡ” әҙәби-ижади берекмәләре ағзалары үҙҙәренең ижад емештәрен тәҡдим итте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Ғөмүмән, музейҙа төн үткәреүсе һәр кем ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс мәғлүмәт тупланы, тормош һабағы алды.