«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Мәрхәмәт ит, изгелекле бул



24.04.2012 Мәрхәмәт ит, изгелекле бул

Мәрхәмәт ит, изгелекле бул
Башҡорт дәүләт филармонияһында Саҡмағош райо­нының Яңы Балтас ауылынан Азалина Ғаязова (май айында уға бер йәш тула) һәм Бөрө ҡалаһынан Злата Ғәзизоваға (дүрт йәш) ярҙам йөҙөнән хәйриә кисәһе ойошторолдо.
ҡыҙҙар тыумыштан йөрәк сиренә дусар һәм уларға ашығыс рәүештә операция талап ителә. Сара «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды һәм уларҙың Мәскәүҙәге хеҙмәттәштәре – «Линия жизни» фонды башланғысы менән үткәрелде. Балаларға ярҙам йөҙөнән һәм уларҙың һауығыуына үҙ өлөшөн индереү маҡсатында сараға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Мәрхәмәт» фондының Попечителлек советы рәйесе Гөлшат Хәмитова, министрҙар һәм ведомство етәкселәре, республиканың бизнес берләшмәһе вәкилдәре, ғөмүмән, сирле балаларҙың ғүмеренә битараф булмаған кешеләр килде.
– Бөгөнгө матур сараға килеүсе, уны ойош­тороу­ҙа ярҙам итеүсе кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәм, – тине Гөлшат Хәмитова. – Тимәк, һеҙ беҙҙең эшмәкәрлекте аңлайһығыҙ, яҡшы баһалайһығыҙ, унда ҡатнашаһығыҙ. Бындай кисәләр беҙҙә матур йолаға әүерелһен ине. Сөнки мәрхәмәтлек, изгелек юғары мәҙәниәтле кешеләргә генә хас.
«Линия жизни» иһә Рәсәйҙәге барлыҡ балаларға ярҙам итә. Асылғандан алып улар биш меңдән ашыу сирле балаға, шул иҫәптән республиканан 275 сабыйға ярҙам күрһәткән. Уларға Республика кардиология диспансерында юғары технологиялы операция эшләнгән.
Концерт программаһынан тыш, филармония фойеһында хәйриә эшмәкәрлеге тарихын сағылдырған күргәҙмә эшләне.

Әйткәндәй

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙа даими эшләүсе депутаттар ай һайын үҙҙәренең эш хаҡының бер процентын хәйриә эшмәкәрлегенә йүнәлтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
– Хәйриә эшмәкәрлеге йәшерен булырға тейеш түгел, был хаҡта асыҡ әйтергә, уны әүҙем пропагандаларға кәрәк, – тине Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Беҙҙең ҡарар республика халҡы өсөн өлгө булыр, тип ышанабыҙ. Һәр кемдең бәләгә осраған кешеләргә ярҙам итеү, яҡының менән уртаҡлашыу теләге булыуына ышанам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға