«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Уның тормош мәғәнәһе



27.04.2012 Уның тормош мәғәнәһе

Уның  тормош мәғәнәһе
Билал мәктәбенең Дилара Сәлимйән ҡыҙы етәкләгән «Йәйғор» ансамбле райондың йәш бейеүселәр конкурсында гел призлы урындар яулай
Сәхнәлә күбәләктәй өйөрөлөп, осоп-талпынып, бер ҡыҙ бала бейей. Уның етеҙ, тилбер хәрәкәттәренә күҙ ҙә эйәрмәй… Ваҡыт тигән нәмә бик тиҙ үтә шул. Ошо тал сыбығындай ғына ҡыҙҙың үҙе артынан тотош мәктәпте тиерлек күркәм сәнғәт төрөнә – бейеү серҙәренә өйрәтеүенә 20 йыл ваҡыт үтеп тә киткән икән.
Баймаҡ районының йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан, күп кенә күренекле яҙыусылар сыҡҡан Таһир ауылында, күп балалы Биктимеровтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә Дилара Сәлимйән ҡыҙы.
«Сәнғәткә һөйөү миндә ғаиләнән килә. Атайым – оҫта ҡурайсы, республиканың ғына түгел, Мәскәү, Ленинград сәхнәләрен дә ҡурай моңона күмгән кеше. ҡустыларым да ҡурайҙа, гармунда уйнай, һеңлеләрем дә йыр-моңға битараф түгел. Фирүзә һеңлем менән район, республика, хатта сит илдәрҙә лә бейеп йөрөнөк» − ти ул.
Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ тырыш ҡыҙыҡай бейеү түңәрәгенә йөрөй. Был шөғөлөн Сибай педучилищеһында уҡығанда ла ташламай. Ниндәй генә бейеүҙәр ҡуймаһындар, һәр саҡ солистка була. ҡалала үткән мәҙәни сараларҙың барыһына ла уны бейергә саҡырып торалар. Йыл һайын Сибай агитбригадаһы һәүәҫкәрҙәре яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу осоронда күрше Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондары буйлап сәфәргә юллана. «Улар, игенселәр алдында сығыш яһарға тип, үҙҙәре менән мине лә − бейеүгә, ә курсташым, хәҙер республикабыҙҙа киң танылыу алған Алһыу Бәхтиеваны йырларға ала торғайны. Ошо ҡабатланмаҫ осор йәшлегебеҙҙең иң матур, сағыу иҫтәлеге булып күңелдәрҙә һаҡлана», − тип хәтерләй Дилара Сәлимйән ҡыҙы.
Педучилищены тамамлағас, ҡыҙҙы Баймаҡ районының Сәйғәфәр мәктәбенә пионервожатый итеп эшкә ебәрәләр, бер үк ваҡытта Баймаҡ ҡалаһының «Ирәндек» бейеү ансамбленә лә бейергә йөрөй.
Иң тәүҙә Өфөгә «Аҡ тирмә» клубына сығыш яһарға баралар. Бер аҙна эсендә Дилара Сәлимйән ҡыҙына алты бейеү өйрәнергә тура килә («Каруанһарай», «ҡара юрға», «Беләҙегем-йөҙөгөм», «ҡара-ҡаршы бейеү», «Колхоз йәштәре», татар халыҡ бейеүе). Шунан һуң Ырым­бур, Красноярск, Магнитогорск ҡалаларында бейеү фестивалендә ҡатнашалар.
Дилара Сәлимйән ҡыҙы күрше Билал ауылына килен булып төшкәс, урындағы мәктәптә бейеү түңәрәгенә етәкселек итә. Бөгөн был мәктәп – бейеү сәнғәтенең алға киткән, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшкән, туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр аша алға барған, бөтә мәктәп уҡыусылары ла тиерлек бейегән белем усағы. Айырыуса талантлы балалар ундағы «Йәйғор» ансамбленә йөрөй. Ансамблдең нигеҙен киң танылған коллектив бейеүҙәр тәшкил итә. «Зарифа», «Колхоз йәштәре», «Йәшлек» бейеүҙәрен балалар урғылып торған дәрт һәм саялыҡ менән башҡара.
«Йәйғор»ҙоң репертуарында туғандаш халыҡтарҙың бейеүҙәре лә ныҡлы урын алған. Татар ҡыҙҙары, мари, рус халыҡ бейеүҙәре – балаларҙың яратып башҡарған бейеүҙәре.
Ансамбль үҙенең яңғыҙ бейеүҙәре менән дә дан алған. Райондың йәш бейеүселәр бәйгеһендә йыл һайын призлы урындар яулайҙар. Мәҫәлән, Рәфил Әминев (1997 йыл), Айнур Әминев (1998 йыл), Айтуған Әминев (1999 йыл), Айгиз Юлмөхәмәтов (2000 йыл) гран-при, Ләйсән Солтанова, Заһир Зәйнуллин 2006 − 2007 йылдарҙа 1-се урын яулай. Һуңғы йылдарҙа ла район смотр бәйгеләрендә коллектив, дуэт, соло бейеүҙәре гел алдынғылар иҫәбендә.
Ансамблдең иң ҙур уңышы булып 2002 йылда «Өлгөлө бейеү коллективы» исемен алыуы тора. Был еңеүҙәрҙең барыһында ла Дилара Сәлимйән ҡыҙының ныҡышмалы, ижади хеҙмәте ята,
Беҙҙең мәктәп бейеүселәренең ауылда һәм күрше ауылдарҙа үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа, бәйгеләрҙә яңынан-яңы программалар менән сығыш яһауын күрергә була.
Дилара Сәлимйән ҡыҙы үҙе лә район, республика концерттарынан ситтә ҡалмай. 1996 йылда Кремль һарайында Мәскәүҙең 850 йыллығына арналған ҙур байрам концертында, 1997 йылда Бельгияла үткәрелгән «Берҙәмлек» фестивалендә ҡатнашыуы оло мәртәбә. Быйыл ул «Байыҡ» бәйгеһендә лә көсөн һынап ҡараны, һуңғы турҙа сығыш яһауын әле түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.
Үҙ эшен төптән белгән, ижади ҡарашлы, юғары категориялы тынғыһыҙ педагог, уңған ир ҡатыны, өс бала әсәһе йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Тиҙҙән ул ҡәйнәһе Фәриҙә еңгәй менән «Килендәр һәм ҡәйнәләр» район бәйгеһендә ауылыбыҙ намыҫын яҡлап сығыш яһаясаҡ.
Бөтә донъя бейеү көнөндә ауыл мәҙәниәт йортонда Дилара Сәлимйән ҡыҙының 20 йыллыҡ ижад кисәһе үтәсәк.
Бейеүсебеҙгә сәләмәтлек, артабан да арымай-талмай юғарыраҡ үрҙәргә артылыуын, бар уй-ниәттәренең дә бойомға ашыуын теләге килә.

Илүзә ӘФЛӘТУНОВА,
юғары категориялы уҡытыусы.
Баймаҡ районы,
Билал ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға