10.04.2012 Ҡурайсыбыҙ оҫталығын йәнә иҫбатланы
Билдәле шәхесебеҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев үҙенең «ҡурайсы» коллективы менән Санкт-Петербургта үткән абруйлы «TEREM CROSSOVER» конкурс-фестивалендә бер юлы ике номинацияла еңеү яуланы.
ҡурайсы «Милли үҙенсәлек» һәм «Тамашасы һөйөүе» приздарына лайыҡ булды. Фестивалдә донъяның 12 иленән 28 коллектив һәм 150 музыкант ҡатнашты. Бында ҡатнашыусыларҙы Рәсәй, Венгрия, Израиль, Германия, Япония һәм ҡытайҙан билдәле музыканттар, композиторҙар, менеджерҙар һәм продюсерҙар баһаланы.