«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Илсур Тайсин ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы пародияламай?



20.04.2012 Илсур Тайсин ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы пародияламай?

Илсур Тайсин ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы пародияламай?
Бөгөнгө һорауҙарыбыҙ − халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты, билдәле йырсы, пародиясы, ҡурайсы Илсур Тайсинға.
1. Бала саҡта кем булыр­ға хыяллана инегеҙ?

– Бала саҡ хыялым осоу­сы булыу ине. Күктә самолеттар осҡанын күреп, үҙем дә һауала йөрөргә теләй торғайным.

2. Ниндәй йорт хайуан­дарын яратаһығыҙ?

– Барыһын да яратам. Улар бары тик тәртипле булһын. Бына бала сағымда Барбос тигән бик аҡыллы һәм яратҡан этем булды. Малайҙар менән үҙебеҙҙең ауылда гөр килеп сик һаҡлаусы уйынын уйнайбыҙ. Егеттәр туғайҙа йәшенә, һәм этем, еҫтәренән тойоп, ҡасып ятҡан урындарынан һә тигәнсе табып бирә ине. ҡышҡыһын шул этте санаға ла егеп йөрөттөм. Бер ваҡыт үҙемдең “атым”да бер туған һылыуымды йөрөтөргә булдым. Ул санаға ултырып китеп барғанда Барбос алыҫта йөрөгән эттәр янына сабып сығып китте. Шул мәлдә һеңлем эттәр араһына барып инер, таланыр, тип ныҡ ҡурҡҡайным. Бәхеткә күрә, ҙур тиҙлек менән бара торғас, санаһынан ҡолап ҡалды.
Бөгөн йорт хайуандары тотмайым. Шулай ҙа киләсәктә, йортомдо төҙөп бөткәс, уларһыҙ йәшәп булмаҫ, тип уйлайым.

3. Кәйефегеҙҙе күтәрергә нимә ярҙам итә?

– Төшкән нәмәне күтәреүе ҡыйын инде ул (көлә). Кәйеф булмаһа, ҡурай уйнап, йыр йырлап, матур көйҙәр тыңлап алам.

4. ҡатын-ҡыҙҙарҙың та­уы­­шына ҡоролған пародияларығыҙ бармы?

– Иң уңышлы пародиялар үҙенсәлекле, башҡаларҙан айырылып торған тембрлы тауышлы кешеләрҙе ҡабатлағанда тыуа. Мәҫәлән, шул уҡ Айҙар Ғәлимовты. ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла пародиялағаным бар. Тик улар уңышлы түгел. Ә ғөмүмән алғанда, бөгөн үҙенсәлекле тауыш эйәләрен осратыуы ҡыйын, шуға пародиясылар ҙа “икмәкһеҙ ҡала”.

5. Буш ваҡытығыҙҙа һунар­ға, йә балыҡ тоторға йөрөйһөгөҙмө?

– Балыҡ тотоуға ҡарағанда һунарға йөрөргә яратам. Беренсе ҡорҙо тотҡас, атайым миңә мылтығын алырға рөхсәт биргәйне. Шунан бирле дуҫым Илшат Батталов менән, эттәр эйәртеп, һунарға йыш сыға инек. Гел ҡор, ҡуян, сел алып ҡайттыҡ. Ә хәҙер ижад, тормош мәшәҡәттәре ваҡытты күп ала һәм, дуҫтарым йыш ҡына саҡырһа ла, һунарға йөрөгәнем юҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға