«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Яҙ һәм мөхәббәт байрамы – Наурыҙ



17.04.2012 Яҙ һәм мөхәббәт байрамы – Наурыҙ

Яҙ һәм мөхәббәт байрамы – Наурыҙ
Өфөлә сағыу төҫтәре, дәртле йыр-бейеүҙәре менән Наурыҙ байрамы үтте. Йола булараҡ, был матур көн март аҙаҡтарында билдәләнә ине. Быйыл, тәбиғәт шарттарына ярашлы, ул бер аҙ һуңғараҡ байрам ителде.

Наурыҙ байрамы Баш­ҡортостанда 13-сө тап­ҡыр үткәрелә. Республи­каның Мәҙәниәт минис­трлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм урындағы милли үҙәктәр ойоштор­ған матур сара йыл һайын күңелле һәм сағыу уҙа. Был юлы ла байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләргә БР мәҙәниәт министры ва­зи­фаһын баш­ҡарыусы Камилә Дәү­­ләтова, республиканың Дәүләт Йы­йылышы – ҡоролтай Рә­йесе урынбаҫары Рафаил Зин­нуров, Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм башҡа рәсми кешеләр килгәйне. Байрамды ойоштороусылар ҡунаҡтарҙы сәк-сәк, ҡымыҙ һәм йыр-бейеү менән ҡар­шы алды.
− Наурыҙ – берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамы, − тип билдәләне Камилә Дәүлә­това. – Һәр айырым милләттең мәҙәниәте һәм теле бөйөк ҡиммәт итеп ҡабул ителеүсе республикала йәшәүебеҙгә сикһеҙ ҡыуанабыҙ, ғорурланабыҙ. Бергәләп эшләп, беҙҙең республикала йәшәүсе бөтә милләт вәкилдәренең дә милли-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә өлгәштек.
Наурыҙ − төрки һәм иран ха­лыҡтарының дөйөм байрамы. Өфө бик күп милләттәр өсөн икенсе тыуған ил булып киткәнлектән, беҙҙә был көн татыулыҡты ла һынландыра. Ошондай саралар ярҙамында Башҡортостандың баш ҡалаһында, бер-береһен хөрмәт итеп, яратып, нисәмә милләт вәкиле дуҫ йәшәй.
Өфөнөң Якутов исемендәге ял паркында ойошторолған Наурыҙ байрамында “Темәс ” һәм “Сәйет­баба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре, “Килем” татар тарихи-мәҙәни үҙәге, Рәсүл Ғамзатов исемендәге дағстан тарихи-мәҙәни үҙәге, Сомони исемендәге тажик милли үҙәге тирмәләр ҡорғайны. Уларҙың һәр береһе ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү, милли һыйҙары менән ҡаршы алып, үҙҙәренең милләтенә генә хас һөнәрҙәрҙе лә күрһәтеп ҡалырға ашыҡты. Шулай уҡ сарала бал, дини атрибуттар, кейеҙҙән эшләнгән аяҡ кейемдәре һәм башҡа бик күп үҙенсәлекле тауар һатып алырға мөмкин ине. Үҙешмәкәр йырсылар һәм бейеүселәр республиканың сәхнә оҫталары менән бергәләп матур концерт ҡуйҙы. Милли көрәш буйынса ойошторолған ярышта еңеүсегә билдәләнгән тәкә лә күптәрҙе ылыҡтырҙы.
Шуны билдәләп китмәй булмай – быйыл Наурыҙ байрамында һәр ваҡыт тәмле былауҙары менән һыйлаған үзбәктәр, алсаҡ ҡырғыҙҙар һәм төркмәндәр, шешлек әҙерләп, барса халыҡты йыйған әзербайжандар сатыр ҡормағайны. Майҙанда ут сәсеп чечендар һәм дағстандар ҙа бейемәгәс, байрамдың бер осо китек һымағыраҡ күренде. Ни тиһәң дә, Башҡортостандағы Наурыҙ байрамының үҙ төҫө, үҙ матурлығы бар. Байрамға юлланған халыҡ шул төҫтәрҙе, шул дәртте күреү теләге менән дә килә.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға