05.10.2010 Ижад миҙгелен асыу тантанаһына рәхим итегеҙ!
72-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнгән филармония йылдан-йыл камиллаша бара. Әйтергә кәрәк, үҙенсәлекле концерт программаларының географияһы киңәйә, жанрҙары төрлөләнә. Быйыл да миҙгел төрлө йүнәлештәге концерттар, ҙур проекттар менән байытылыуы, билдәле музыканттар саҡырылыуы менән үҙенсәлекле һәм абруйлы булмаҡсы.
5 октябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Илһам артынан сәйәхәт» исемле юморға ҡоролған концерт программаһы менән үҙенең ишектәрен аса (режиссеры – Илшат Фәхретдинов). 72-се ижад миҙгеле ҡыҙыҡлы концерттарға, тамашаларға бай булмаҡсы. Әйтергә кәрәк, октябрь айында ғына репертуар төрлө йүнәлештәге концерт программалары менән тулыландырылды. ҡурай байрамы, сәхнә ветерандары менән тамашасының бер залда осрашыуы менән бер рәттән, Италия, Франция, Израилдән килгән ҡунаҡтарҙың сығыштары ла көтөлә. 17 октябрҙә – «Көҙгө йыр» романс кисәһе, 19 октябрҙә Эльвира Хәйретдинованың орган кисәһе үтә.
Миҙгел асыу тантанаһының йөкмәткеһенә килгәндә, юморға ҡоролған программа әҙерләнгән. Артистарыбыҙ йәйге ялда кем ҡайҙа булып, ниндәй хәлдәргә, мажараларға тарыуын һөйләр, төрлө жанрҙағы йырҙары менән һөйөндөрөр. Был концертҡа әле ҙур әҙерлек бара: яңы йырҙар, әҫәрҙәр өйрәнелә. Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина, Лилиә Биктимерова, Вәхит Хызыров, Римма Амангилдина, Азамат Тимеров, Искәндәр Ғәзизов, Марсель ҡотоев, Сәйҙә Ильясова, Заһир Иҫәнсурин дәртле йырҙары менән концертҡа йәм өҫтәйәсәк. «Илһам артынан сәйәхәт» тамашаһында филармонияның талантлы артистары Рафаэль Сәғитов, Юлиә Чанышева, Әлиә Нурғәлиева, Урал Мортазин бейеү сәнғәтенең бөтә нескәлеген, гүзәллеген, камиллығын асып бирер.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендә Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Илдар Ишбирҙин етәкселегендә Дәүләт академия хор капеллаһы, Олег ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестрының сығыштары программаны тағы ла баҙыҡландырасаҡ. Шулай уҡ «Каруанһарай», «Далан» төркөмдәренең ҡатнашыуы концерттың юғары кимәлдә үтәсәгенә дәлил булып тора.
Йыр-моң кисәһенә рәхим итегеҙ, дуҫтар!