«Йәшлек» гәзите » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » “Ҡунаҡ өй” хужабикәһенә ике бишле!



06.04.2012 “Ҡунаҡ өй” хужабикәһенә ике бишле!

“Ҡунаҡ өй” хужабикәһенә ике бишле!
Йырлы-моңло “Юлдаш” каналының популяр алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың билдәле йырсыһы, тиҫтәләгән йыр авторы Нурия Абдуллинаны белмәгәндәр һирәктер. Ул яғымлы, ихлас, алсаҡ, моңло тауышы менән халыҡ күңелендә күптән инде урын алған. Бигерәк тә “ҡунаҡ өй” тапшырыуы аша ул меңәрләгән радио тыңлаусының дуҫына, кәңәшсеһенә, тәрбиәсеһенә әүерелде. Уның төрлө яҡлы ижады ҙур баһаға лайыҡ.
Бына шундай талант эйәһе булған “ҡунаҡ өй” хужабикәһе Нурия Абдуллинаға тәбиғәттең уянған мәлендә, матур яҙ миҙгелендә 55 йәш тулды. Ошо уңайҙан Нурия Нәсибулла ҡыҙы менән шәхси тормошо, эше, уйланыуҙары, кисерештәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Йырһыҙ ғына йәшәүҙең йәме юҡ –
Йырлап йәшәүҙәре бер ғүмер.

− Нурия апай, сәнғәт юлығыҙ башланғысы булған тыуған яҡтарығыҙға сәйәхәт ҡылайыҡ әле... Ижади һәләтегеҙ нәҫелдән киләме?
− Әлшәй районының Баязит ауылында алты балалы йыр-моң ярат­ҡан ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым үҙе лә бик моңло кеше булды. Колхозда ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ҡайҙандыр аҡса йүнләп, апай-ағайҙарыма гармун һатып алып биргәне хәтеремдә. Күп балалы колхозсы ғаиләһе былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәй. Бына ошо музыка ҡоралындағы көйҙәрҙе тыңлап үҫеү йыр сәнғәтенә килеүгә бер этәргес көс булды. Люциә апайым менән Юлай ағайым гармунда тиҙ уйнарға өйрәнде, улар кистәрен клубта йәштәрҙе бейетеп, йырлатты. Ә мин бала ғына булһам да, улар­ҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай торғайным. Бына ошо йылдарҙағы йырҙар ҙа, моңдар ҙа күңелемә ғүмерлеккә инеп ҡалды. Тик туғандарым, музыка ҡоралында уйнаһа ла, сәнғәт юлын һайламаны. Шулай ҙа туғандар менән бергә йыйылған саҡта табыныбыҙҙа бер ваҡытта ла йыр-моң өҙөлмәй. Йыр бит кешегә ҡанат ҡуя, йәшәүгә дәрт, көс бирә, ҡайғылы ваҡытта ҡайғыны баҫа, һағышлының һағыштарын тарата, шатлыҡтарҙы, уй-тойғоларҙы йөрәктәрҙән-йөрәккә еткерә.
Атайымдың тырышлығы менән мин дә гармунда үҙем белгән көйҙәрҙе һыҙҙыра башланым. Мәктәптә уҡыу йылдарында айырыуса йыр дәрестәрен көтөп ала торғайным. Һәр ваҡыт тиерлек концерттарҙа йырлап, гармунда уйнап йөрөнөм. Баязит ауылында мәктәп булмағас, беренсе кластан уҡ күрше ауылға йөрөп уҡыныҡ. Унда ла башланғыс кластар ғына, шуға аҙаҡ Ташлы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, ә инде урта белем алыу өсөн район үҙәге Раевкала уҡырға тура килә ине. Ә ата-әсәйем, туғандарымдың яфаланыуын күрепме, мине Өфөгә, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатына урынлаштырҙы. Бында иһә сәнғәткә юл асылды: йыр, бейеү, хор түңәрәктәренә йөрөнөм. Тәрбиәселәрем, уҡытыусыларым да, мәктәп сәхнәһендә сығыш яһауымды күреп, теләгемде хупланы. Әммә йыр-моң яратҡан атайым ғына сәнғәт юлын һайлауыма ҡаршы төштө. Уның теләге мине уҡытыусы итеп күреү ине. Шулай ҙа үҙһүҙлелегем, тырышлығым менән Өфөләге музыка педагогия училищеһына индем.

− Йырҙы, көрәш ҡоралы, тиҙәр. Был фекергә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
− Ысынлап та, шулай. Йыр кешегә дуҫ та, юлдаш та. Сәнғәттең был төрө төрлө ауырлыҡтарға ҡаршы тороп, сабыр, түҙемле булыр­ға өйрәтә. Бына үҙемдең тормошомдан миҫал килтереп китәм: училищеға уҡыр­ға инеүен инһәм дә, бер ҙә генә ауырлыҡтарын күҙ алдына килтермәнем. Ата-әсәйемә ауыр­ға тура килде, әммә кире ҡайтыу теләге булманы һәм артҡа әйләнеп тә ҡараманым. Уҡыуҙа төп ҡорал баян ине. Атайымдың Яңы йыл алдынан, аҡса йыйып, уны һатып алып, бүләк итеүе миңә тағы ла көс, дәрт, сәм өҫтәне. Етмәһә, махсус музыкаль белем булмағас, уҡыу ҙа еңел бирелмәне. Белем алыу менән бер рәттән, училище ҙур тормош мәктәбе лә булды. Ошо осорҙа ҡала, район буйынса уҙғарылған мәҙәни сараларҙа сығыш яһарға өйрәндек. Бер нәмәне билдәләп үтмәү мөмкин түгел: училищела уҡыған саҡта уҡытыусыбыҙ, күренекле ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов ағайҙың булыуы беҙҙе сәнғәткә тағы ла яҡынайтты.
“Ейәнсура –
һин бит гүзәл ер”

− Йыр ижад итеүегеҙ Ейәнсура районында башланған. Ә ни өсөн тыуған яғығыҙ Әлшәйҙә түгел?
− Өфөләге музыка педагогия училищеһын тамамлағас, медицина институтын тамамлаған егеткә кейәүгә сығып, Ейәнсура райо­нына йүнәлтмә буйынса барып, эш башланыҡ. Тәбиғәтенең хозурлығы, халҡының ихласлығы, тырышлығы, ябайлығы миңә илһам биргәндер. Ә тыуған яҡтар һәр ваҡыт һағындыра. Ошо һоҡланыу һәм һағыныу хистәре бергә ҡушылып, йыр-моң булып тыуғандыр. Минең йыр ижад итеүем нәҡ ошо Ейәнсура төбәгендә башланды. Ошо осорҙа ижад иткән “Ейәнсура − һин бит гүзәл ер” тигән көйөн дә, һүҙҙәрен дә үҙем яҙған тәүге йырҙарымдың береһен халыҡ йылы ҡабул итте. Шулай уҡ “Икәү бергә бит әле” йырымды радио аша һорап йырлаттылар. У. Кинйәбулатов һүҙҙәренә яҙылған “Ромаш­калар”, “Һаумы, яҙ”, И. Аҡъюлов һүҙҙәренә “Сәфәрҙәргә сыҡһаң, яңғыҙ сыҡма”, “ҡыр ҡаҙҙары” тап ошо осорҙа ижад ителде. Ейәнсурала балалар баҡсаһында, мәктәптә эшләгәнгә күрә Иҫәнғолдоң йәмәғәтселек эштәрендә ҡатнаша башланым. Мәктәп, ауыл клубтары сәхнәләрендә сығыш яһап, үҙ кеше булып, дәртләнеп ижад иттем.

− Йыр шиғырын нисек һайлайһығыҙ?
− Үтә талапсанмын. Сөнки кешеләргә еткерергә теләгән тойғолар иң башта йырҙың һүҙҙәрендә булырға тейеш, тигән ҡараштамын. Көй ҙә бит күбеһенсә йырға ҡарап яҙыла. Мәҫәлән, Флорида Исмәғилева менән Хәниә Фәрхи башҡарыуында “Ултыр әле, әсәй, яндарыма” йыры тиҙ арала халыҡ араһында таралып, күңелдәренә хуш килде. Бик күп йырға клип та төшөрөлдө. “Тыуған йортом тупһаһы”н Харис Шәрипов үҙ репертуарына индерҙе. “Ризыҡтарым өҙөлмәгән әле”, “Тыуған көн”, “Нәфсе даръяларын буйламайыҡ”, “Ни хәлдә һеҙ, туғандар?”, “Әсә фатихаһы”, “Рәхмәт һеҙгә, атай-әсәй”, “Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр” һ.б. йырҙарым йыш ҡына радио тулҡындарында ишетелеп тора, көн һайын ҡотлауҙар сығарылышында яңғырай. Ижадыма, йырҙарыма ҡарата ярат­ҡан тамашасыларымдан рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетеү тағы ла илһам, яңы көс, яңы һулыш бирә. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән ул?!

“Юлдаш” менән йырлы күпер

− Нурия апай, йыр сәнғәтенә булған һөйөү һеҙҙе радио эшенә алып килдеме?
− Мин Өфөнө ижадсылар ҡалаһы тип ҡабул итәм. Сөнки йыр яҙған йырсы кешегә яңы йырҙарҙы халыҡҡа еткерер өсөн радио-телевидение бар, кәңәш бирер, ярҙам итер тәжрибәле, талантлы сәнғәт әһелдәре йәшәй. Икенсе яҡтан ҡарағанда, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыр, юғары белем биреү өсөн дә Өфөлә йәшәү отошло. Шулай төрлө яҡлап уйлан­ғас, фатирыбыҙҙы Өфөгә алмаштырып, күсеп килдек. Тәүҙә бер аҙ Башҡортостан уҡытыу­сыларының белемен камиллаштырыу институтында эшләнем, аҙаҡ “Юлдаш” каналына күстем. Бында йыр сәнғәте менән бәйләнеш нығын­ғандан-нығынды, йыр-моң иленә сумып, ижад иттем. Йырҙарым шулай радио тулҡындары аша йыш ишетелә башланы.

− Тәүге эфир, тапшырыуҙар ҙа йырҙарға бәйле алып барылдымы?
− Юҡ. Шулай ҙа “Йырлайыҡ әле, малай­ҙар. Йырлайыҡ әле, ҡыҙҙар” исемле тура эфирҙағы музыкаль программа балалар менән йырҙар өйрәнеүгә ҡайтып ҡалды. Тапшырыу аша киләсәк быуында башҡорт мәҙәниәтенә, теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләнде. Эфирға килгән балаларҙың музыкаль һәләте бар ине. Артабан “Таңсулпан” әхирәттәр клубы тапшырыуын етәкләнем. Унда ауыр тормош шарттарында юғалып ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышын хәл итеү йәһәтенән билдәле гүзәл заттар менән осрашып, ҡыҙыҡлы, фәһемле әңгәмәләр алып барыу, уларҙы таныштырыу, ижадын, тормошон һүрәтләү, эшен баһалау төп маҡсат булып билдәләнде.

− Дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын эфирға сыҡҡан “ҡунаҡ өй” тапшырыуына килгәндә, темаларҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
− Әлбиттә, тормоштан. Был төшкө аш мәлендәге тура тапшырыу миңә йөкмәтелгәс, ихлас күңелдән яратҡан радио тыңлаусыларым менән бергә һөйләшергә, хис-тойғолар менән бүлешергә, туғандар-дуҫтарға сәләм ебәрергә, үткәндәргә әйләнеп ҡайтыр өсөн тәмле сәй янына ашығам. Ысынлап та, бер йүнәлештә генә тапшырыу әҙерләү радио тыңлаусыны ғына түгел, алып барыусының үҙен дә ялҡыта. Шуға күрә төрлө юҫыҡта мауыҡтырғыс, фәһемле, тормошсан, йәшәйештең бөтә өлкәләренә үтеп инә алырлыҡ һәм заман менән бергә атлап, көнүҙәк проб­лемаларҙы күтәреү бурысын ҡуйҙым. Һәр береһе тураһында күп һөйләргә була, шулай ҙа бер аҙ туҡталып үтәм.
“Әйтер һүҙем бар” һөйләшеүендә күңел түрендәге әйтеп бирә алмаҫлыҡ хис-тойғолар­ҙы еткер­һәк, ә шишәмбелә эфирға сыҡҡан “ҡайтауаз”да үткәндәргә, бала саҡҡа, йәшлеккә әйләнеп ҡайтып, шул осорҙағы йыр-моңдарҙы хәтерләйбеҙ. Шаршамбыла “Йәшәү көсө” тапшырыуында яҙмышы емерелгән, тормошҡа ашмаған хыялдары менән үҙ юлын тапҡан, унан сығыу юлы булдыр­ған, ихтыяр көсө булған кешеләр менән таныштырыу һәм уларҙың тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыу торҙо. Ә хәҙер был көндө “Йоҡламаһын яусылар!” яңғыҙҙар­ҙы таныштырып, ҡауыштырыу өсөн булдырылһа, “Клуб уттары”нда ауыл-ҡалаларҙың мәҙәни тормошон йәнләндереү, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән алып барылған һөйләшеүҙәр аҙна һайын алмашлап тура эфирға сыға. Һәр кесе йомала “Ул хеҙмәте менән матур” исемле радиоһөйләшеү хеҙмәт уңғандарын, коллективты дәртләндереү, күтәреү һәм уларҙы башҡалар менән сағыштырыу өсөн тәғәйенләнгән. Аҙнаның йома көнөндә төрлө ҡанун, йолалар, тәрбиәүи мәсьәләләр, дини әлифба хаҡында “Дауамлы һөйләшеү”ҙәр алып барыла.

− Радио тыңлаусыларҙың күңелдәрен дәртләндерерлек һүҙҙәр таба беләһегеҙ. Тапшы­рыуҙарығыҙҙы ниндәй мәғлүмәттәргә таянып әҙерләйһегеҙ?
− Журналист һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. Уға белемен, һүҙ байлығын, фекерен даими камиллаштырыу талап ителә. Бик күп китап, гәзит-журнал уҡыйым, шулай ҙа интернетты файҙаланырға яратмайым.

− Тормошоғоҙҙағы һуңғы яңылыҡ?
− Ислам университетының III курсында киске бүлектә уҡып йөрөйөм. Белем кимәлен үҫтереү, фекер ҡеүәһен арттырыу өсөн йома көндө алып барған дини йүнәлештәге һөйләшеүҙәремә дәрестәрем бик ныҡ файҙалы. Үҙең белмәй тороп, халыҡ менән әңгәмә алып барып булмай. Инәйем: “Балаҡайым, һинең тормошоңа дин юлы сыға”, – тип һәр ваҡыт әйтә торғайны. Ысынлап та, дин менән ҡыҙыҡһыныуым артҡандан-арта бара. Уҡырға ингән ваҡытта әҙерлегем булмаһа ла, мине алғандарына ҡыуанып бөтә алмайым.

− Киләсәккә пландарығыҙ?
− Яҙ айында донъяға килһәм дә, ниңәлер күңелемә көҙ миҙгеле яҡын. Әйтерһең дә, көҙ минең өсөн яңы башланғыс, яңы һулыш, яңы йыл ул. Тәбиғәттең дә төрлө төҫкә ингән матур, сағыу мәле. Шуға ла быйылғы юбилей концертым да нәҡ көҙ айында баш ҡалала һәм республикабыҙ райондары буйлап үтәсәк. Әлеге көндә яңы программа әҙерләү менән мәшғүлмен.

Ысынлап та, Нурия апайҙың ижад юлы ла көҙ миҙгеле кеүек төрлө төҫкә мансылған. Ул алып барыусы, йырсы, композитор, күптәр өсөн тапшырыуҙары аша тәрбиәсе, кәңәшсе лә.... Бына шундай төрлө яҡлы һәләткә, һөнәргә эйә булған яғымлы, йомшаҡ, алсаҡ тауышлы Нурия Нәсибулла ҡыҙын юбилейы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ.

Сәриә РАМАЗАНОВА
әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға