20.04.2012 Башҡортостан – әүлиәләр иле
Халҡыбыҙҙың 120-нән ашыу әүлиәһе, изгеһе билдәле
Атеистик совет заманы осоронда фольклорсыларға дини тематикаға ҡағылышлы материалдар йыйыу тыйылғанлыҡтан, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивында был темаға бәйле сығанаҡтар юҡ кимәлендә. Һуңғы ун йылда дингә ҡараш үҙгәреүе сәбәпле, халыҡ ижады, шул рәттән ислам-ға бәйле төрлө легенда-риүәйәттәр, мөнәжәттәр күпләп туплана башланы.
Мәғлүм ки, борон башҡорт еренә, исламға күсергә өндәп, миссионерҙар килгән, ә ХIХ быуатта Башҡортостан дини үҙәк булараҡ таныла. Бында һәр яҡтан, Урта Азиянан, Кавказдан да мосолмандар күпләп уҡырға килә. Үҙебеҙҙең мәсет-мәҙрәсәләр, ислам буйынса ғилемле, белемле инсандар күп булған. Нәҡшбәндиә тәриҡәте мөриттәре лә байтаҡ була. Шуғалыр ҙа әлеге көндә һәр ауылда тиерлек ишан, әүлиәләр, уларҙың кирәмәттәре тураһында, изгеләр ҡәберлектәре барлығы хаҡында төрлө риүәйәттәр, мәғлүмәттәр киң таралған. Һәр төбәктең изге шәхестәре бар. Ғөмүмән, башҡорттар араһында элек-электән көслө әүлиәләр булыуын беләбеҙ. Был халҡыбыҙҙың менталитетына, рухи көсө, ғилемлегенә бәйле, йәғни башҡорт-тарҙың саф, йомшаҡ күңелле, тәбиғәт һөйөүсе, ихлас халыҡ булыуына бәйле.
Үткән заманда ла, хәҙер ҙә, ислам динен, уның нескәлектәрен белмәгән кешеләр араһында суфый, әүлиәләр хаҡында төрлө хата ҡараштар йөрөй. Кем һуң ул әүлиә, ниндәй кеше? Әүлиә ислам нигеҙен, шәриғәт ҡанундарын, тассаууф ғилемен яҡшы белгән, бар ғүмерен дини белем алыуға бағышлаған һәм Аллаһ ҡушҡанын теүәл үтәп барған изге күңелле, иманлы инсан була. Ул һәр таңда тәхәджүд намаҙы ҡылып, шәйехе биргән дәресен үтәп, меңәрләгән тапҡыр зекер ҡылып, йөрәген сафландырып, үҙен әхирәткә әҙерләй, юғары тәҡүә менән йәшәп, бер көн Аллаһы Тәғәләнең унан риза булыуына өлгәшә, йәғни яратҡан ҡолона әүерелә.
Белеүегеҙсә, әүлиә ғәрәпсә “вәли” – изге тигән һүҙҙән алынған. Әүлиәләрҙең кирәмәттәрен, улар күрһәткән мөғжизәләрҙе аңлатып, тағы шуны әйтергә була: Аллаһы Тәғәлә үҙенә ныҡ инанған, ислам дине ҡанундарын тулыһынса үтәгән, иманлы мосолманының һәләттәрен аса. Ислам дине нигеҙҙәрен, нескәлектәрен белмәгән кешегә улар “ниндәйҙер аңлайышһыҙ ваҡиға, мөғжизә” һымаҡ күренә. Ысынбарлыҡта кешенең тәбиғәтенә бик күп мөмкинлек һалынған. Икенсе төрлө әйткәндә, әүлиәләр – исламдың батыни, йәғни эске, тәрән ғилемен аңлаған һәм мәғрифәткә етешкән кешеләр.
Халҡыбыҙ араһында әүлиәләрҙең күп булыуы, улар тураһында яҡты иҫтәлек һаҡланыуы – яҡшы күренеш. Әлеге осорҙа матбуғат биттәрендә ислам дине ҡанундарын аңлатыусы мәҡәләләр, ҡайһы бер хәҙрәттәр, әүлиәләр тураһында мәғлүмәттәр, хәтирәләр донъя күрә башлауы ҡыуаныслы.
ХХI быуатҡа килеп еткәнсе 80 йыллап рухи көрсөктә йәшәгән халҡыбыҙҙың, һуңғы йылдарҙа рухи ҡиммәттәрҙе яңынан баһалап, ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүе, дингә, иманға ҡайтыуы ҡыуандыра.
Райондарҙа йөрөгәндә һәр бер ауылда тиерлек “Беҙҙә әүлиә булған”, “Изгеләр зыяраты бар”, “Хәҙрәт шишмәһе бар”, “Ишан шундай кирәмәттәр, хикмәттәр күрһәткән” кеүек мәғлүмәттәрҙе ишетергә тура килә. Шулай, йылдар буйы йы-йылған ҡағыҙҙарҙы байҡап ҡараһам, әүлиәләр хаҡында ғына байтаҡ материал тупланған булып сыҡты. Совет заманы осорон кисереүебеҙ арҡаһында, үкенескә күрә, халҡыбыҙҙың күп изгеләренең исемдәре хаҡһыҙ рәүештә юғалды, онотолдо. Ә уларҙың күбеһе Зәйнулла ишан, Ғабдрахман Рәсүлев (Өфө), Мөжәүир хәҙрәт (Баймаҡ районы), Шәмиғол хәҙрәт (Күгәрсен районы) кеүек булған бит. Шулай ҙа улар хаҡында ауылдаштары хәтерләй. Башҡор-тостанда һәм күрше өлкәләрҙә яҙып алған материалдарымдан күренеүенсә, төрлө быуаттарҙа йәшәгән йөҙҙән ашыу әүлиәбеҙ булған. Улар араһында ирҙәр генә түгел, изге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар (хәҙерге Мәсетле районының Абдулла ауылынан Сабира, ҡыйғы районының Аҫылғужа ауылынан Фатима, Асҡын районының ҡушкилде ауылынан Өммөрәхил әбей, ҡырмыҫҡалы районының Шәрәй ауылынан Нәсихә әбей (Архангел районының Муллаҡай ауылында Закир муллала кейәүҙә була).
Әлбиттә, әүлиәләр үҙҙәре иҫән саҡта “мин әүлиә” тип әйтеп йөрөмәгән. Әммә халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә, тиҙәр бит. Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тигән мәҡәлгә күрә, халҡыбыҙ яҡшы, изге күңелле кешеләрҙе лә әүлиә һанаған, ҡайһы берен диуана ла тигәндәр. Мәҫәлән, Учалынан Уау (Вәхит) диуана, Борайҙан ҡыҙыл диуана, Салауат районынан Хәйерзаман диуана, Асҡын районының Көнгәк ауылынан Фәхреш диуана һ.б. Гел зекер әйтеп, “Аллаһү” тип һеүелдәп, үҙ алдарына һөйләнеп йөрөгәнгә уларҙы шулай атағандар.
Ололар һөйләүе буйынса, Аллаһы Тәғәлә әҙәмдәрҙе һынар өсөн араларынан әүлиә булдырыр, ул байғош ҡына, ябай ҡиәфәттә булыр, уға ҡайһы берәүҙәр көлөп ҡарар, йә уға дошман булыр, ти. Ә ул кеше үҙенең әүлиә икәнен дә белмәй йөрөр, ти. Шуға ла бит, халҡыбыҙҙа, “Көтөл-мәгән ҡунаҡ – Аллаһ ҡунағы”, “Йә Хызыр-Ильястыр” тип, мосафирҙы матур ҡаршылайҙар. Сөнки, юлсы кешенең доғаһы ҡабул була, тип ышаналар. Ә инде, кем килеп ингән кешене насар ҡаршылай, ҡыуып сығара, ул кеше менән дошманлаша икән (әгәр ул әүлиә булып, изге йәнде рәнйетһәләр), Аллаһы Тәғәлә: “Мин яратҡан ҡолдарымдың дошмандарына ҡаршы үҙем һуғышырмын”, – тип әйткән.
Аллаһы Тәғәләнең ризалығы булмаһа, ағастың япрағы ла һелкенмәй, тиҙәр. Әҙәм балаларына Үҙенең барлығын һәм берлеген танытыр, иман юлына баҫтырыр өсөн Раббыбыҙ әүлиәләргә кирәмәт күрһәтеү ҡөҙрәтен биреп, улар аша Үҙенең барлығын иҫкәртә. Шуға әүлиәләрҙең көсө шул тиклем була, улар уҡып өрһә, хатта һауыттағы һыу ҡайнап түгелә, йә үҙҙәре күҙҙән юғала, осоп йөрөй. Күҙ быуып, күҙгә теләһә нимә күрһәтә алғандар. Улар халыҡты исламға саҡырып, дәғеүәт эшен дә алып барған. Шулай уҡ төш юрағандар, ҡайҙа хазина күмелгәнен белгәндәр, киләсәктәге хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалап, әҙәмдәрҙе алдан эшкәрткәндәр, ауырыуҙарҙы өшкөрөп дауалағандар, икенсе төрлө әйткәндә, табип ролен дә башҡарғандар. Аллаһы Тәғәлә заманына күрә халҡыбыҙға шулай, улар аша ярҙам ебәргәндер инде.
Әүлиәләрҙең вафатынан һуң да кирәмәттәре дауам итә, халыҡ һөйләүе буйынса, ҡайһы бер изгеләр аҙаҡ кешеләрҙең төштәренә инеп, ул-был хәл хаҡында иҫкәртә. Әүлиәләрҙең үҙҙәренә генә түгел, уларҙың ҡулланған әйберҙәренә лә, тылсымлы тип (тисбеһе, намаҙлығы, ситеге, түбәтәйе, сәлләһе, таяғы, сапаны, ҡәбер тупрағы, ҡәбер ташы), халыҡ оло ихтирам менән ҡараған, һаҡлаған. Ошолар хаҡында ла мәғлүмәттәр әле булһа ла осрай.
ҡайһы бер ауылдарҙа бер нисә әүлиә лә булыуы күҙәтелә. Салауат районының Мөсәт ауылында Мөхөтдин әүлиә, Хәйерзаман диуана, Ғайса суфый булған. Борай районының Иҫке Таҙ ауылынан Бәҙретдин, Ноғман хәҙрәттәр, Абзай ауылынан Шомарт, Йәғәфәр хәҙрәттәр әүлиә булған.
Халҡыбыҙ араһында ишан дәрәжәһенә еткән кешеләрҙең күплеге, хатта шәйех-кирамдарҙың да булыуы хайран ҡалырлыҡ. Шулай уҡ, ҡарый-ҙар (ҡөрьәнде төрлө ысул менән уҡый белгән кешеләр), ҡөрьән-хафиздар ҙа (йәғни ҡөрьәнде яттан белгәндәр) булған. Мәҫәлән, Дыуан районының Мәрйәмғол ауылында Яҡуп исемле ҡөрьән-хафиз суфый булған (сәсәк ауырыуынан 6 йәштә һуҡыр ҡалыуына ҡарамаҫтан). ҡоншаҡ районының ҡорман ауылынан (сығышы менән Һамар өлкәһе Солҡайыш ауылынан) ҡарый Нурғәли Һаҙыев та ҡөрьән-хафиз булған (ул да, 3 йәшендә сәсәк ауырыуынан күҙе насарайып, 17 йәшендә һуҡыр ҡалған. Уға йәш сағында байҙар ярҙам итеп, Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә уҡытҡан).
Һуңғы ХХ быуат әүлиәләренән Асҡын районының Әмир ауылында, үҙе әйтеп ҡалдырыуынса, “һуңғы шәйех-кирам” Әҡсән Әсләм улы Насиров әүлиә булған (1975 йылда үлгән). Уның хаҡында миңә Әҡсән хәҙрәттең хәләл ефете Шәмғежинан Имамәғзәм ҡыҙы Имамәғзәмова (1926 – 2009 йылдарҙа йәшәгән, әбей үҙе лә әүлиә кимәлендәге кеше ине – Ф. Ғ. ) 2007 йылда бәйән иткәйне.
Фәнирә ҒАЙСИНА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт
институтының фольклористика
бүлеге хеҙмәткәре.
(Дауамы бар).