«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Гөлдәр Ишҡыуатованан ”йондоҙло” кәңәштәр



20.04.2012 Гөлдәр Ишҡыуатованан ”йондоҙло” кәңәштәр

Гөлдәр Ишҡыуатованан ”йондоҙло” кәңәштәр
Иртәнге йыуыныу
Иртәнсәк бит күҙәнәктәре тын алып, йоҡонан уянһын, ә бит алмалары ҡыҙарып, матур булып торһон өсөн битте һыу менән йыуыу урынына боҙ менән ышҡыу килешә. Бының өсөн ромашка йәки эт дегәнәге (череда), йә иһә сөйәл (чистотел) үләненән төнәтмә яһап, шаҡмаҡ формаларға һалып, туңдырғыста туңдырырға кәрәк. Йоҡонан торғас, бит тиреһен ошо боҙ кубиктары менән ышҡыу яҡшы кәйеф, матур йөҙ менән йөрөргә ярҙам итер.
Әйткәндәй, заманында әбей батша Екатерина II һәр иртә һайын боҙ менән генә йыуынған.

Битте таҙартыу өсөн

1 ҡалаҡ бал, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ һәм ярты лимондың һутын һығып, ҡатнашма эшләргә, мамыҡты унда манып, бит тиреһенә һөртөп таҙартырға.
Был ҡатнашма тәбиғи әйберҙәр­ҙән, бер ниндәй ҙә химия ҡулланмай эшләнеүе менән яҡшы. Боҙолмаһын өсөн уны һыуытҡыста тоторға кәрәк.

Йоҡлар алдынан
битте тәрбиәләү

Биттә һырҙар булмаһын өсөн тирегә бурһыҡ майы һөртөп ятыу килешә.
Ә иң мөһиме – юҡ-барға артыҡ ғауғаланмай, гел ыңғай эмоциялар барлыҡҡа килтереп, йылмайып йәшәү. Күңеленән һәм күҙҙәренән нур сәсеп торған кеше һәр ваҡыт матур булып күренә.

Һалҡын тейгәндән дауа

Һалҡын тейгәндә иң шәп дауа – бурһыҡ майы. Иртән һәм кисен бер ҡалаҡ бурһыҡ майын иретеп эсәһең дә артынан бер балғалаҡ бал ҡабаһың.

Итле һурпа бешереп, уға ҡорот, борос һалып, һуған турап, 1 төймә аспирин менән ҡушып эсеү ҙә бик яҡшы ярҙам итә.

Тиҙ генә әҙерләнә торған ризыҡтар рецебы

Манный ярмаһынан ҡоймаҡ
Ярты литр һөт, ярты литр йылы һыу, ярты ҡалаҡ сүпрә, 3 – 4 ҡалаҡ шәкәр, тоҙ, сода, 50 грамм көнбағыш майы, 3 − 4 йоморт­ҡа, 1,5 стакан манный ярмаһы, 1,5 − 2 стакан он. Туҡығас, шыйығыраҡ булһа, тағы ла әҙерәк он өҫтәргә мөмкин. Ярты сантиметр тирәһендәге ҡалынлыҡта, ҡабарып торған тел йоторлоҡ ҡоймаҡ килеп сыға.

Универсаль бәлеш ҡамыры
1 ҡап маргарин, 200 грамм магазин ҡаймағы, ярты сынаяҡ һыу, тоҙ, сода, он ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға кәрәк. Йәйеп ебәреп, эсенә ҡаймаҡ менән шәкәргә болғап сейә йәки алма, шулай уҡ дөгө менән балыҡ, йә картуф менән тауыҡ ите турап һалырға була.
Ашығыҙ тәмле булһын!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға