«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » «Донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмай»



04.05.2012 «Донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмай»

«Донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмай»
йәки Уҡытыусы йә табип булырға хыялланған Рәшиҙә Туйсина нисек бейеүсе булып киткән?
Үҙенең оҫталығы менән Рәсәй, сит ил тамашасыларының һөйөүен яулаған мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаның ябайлығына, ихласлығына, эскерһеҙлегенә хайран ҡалырлыҡ. «Ғүмер буйы миндә мән, әҙәп көслө булды, бер ҡасан да үҙемде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыр­ға, айырылып торорға тырышманым. Бар күңелемде һалып бейенем генә, бейеүемде күрҙеләр, баһаланылар. Айырыуса үҙ илемдең, үҙ халҡымдың яратып ҡабул итеүе, таныуы һәм һанлауы – минең өсөн иң ҙур баһа», – ти ул.
– Бейеүсе һайлап алған яҙмышығыҙмы?
– Тормошомда осраҡлы хәлдәр күп булды. Бейеүсе булып китеүем дә осраҡлы ғына килеп сыҡты. Шулай тип әйтһәм дә, донъяла бер нәмә лә осраҡлы булмайҙыр ул, Хоҙай Тәғәлә яғынанмы, ниндәйҙер көс тарафынанмы, үҙенә күрә бер сәбәп булып тора. Шуның кеүек, осраҡлы ғына бейеүсе булып китһәм дә, бәлки, ер йөҙөндәге тәғәйенләнешем шулай булғандыр. Беҙ бала саҡта һәр ҡыҙ бала йә уҡытыусы, йә табип булырға хыяллана торғайны. Минең дә күҙ алдымда ошо ике һөнәр генә булды. Әммә ул заманда юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн мотлаҡ рәүештә ике йыл хеҙмәт стажы талап ителә ине. Шунлыҡтан 10-сы синыфты тамамланым да, мәктәптә пионервожатый булып эшләй башланым. Бер йыл эшләгәс, Темәскә йәйге лагерға пионервожатый булып барҙым. Шунан райондан ике кешене Өфөгә өлкән пионервожатыйҙар семинарына ебәрҙеләр. Бында инде, пионервожатый бөтә нәмәне лә белергә тейеш, тип, төрлө талант эйәләре килеп беҙгә бейеү, йыр дәрестәре үткәрә, ҡурсаҡтар менән театр ҡуйырға өйрәтә ине. Улар араһында бейеүсе Рафаэль ағай Саматов та бар. Ул беҙгә бейеүҙәр өйрәтә, беҙ иһә, тырышып-тырышып, ул күрһәткән хәрәкәттәрҙе ҡабатлайбыҙ. Бер ваҡыт ул минән: “Һеңлем, баянан бирле иғтибар итәм, кәүҙәң дә йәтеш кенә, килешле генә бейей­һең дә, әллә берәй бейеү түңәрәгенә йөрөйһөңмө, ғөмүмән, бейеү менән шөғөлләнәһеңме?” – тип һорап ҡуйҙы.
Әлбиттә, бейеүгә йөрөнөм, тип әйтә алмайым, шулай ҙа, мәктәптә уҡып йөрөгән саҡта Өфөнән артис­тар килеп, беҙгә бейеү өйрәтә ине. Уҡыусыларға шундай мөмкинлектәр тыуҙырған мәктәп директорын гел генә оло рәхмәт менән иҫкә алам. Тағы ла шул тиклем оҫта, матур итеп тыпырлатып бейеүсе уҡытыусы Фитрат ағай Ирназаров була торғайны. Хеҙмәт уҡытыусыһы булһа ла, балаларҙы бейергә өйрәтте ул. Мин дә ваҡытында ул етәкләгән бейеү түңәрәгенә йөрөп алдым. Ғөмүмән, беҙҙең Баймаҡ йәштәре бик дәртле булды. Өфөлә ансамблдә бейегән йәштәр ҙә килеп бейеү өйрәтте. Беҙ уларға эйәреп, тулмаған составтарын тулыландырып, Сибайға ҙур олимпиадаларға йөрөнөк. Ике-өс мәртәбә шулай барғаным хәтерҙә.
“Беләһеңме, беҙҙең бейеү ансамбленә бик күп йәштәрҙе аласаҡтар, шунда һайлап алыу турына һиңә лә барып күренергә кәрәк, буй-һының килешле, тура килеп кенә тора”, – тине. Тәүҙә, ҡайтыу­ҙы ғына уйлап йөрөгән кеше булараҡ, был турала уйлап та ҡараманым, әммә Самат ағай өгөтләй торғас күндерҙе, барып ғариза яҙҙым.
– Шулай итеп, көтмәгәндә бейеүсе булырға тәҡдим алдығыҙ инде...
– Эйе, әммә еңел генә хәл иттем тип әйтеп булмай. ҡайтҡас та әллә күпме икеләнеп йөрөнөм әле, берәүҙәр, бар, ти, икенселәр, артист тормошо ауыр, аяҡ-ҡулың һыҙлар, тип кире өгөтләй. Бер ваҡыт саҡырыу ҡағыҙы ла килеп төштө, әммә үҙем генә сығып та китә алмайым, мәктәп директорынан, район мәғариф бүлеге етәксеһенән рөхсәт алырға кәрәк. Уйланып йөрөй торғас, нимә булһа ла булыр тип, мәғариф бүлегенә киттем. РОНО мөдире Ғәлиев тигән ағай тура һүҙле, ҡәтғи генә әйтә торған кеше ине. ҡурҡа-ҡурҡа ғына ишеген асып индем, хәлемде аңлаттым. Һөйләп бөтөр-бөтмәҫ: “Туғаным, хәҙер үк кит, бындай тәҡдим һәр кемгә лә эләкмәй”, – тине ул. Бына шулай, бер ҡараһаң, осраҡлы ғына башланған нәмә үҙенән-үҙе юл ярып алды ла китте.
Ул ваҡытта Өфөгә килеүе лә еңел түгел ине. 10 – 12 кешелек АН – 2 самолеты ғына оса, кешеләр аҙналар буйы уға эләгә алмай интегә. Быныһы ла үҙенә күрә бер һынау. Хоҙайым, мине генә алһалар ярар ине, тип теләп ултырам. Теләгем ҡабул булды, самолетҡа эләгеп, ултырып киттем. Шуныһы ҡыҙыҡ: сентябрь башы, көндәр эҫе тора, ә мин ҡышҡы бәлтәмде кейгәнмен, башымда шапка, ҡулымда бәләкәй генә сумка. Шул сумкаға барлыҡ әйберҙәрем һыймағанлыҡтан бәлтәмде кейеп алдыммы икән?! Әле булһа шуға аптырайым. Ғәжәп, кире ҡайтырға тура килһә, тигән уй бөтөнләй миндә булманымы икән ни?!
– Һеҙҙе шунда уҡ ансамблгә алдылармы?
– Өфөгә килгәс, филармонияны юллап барып таптым. Филармонияның ҡаршыһындағы хәрби гарнизонда һайлап алыу туры бара. Мин тулҡынлана-тулҡынлана сиратымды көтөп йөрөйөм, үҙем бер нәмә белешмәгәнмен, исемлекте лә ҡарамағанмын. Башҡаларҙың бейеүҙәрен ҡарайым да, минең бейеүҙәрем бигерәк ябай бит, нисек кенә үтермен икән, тип борсолам. Шулай үрһәләнеп көтөп йөрөгәндә алып барыусы сығып, ошоноң менән майҙан тамам, тип әйтмәһенме! Нисек инде тамам?! Мине, әйтерһең дә, ниндәйҙер көс этәреп сығарҙымы ни, сәхнә артынан шаршауҙы ғына ҡайырып астым да: “Ә мин?!”– тип ҡысҡырып ебәрҙем. Шуны әле уйлайым, осраҡлы тиһәм дә, бер ҙә генә, ә мин юҡ икән, тип боролоп сығып китмәгәнмен, кәрәк саҡта үҙемде күрһәтә белгәнмен.
– Һеҙ исемлектә булмаған­һығыҙмы ни?
– Баҡтиһәң, беренсе турға һуңлағанмын, ә бында икенсе турға сыҡҡандар ғына сығыш яһаған икән. Шулай ҙа мине кире бороп сығарманылар, алып барыусы исемемде һорашты ла, бейеүемде иғлан итте. “Заһиҙә”не бейенем дә залға сығып ултырҙым. Барып ултырғайным, жюри ағзалары әйләнеп-әйләнеп миңә ҡарай, мин тағы ла башымды аҫҡараҡ эйәм. Был меҫкен, нишләп кенә килде икән, етмәһә, үҙе һуңланы, тип әйтәләрме икән, тип уйлайым. Шулай итеп аптыранып ултырғанда эргәмдә матур бер ханым пәйҙә булды. Баҡтиһәң, ул күренекле бейеүсе Рауилә Хажиева булған икән. Яңы ғына Һиндостандан гастролдән ҡайтҡан, эй, матур, хур ҡыҙымы ни?! Килде лә бейергә теләү-теләмәүем, йәшәр урыным менән ҡыҙыҡһынды, хатта үҙендә йәшәп торорға тәҡдим итте. Йәшәүен йәшәмәнем, әммә һуңынан гел генә ҡунаҡҡа барып йөрөнөм. Уны бик ныҡ ярата торғайным, ана шул ваҡыттағы бер генә йылы һүҙе менән арбаны ул мине.
Конкурстан һуң беҙгә өс ай һынау осоро бирелде. Унда барлыҡ бейеүҙәрҙе, хәрәкәттәрҙе өйрәнергә, үҙебеҙҙең етешһеҙлектәребеҙҙе шымартырға тейеш инек. Бына шунан һуң ғына ансамблгә тулыһынса инеп киттек.
– Ә ҡасан үҙегеҙҙе ысын бейеүсе итеп танытыуға өлгәшә алдығыҙ?
– Минең бәхетемә, Болгарияла Йәштәр һәм студенттарҙың халыҡ-ара фестивале үтте. 1968 йылда булды ул. Мәскәүҙән комиссия килеп, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында фестивалгә һайлап алыу туры үткәрҙе. Бына шунда бик күп дәғүәсе араһынан улар мине һайлап алды. Йәнә шул “Заһиҙә” бейеүе менән үттем.
– Һеҙгә бәхет килтереүсе бейеү булған ул, күрәһең?
– Эйе, бер яҡтан, миңә гел уңыш килтерһә, шул уҡ ваҡытта башҡа бейеүҙәремә кәртә лә булып торҙо ул. Шуны бейеһәм, башҡа әҙерләгән бейеүҙәремде ҡарап та тормайҙар, етте, ти ҙә ҡуялар.
– Һайлап алыу турын үткәс, Болгарияға юл алдығыҙмы?
– Бер ай буйы Мәскәүҙә әҙерлек этабы үттек. Бына шунда миңә бейеүем өҫтөндә ныҡлап эшләргә, уны һәр яҡлап камиллаштырырға форсат тейҙе. Мәҙәниәт министрлығы һәм комсомолдың үҙәк комитеты ағзаларынан торған комиссия алдында ла бейергә тура килде. Шул ваҡытта улар, әгәр ҙә шулай матур бейеһәң, алтын миҙал яулай аласаҡһың, тине. Алтын миҙал яулауы шулай еңелме икән ни, тип аптырауға ҡалдым.
Бына шулай бер ай һынау үткәндән һуң поезд менән Болгарияға юл алдыҡ. Махсус рейс ине ул – дуҫлыҡ рейсы. Минең менән тормош иптәшем Әнүәр, бейеүсе, яҡташыбыҙ Салауат Дәүләтбаев һәм тағы ике ҡурайсы бар. Барған саҡта туғанлыҡ мөнәсәбәттәренең иҫ киткес көслөлөгөнә хайран ҡалдыҡ, һәр ерҙә яҡты йөҙ, йылы һүҙ, бүләктәр менән ҡаршы алалар. Шундай матур сәфәргә сыҡҡанбыҙ, уйыбыҙҙа ла тик еңеп кенә ҡайтыу.
Килеп төшкәс, бер көн ял итергә мөмкинлек бирҙеләр һәм иртәгәһенә йәрәбә тартырға саҡырҙылар. ҡалтырана-ҡалтырана тартып сығарып ҡараһам, 52-се һан эләккән. Ни уйларға ла белмәй торғанда билдәле режиссер Иосиф Туманов номерҙы күрҙе лә: “Биш плюс ике, бик яҡшы, магик көскә эйә һан, һеҙҙең барыһы ла яҡшы буласаҡ”, – тине.
Шулай итеп, мин фестивалдең икенсе көнөндә сығыш яһарға тейешмен, йоҡо бөттө, тамаҡҡа аш бармай. Үҙебеҙ бергәләп, 128 илдән ҡатнашҡан конкурсанттар араһында нисек итеп Уралды, Башҡортостанды сағыуыраҡ итеп күрһәтергә икән, тип баш ватабыҙ. Һөҙөмтәлә, ҡурайсы үҫеп ултыр­ған ҡурайҙы ҡырҡып алып, көй уйнап ебәрә, шул ваҡытта мин талғын ғына сәхнәгә килеп сығыр­ға тейешмен, тип килештек. Ысынлап та, бик отошло килеп сыҡты ул. Бейеп сыҡтым, тағы бер көн фестиваль дауам итте, тыныс ҡына һөҙөмтәләрҙе көтөп йөрөйбөҙ.
Һәр көн “Молния” сығарып элеп ҡуялар ине. Бер көн шулай иртәнсәк ашханаға китеп барһаҡ, яңы гәзит эленгән. ҡарайбыҙ, ҙур ғына исемлек бирелгән, кемдәр – бронза, кемдәр көмөш миҙал алған һәм “СССР-ҙың алтын миҙалдар запасы артты” тигән һүҙҙәр янына “Алтын миҙал – Туйсина” тип яҙылған. Күрҙем дә үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай ҡаттым да ҡалдым, ҡыуаныу ҙа юҡ, көлөү ҙә. Шул ваҡыт комсомол өлкә комитетының беренсе секретары Абрар Ярлыҡапов: “Рәшиҙә, нишләп ҡыуанмайһың, был бит еңеү! ҡайтҡас та һиңә комсомолдың Ғәлимов Сәләм премияһын бирҙертәм”, – тип ҡысҡырып ебәр­ҙе. Шунан һуң ғына оло еңеүгә ирешеүем башыма барып етте. Әгәр ҙә ошо фестивалгә бармаһам, яҙмышым бөтөнләй башҡаса булыр ине. Күҙ теймәһен, гел генә Хоҙай мине шулай аралап, көтөлмәгән хәлдәргә юлыҡтырып торҙо.
– Тимәк, ошо көндән һеҙгә билдәлелек килде?
– Фестивалдән алтын миҙал алып ҡайттым, шул ваҡытта мине Хөсәйен Әхмәтов туҡтатып: “Афарин, хәҙер мин һине һеңлем тип әйтергә лә ҡурҡмайым, һин дә мине олатайым тип әйтергә ҡурҡма, һин үҙеңә үҙең исем һәм билдәлелек яуланың”, – тине.
ҡайнағам Ғата Сөләймәнов фестивалдән ҡайтыуыма “Совет­ское фото” журналын ҡалдырып киткән. Асып ебәрһәм, фестиваль ваҡытындағы сәскәләр күтәреп төшкән шундай матур фотом баҫылған икән. Шул ваҡыттан алып үҙем тураһында ҡайҙа нимә сыға, гел генә йыйып барҙым. Аллаға шөкөр, матбуғат биттәренән, телеэкрандарҙан төшмәнем. Улар мине маҡтап яҙған һайын, тағы ла яҡшыраҡ булырға тырыша инем, шулай ғүмер буйы гәзит битендәге Рәшиҙә менән ярыштым (көлә).
– Бейеүсе бейей-бейей оҫтара, тиҙәр. Ысынлап та шулаймы, әллә тәбиғәттән бирелгән һәләтме ул?
– Бейей-бейей оҫтара. Ныҡыш­малы, үҙ-үҙеңде аямай эшләй торған ауыр эш ул. Төрлө бейеүҙәр бар, һикереп тә бейей­һең, аяҡтарға, мускулдарға көс төшә. Бейеүҙәр өҫтөндә эшләй торғас, хатта аяҡтан яҙып, барыһы ла бөттө, тип инде сәхнә менән хушлашыу тураһында уйлай башлаған саҡтарым булды. Әммә нисектер яйлап-яйлап аяҡҡа баҫып киттем. Юҡҡа ғына бейеүсе 20 йылдан һуң пенсияға китмәй. Мин хаҡлы ялда булһам да, халҡымдың ихтыяжын тойоп, яратҡан шөғөлөмдө ташламайым. Халҡыбыҙҙың классик бейеүҙәрен үҫмер быуынға тапшырыу маҡсатында мәктәп балаларын бейеүгә өйрәтәм. Ғөмүмән, бейеүсенең тормошо былай ҙа тынғыһыҙ, элек отпускыға сығып өс көн дә тормайһың, был илдән делегация килгән, тегенән, тип саҡыртып сығаралар ине.
– Шулай ҙа юҡҡа ғына һеҙҙең бейеүегеҙгә жюри ағзалары ла, башҡалар ҙа айырым иғтибар бирмәгәндер, тәбиғәттән бирелгән һәләтегеҙ ҙә булғандыр. Өҫтәүенә, был һәләт улығыҙға ла күскән...
– Юҡ, тип әйтә алмайым, булғандыр. Шулай ҙа улымдың минең һөнәремде һайлауына ныҡ ҡаршы булдым. Ни өсөн? Сөнки шул ваҡытта үҙем дә ауыр осор кисерә инем. Эшемдә төрлө ҡаршылыҡтарға осрай башланым. Бының сәбәбен үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, танылыу яулаған кешеләрҙе гел генә яратып бармайҙар. Шуға күрә ансамблдең йәш студияһына йөрөй башлағас, улым, бир һүҙеңде, һин бейеүсе булмайһың, тинем, юҡ, ул һүҙ бирмәне. Әммә шул ваҡытта уларҙың бейегәнен иптәшем менән ҡарап ултырабыҙ, ул башҡаларҙан бик ныҡ айырылып тора ине. Хәрәкәттәрҙе шул тиклем еренә еткереп, матур итеп башҡара!
– Улығыҙ менән ғорурланаһығыҙ инде...
– Шул тиклем ғәжәпләнәм, хайран ҡалам, һоҡланам уның һалған бейеүҙәренә. Иҫ китмәле бейеүҙәр бит ул, тәрән мәғәнәле, тарихҡа бәйле, халҡын улай ҙа данлай, былай ҙа данлай. 26 ғына йәшендә атҡаҙанған исеме алды. Иҫ киткес һәләт унда! Әммә ул башҡа ерҙә эшләһә, үҙенең бейеүҙәренә юғарыраҡ баһа алыр ине.
– Иң яратып бейегән бейеүҙәрегеҙ тип ҡайһыларын әйтә алаһығыҙ?
– Һәр бейеүҙе яратып башҡарам. Сөнки бейеүҙе яратмаһаң, сәхнәгә сығып булмай. Әммә әлеге лә баяғы тәҡдир, миңә алтын миҙал алырға ла ярҙам иткән “Заһиҙә” бейеүе күңелемдә айырым урын алып тора. Алтын миҙал ғына ла түгел, хатта сит илгә ҡарағанда үҙ илемдең, үҙ халҡымдың мине яратып ҡабул итеүе, таныуы, һанлауы – минең өсөн иң ҙур баһа. Халҡымдың һөйөүен яулау тап шул “Заһиҙә” бейеүенән башланды, тип уйлайым.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға